6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Йөрәктәрҙә матурлыҡҡа һөйөү йәшәй
21.07.06


       "Баймаҡ" ижади берекмәһенең үҙешмәкәр рәссамдары, башлыса, пенсионерҙар, әммә уларҙың йөрәгендә тәбиғәткә һәм матурлыҡҡа һөйөү йәшәй. Берекмәләге 20 оҫта танылыу табыр өсөн ижад итмәй, ә бары тик яратҡан эштәре менән шөғөлләнә. Күптән түгел Өфөлә, Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһында, уларҙың ихлас күңелдән төшөрөлгән эштәренең
       күргәҙмәһе үтте. Ике ҙур бүлмә туғыҙ авторҙың эштәрен һыйҙырған. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар үҙҙәре килеп етә алмаған, быға көндәрҙең эҫе тороуы һәм, ғөмүмән, һауа торошоноң йыш алмашыныуы сәбәп булып тора.
       - "Баймаҡ" ижади берекмәһенең күпселек вәкилдәре - өлкән йәштәге кешеләр. Лайыҡлы ялда уларҙың буш ваҡыты етерлек,
       һәм улар тулы ҡанлы ижади тормош менән йәшәй, яратҡан эштәре менән шөғөлләнә: һүрәт төшөрәләр, сигеү сигәләр, бала ҫ һуғалар, - тип һөйләй галерея директоры Кәримә Кайдалова.
       Иң ҡыҙыҡлыһы, күргәҙмә авторҙарының һәр береһенең уникаль
       һәм иғтибарҙы йәлеп итерлек үҙ тарихы бар. Бына, мәҫәлән, ағасҡа һырлап биҙәк һалыусы Ғүмәр Мәжитов утын әҙерләгән ваҡытта айыуҙы хәтерләткән түмәргә тап була. Шул мәлдән башлап урман уның ижади оҫтаханаһына әүерелә. Ғүмәр ағай һеләүһен, ҡондоҙ, йылан, бүре, хатта кеше һынын да ҡырҡып эшләгән. Был ағас скульптуралар Кәрим Иҫәнов һәм Ринат Ҡасимовтың тыуған төйәк матурлығын һүрәтләүсе картиналарын б ик уңышлы тулыландыра.
       Сулпан Нәбиуллина пенсияға сыҡҡас ҡорама ҡорау менән мауыға башлай, сәйлән менән биҙәп сигеүҙәр сигә. Сағыу георгин сәскәләре - уның тәүге эше. Яҡшы башланғыс артабан д а ижад итеүгә алып килә. Эштәренең береһе - сәйлән менән
       сигелгән "Быуалағы аҡҡоштар" картинаһы, уға ҡарап һоҡланмау
       мөмкин түгел.
       Сулпан Нажар ҡыҙы эштәрен йыш ҡына туғандарына һәм яҡындарына бүләк итә. Ә ҡунаҡҡа сәйләндәр һәм боронғо тәңкәләр менән үҙе биҙәгән матур милли костюмдарын кейеп барырға ярата.
       Наталья Пинашина һөнәре буйынса - шәфҡәт туташы. Сигеү менән бала сағынан мауыға. Уның йорт эсен сигелгән таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, мендәрҙәр, япмалар, паннолар биҙәй . Наталья Сергеевнаның хыялы - урыҫ халыҡ әкиәттәре буйынса эштәр серияһын сигеү.
       Ә инде Гүзәл Сәйғәфәрова ғүмере буйына Баймаҡ районында ф ельдшер - акушер булып эшләгән һәм бары тик хаҡлы ялда
       ғына үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнеү мөмкинселеген тапҡан. Уның етеҙ бармаҡтары сиккән төрлө картина һәм балаҫтар бөгөн өй стеналарын биҙәй.
       Матрена Миронова бик тә диндар кеше. Ул им - том, доғалар менән балаларҙы дауалай. Матрена Сидоровнаның селтәр ырғағы lemән бәйләнгән сәскәләренең дә шифалы үҙенсәлектәре бар, т и белгәндәр. "Биҙәктәр үҙҙәренән - үҙҙәре тыуа, ә илһам Алланан килә", - тип аңлата был серен Матрена Сидоровна. Һикһән бер йәшендә ул ырғаҡ менән бәйләүен дауам итә һәм биҙәктәр өсөн сәйләндәрҙе күҙлекһеҙ ҙә теҙә. Уның эштәре шул
       тиклем матур, хатта уларҙы йыш ҡына Баймаҡ мәктәптәрендә күргәҙмә әсбаптары итеп тә ҡулланалар.
       Зифа Шәрипованың балаҫтарында ҡабарынҡы украин гөлләмәләре ҡаҙаҡ раузалары һәм башҡорт биҙәктәре менән үрелеп бара. Буласаҡ туҡыусыны станокта балаҫ һуғырға Ҡаҙағстанда йәшәгән ваҡытында украин ҡатыны өйрәтә. Пенсияға сыҡҡандан һуң Зифа Камалетдиновна тыуған яғы Баймаҡҡа ҡайта. Өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Ҡаҙағстандан
       алып ҡайтҡан станогында бөгөн дә ҡыҙҙарын балаҫ һуғырға өйрәтә ул.
       Клуб етәксеһе үҙе - БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, райондың Батыр Вәлитов исемендәге премияһы лауреаты, бөтә союз күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы Миҙхәт Байрамғолов майлы буяу һәм акварель менән пейзаж һәм портреттар яҙа. Уның
       һүрәттәре беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына онотҡан изгелек тойғоһо һәм тәбиғәт матурлыҡтары тураһында хәтергә төшөрә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал