6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Аҡ йылға ҡосағында
24.07.06


       Тәҙрә артында ямғыр ҡоя, көндәр, йәйҙең тамамланыуы
       хаҡында белдереп, һыуыныуға тарта, ә күңелде - күптән түгел булған сәйәхәттән ҡалған иҫтәлектәр йылыта...
       Кем бер тапҡыр ҙа йылға буйлап һалда төшмәгән, тормоштоң
       ни тиклем матур булыуын һәм үҙенең ни өсөн был донъяға килеүен аңламай...
       Көндәлек ҡала тормошонан йонсоған 12 дилетант, ата - бабал ар ҡанын уятып, бер аҙнаны тәбиғәт ҡосағында үткәрергә ҡарар иттек. Усаҡ төтөнө, йылға шауы, ағастар шыбырлауы, таңда һандуғастар һайрауы, уларҙың моңон үҙ телдәренә тәржемә итергә маташыусы баҡалар. Бынан да гүзәлерәк тағы нимә булыуы мөмкин
       Юлыбыҙҙы Бөрйәндең тылсымлы урмандарында йәшенеүсе Миндеғол ауылынан башланыҡ. Профессиональ туристар түгелбеҙ, нимә алырға кәрәклеген йүнләп белмәйбеҙ, билдәле. Хәйер, уның нимәһен уйлап торорға: дүрт кәмә, ике палатка, б ер һал, усаҡ өсөн ҡаҙан, самауыр (ниңәлер!), серәкәйҙәрҙән
       ҡотҡарыусы май һәм дә күтәренке кәйеф.
       Тейешле урынға килеп етеп палаткалар ҡуйғас, тиҙ арала та маҡ ялғап алдыҡ та, тиҙерәк Ағиҙелдең йылы ҡуйынына сумырға ашыҡтыҡ. Һыуҙың төҫө йылға исеменә бер ҙә тап килмәй - йәшел , был йылғаға эйелгән талдарҙың сағылышы, күрәһең. Инде төнг ө күк бәрхәтен йондоҙҙар ҙа биҙәй башланы, ә беҙҙең бер ҙә һыуҙан сыҡҡыбыҙ килмәй. Тын ғына шыбырлап һыу ағыуында һыу ҡ ыҙҙарының йыры ишетелгәндәй тойола.
       Ә иртә менән көсөргәнешле эш көтә: яҡшы һал төҙөү ул һеҙг ә утын ярыу түгел. Тирләп - бешеп эшләүселәр ләпәкәй себендәр е өсөн бына тигән "аҙыҡ". Әйткәндәй, эйе: унда серәкәйҙәр юҡ , ә бына ваҡ ҡына "кимереүселәр" - болот кеүек! Һөртөнөргә а лып
       килгән майыбыҙ күп булһа биш минутҡа ярҙам иткәндер. Ә һуңынан инде - йә түҙергә, йә һыуға сумырға ҡала.
       Ниһәйәт, һалыбыҙ әҙер. Бына исмаһам карап! Боҙватҡыс, юҡ,
       океан лайнеры, юҡ, тағы ла матурыраҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ : "Белаз" камералары бер - береһенә арҡандар менән ҡушып бәйләнгән, уларға ботаҡтар йәйелгән һәм өҫтөнә сепрәк - сапр аҡ түшәлгән. Һалдың түбәһе урынына йыйылмалы палатка ҡуйылды
       - ғәҙәттә ундайҙың эсендә һатыу итәләр, ә ҡойроҡта иһә ысын самауыр төтөн бөркә.
       Беҙ үҙебеҙҙең һалға ултырғанда ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Тик бына йылғала осраған башҡа туристар ни өсөндөр
       аптырауынан саҡ һыуға йығылып төшмәй ҡала. Туристар өсөн
       Мәккә ролен үтәүсе Ағиҙелдә бындай ғәжәйеп "януар" көн дә осрап тормайҙыр шул.
       Хәйер, алда өс көнлөк мөғжизәләр көткәндә әллә кемдәрҙең
       фекере беҙҙе тамсы ла ҡыҙыҡһындырмай!
       Мөғжизәләр оҙаҡ көттөрмәне. Ағиҙел үҙенең тәүге
       боролмаһында уҡ беҙҙе тикшереп ҡарарға уйланы, күрәһең. Ҡояштан һәм туҡтауһыҙ һыу инеүҙән әлһерәһәк тә ниндәйҙер сит
       тауыш геүләүенә иғтибар иттек. Шаршы! Бер нисә минуттан беҙҙең "арба" тирә - яҡҡа бәргеләнергә тотондо. Барыһы ла буталды, ҡайҙа күк, ҡайҙа һыу, ҡабырғаға ботаҡ төртөләме, күршенең тубығымы, аңларлыҡ түгел...
       Дөйөм алғанда, беренсе һәм артабанғы һынауҙарҙы ла беҙ лайыҡлы үттек. Дөрөҫ, юғалтыуһыҙ ҙа булманы: маринадланған шөшлөктәр балыҡтарға оҡшағандыр, моғайын.
       Һәм тағы ла шыма һыу өҫтө һәм тынлыҡ. Тирә - яҡтағы иҫ киткес матурлыҡ - йылғаны ике яҡтан ҡоршаусы ҡаялар ихтирам тойғоһо уята. Быуаттар буйы был төйәк һағында тороусы
       баһадирҙарға һал өҫтөндә мәж килеүсе бөжәктәр нимә ул Улар
       үҙҙәренең мәмерйә - күҙҙәре менән өнһөҙ генә беҙгә баға,
       ҡарағай - ҡулдарын болғап ҡалалар. Хәйер, был ерҙә кем хужа икәнлеген дә иҫкә төшөрәләр. Ҡаяларҙың береһендә беҙ фәлән -
       фәләнов, фәлән йылда тыуған, фәлән йылда һәләк булды, тигән
       аяныслы яҙыуҙарға ла тап булдыҡ. Тыныс йоҡла, ауыр тупрағың
       еңел булһын, турист - туған...
       Төнгөлөккә планлаштырылғандан алдараҡ туҡталдыҡ: юл буйына алда ялтлаған һаҙағай ҡапыл ғына дәһшәтле йәшенгә әйләнде. Ямғыр шул тиклем көслө, хатта палатканы һыу өҫтөнә
       ҡуйырға ла мөмкин һымаҡ - айырма юҡ. Тауҙа йәшен айырыуса
       ҡурҡыныс, ул нәҡ һиңә тоҫҡап атҡан кеүек тойола.
       Уның ҡарауы артабан - ғәжәйеп тынлыҡ - уны ниндәйҙер тиле кәкүк тауышы ғына боҙа. Әйткәндәй, ул ысынлап та нисектер
       сәйер саҡыра ине. Һеҙҙеңсә, был бошмаҫ әсә нисек саҡыра "Кәк - күк, кәк - күк..." - тиерһегеҙ һеҙ. Беҙҙеке иһә нисек
       теләй шулай ҡысҡыра: "Кәк- күк - күк, кәк - күк - күк! Үҙен сәлекле рок - н - ролл. Ул беҙе өс көнлөк сәйәхәтебеҙ буйына
       оҙатып йөрөнө.
       Ниһәйәт, һуңғы ынтылыш, һәм беҙ башҡорт ҡурсаулығы территорияһына яҡынлашабыҙ.
       Тәбиғәт ҡосағында һуңғы төн, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә н йыйылған туристар менән туғанлашыу, йырҙар йырлау, әсе бал , Капово мәмерйәһе, тиҙ арала кире юлға йыйыныу һәм ниндәйҙер юғалтыу тойғоһо. Тәбиғәт ҡосағынан сыҡҡанда бик мөһим әйбереңде юғалтҡандай булаһың икән. Хәйер, әйләнеп ҡайтырға бер ваҡытта ла һуң түгел.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал