6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Батыршаның байрағы аҫтында
24.07.06


       1762 йылдың 24 июлендә Шлиссельбург нығытмаһында төрмә
       һаҡсыларына ҡаршы тигеҙ булмаған бәрелештә башҡорттарҙың 17 55 йылғы күтәрелешенә етәкселек итеүсе Батырша һәләк була. Казематта ҡаҙ ҡаурыйы һәм бер өйөм яҙылған ҡағыҙ биттәре ятып ҡала. Улар Батыршаның батшабикә Елизавета Петровнаға яҙған "үтенес хатының" ҡараламаһы - хат адресатына барып етмәй.
       Батыршаның хаты 140 - 150 биттән тора һәм уны ун һигеҙенс е быуат урталарына ҡараған ҙур тарихи - әҙәби ҡомартҡы тип әйтергә мөмкин. Йөкмәткеһе буйынса ул - ун һигеҙенсе быуат уртаһындағы башҡорт крайы тураһында тарихи - сәйәси, социаль
       - иҡтисади һәм этик - фәлсәфәүи трактат. Билдәле ғалим Ғайс а Хөсәйенов Батыршаның хатын төрлө яҡлап тикшерә. Батырша - авторҙың исеме түгел, ҡушаматы. Ысын исеме - Абдулла Ғәли улы Алиев. Ул 1717 йылда Себер даруғаһының Ҡарыш ауылында ( бөгөнгө Балтас районы) донъяға килә.
       Батырша - 1755 йылдағы башҡорт күтәрелешен рухландырыусы һәм ойоштороусы булараҡ билдәле. Фетнә баҫтырылғандан һуң ул
       ҡулға алына һәм Өфөгә, артабан - Ырымбурға оҙатыла. 1756 йыл аҙағында Шлисельбург нығытмаһына ябыла һәм бер кешелек к амерала биш йылдан ашыу ултыра.
       Ырымбурҙа, Мәскәүҙә һәм Петербургта һорау алыу ваҡытында Батырша бары тик батшабикә алдында ғына яуап бирәсәген, ғали
       йәнәптәренең шәхси үҙенә генә әйтер сере булыуы тураһында
       ныҡый. Батша чиновниктары уны "серҙәрен" батшабикәгә хат
       формаһында яҙырға өгөтләй. Батырша хаты шулай барлыҡҡа килә.
       Батырша билдәле мулла һәм йәшерен ахун булараҡ
       Башҡортостан буйлап күп йөрөй. Үҙенең 1754 - 1755 йылдарҙа Ырымбур, Ҡазан, Тубыл губерналары буйлап йөрөүен ул шәриғәт эштәре буйынса тип аңлата. Һуңыраҡ булған ваҡиғалар күрһәтеүенсә, ысынбарлыҡта иһә был сәйәхәттәр баш күтәреү ойоштороуға бәйле була.
       Батыршаның хикәйәләүҙәре батша хеҙмәтселәренең башҡорт һәм татар халҡын ҡыйырһытыуҙары, халыҡтың ауыр яҙмышына арналған. Айырым ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә, Батырша йыш ҡына диалог формаһын файҙалана. Башҡортостан буйлап
       сәфәр ҡылғанда ул бөгөнгө Баймаҡ районы территорияһында бөрйән башҡорттары менән осраша һәм улар менән әңгәмә ҡора:
       "Уларҙың икәүһе өлкән йәштә, икәүһе - уртаса йәштәрҙә, - тип яҙа Батырша. - Һаулыҡ һорашҡандан һуң, улар минән "Кем
       булаһығыҙ" - тип һораны. - Мин Ғәли атлы, - тип яуап бирҙе м.
       "Ҡайһы мөҙәристең мәҙрәсәһендә уҡынығыҙ" - тип һоранылар . - Мин уларға яуап бирҙем.
       "Батырша мулла менән Мортаза ахун иҫән - һау йәшәп ятамы тип һоранылар.
       "Һеҙ күргәндәге кеүек, иҫән - һау йәшәп яталар", - тинем мин.
       "Беҙ уларҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ, кеше һөйләүе буйынса ғына беләбеҙ", - тине улар. Һәм үҙҙәре менән бергә
       намаҙ ҡылырға саҡырып, аттарынан төштөләр.
       "Һеҙ ниндәй волостан, - тип һораным мин, - һәм ниндәй эшт әр буйынса йөрөйһөгөҙ"
       "Беҙ бөрйәндәр, старшина эштәре буйынса йөрөйбөҙ", - тип яуапланы улар.
       "Беҙ бөрйәндәр барыһы ла йәшенеп ята, тип ишеткәйнек, ниң ә һеҙ ҡасманығыҙ"- тинем мин.
       "Бурҙар ҡасты, - тине улар. - Ә беҙ, халыҡтың бер өлөшө, ҡалдыҡ".
       "Ни өсөн "бурҙар" тип әйтәһегеҙ, улар һеҙҙең нимәгеҙҙе урланы"
       "Улар беҙҙең бер нимәбеҙҙе лә урламаны. Батша әмеренә
       ҡаршы сығып, уның өсөн бурҙарға әйләнделәр".
       "Батшаның ниндәй әмеренә ҡаршы сыҡтылар һәм ниндәй бурлыҡ ҡылды улар"
       "Заводҡа идара итеүсене һәм уның әшнәләрен үлтереп ҡастылар".
       "Ни өсөн үлтерҙеләр һуң"
       "Заводҡа идара итеүсе ҡаты бәғерле, яуыз кеше ине. Ул һәм уның әшнәләре беҙгә янап, ерҙәребеҙ һәм һыуҙарыбыҙҙан мәхрүм итте, күҙ алдында ҡатындарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы көсләне. Бындай хәлгә түҙмәйенсә, улар баш күтәрҙе".
       "Батша завод етәксеһенә ошондай эштәр ҡылырға ҡушҡанмы
       ни Һеҙҙең башҡорттар батшаның ошондай әмерҙәренә буйһонмайынса баш күтәрҙеме Ә хәҙер һеҙ, ҡалған башҡорттар,
       ҡатындарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙҙы аҙғындарға бирергә ризамы" -
       тип һораным.
       Тегеләр бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
       "Һаҡалдарығыҙ ағарған, - тип дауам иттем мин. - Яҡшы кеше
       икәнегеҙ йөҙөгөҙгә яҙылған, әммә аҡылға килмәгәнһегеҙ әле,
       һүҙҙәрегеҙ хаҡ түгел. Һеҙ минән ҡурҡып, уйлағанығыҙҙы әйтмәйһегеҙҙер. Һәр мосолман икенсе мосолманға тик яҡшылыҡ ҡына уйлай. Мине үҙ кеше тип һанағыҙ. Беҙҙең халыҡ дүрт даруға халҡы менән бергә сығыш яһарға теләй: бөрйәндәр хаҡында ла һүҙ булды".
       Улар миңә былай тип яуапланы:" Эй, дуҫ, Ғәли мулла! Һинең менән асыҡтан - асыҡ һөйләшергә ҡурҡтыҡ беҙ. Хәҙер иһә ысын мосолман икәнлегеңде белдек, тимәк серҙе йәшереү кәрәкмәй. Ҡ әһәр һуҡҡыр завод етәксеһенең ҡыҫырыҡлауҙары буйынса беҙ бер
       нисә тапҡыр Тевкелев мырҙаға мөрәжәғәт иттек, тик файҙаһы булманы. Үҙе үк Ырымбурға яҡын йәшәгән халыҡты саманан тыш йөкләмәләре менән яфалаған кешенән ниндәй файҙа булыуы мөмкин. Һәм беҙ башҡалар менән бергә сығыш яһарға уйлай инек, ярты көн түҙерлек тә әмәлебеҙ ҡалманы. Һә м беҙҙең халыҡ баш күтәрҙе".
       "Бына был дөрөҫ. Бар халыҡ, һеҙҙең кеүек үк баш күтәрергә йыйына, Алла ярҙамы менән маҡсатыбыҙға ирешербеҙ тип
       уйлайым", - тинем мин.
       Хаттың килтерелгән өлөшөндә 1775 йылдың 15 майында Талҡаҫ
       күле буйында булған тарихи факт тураһында һүҙ бара: ул саҡт а бөрйәндәр заводчик Брагинды һәм уның әшнәләрен үлтерә. Бы л ваҡиға 1773 - 1775 йылдарҙа Е. И. Пугачев етәкселегендә
       ойошторолған Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан булған 1755 йылғы ф етнәгә башланғыс һала.
       Тау эштәре начальнигы үҙенең ярҙамсылары менән Петербург ҡалаһынан "фарфор заводы өсөн билдәле таштар һәм балсыҡ эҙләп табыу һәм эшкәртеү өсөн" килә һәм Талҡаҫ күле буйында
       урынлаша.
       Уның үлтерелеү сәбәптәре түбәндәгесә:
       "Үткән 1755 йылда... Бөрйән волосы Нуғай даруғаһында таш юныусы Брагинды үлтерҙеләр... башҡорттарҙан ишетеүемсә, ул, Брагин, волоста йәшәүсе башҡорттарҙы һуҡтырыу һәм талау, айырыуса күптәрҙең ҡатындарын һәм яҡшы ҡыҙҙарын тартып алып, зина ҡылыу өсөн тотоуы менән бик ныҡ кәмһеткән, шуның өсөн үлтергәндәр ҙә..." - тип әйтелә һаҡланып ҡалған докумен тта. Үҙҙәренең ирек яратыуы менән билдәле булған темәстәр сығышта әүҙем ҡатнаша. Күтәрелеш тураһында ишеткәс, старшина Бикбулат Әликәшев Темәс халҡын Талҡаҫ күле буйында йыйырға бойора.
       Баш күтәреү баҫтырыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал