6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ышаныслы еңеү яуланды
21.07.06


       "Салауатнефтемаш" (спидвей) командаһы ошо көндәрҙә ышаныслы еңеү яуланы. "Украина" клубы башҡорт
       "һыбайлыларының" тәгәрмәстәре аҫтында ҡалды.
       Ҡунаҡтар активында ни бары дүрт тигеҙ иҫәп һәм 2 : 4 иҫәб енә өс еңелеү. Ҡалған һигеҙ уҙыш хужаларҙың өҫтөнлөгөн күрһә тте - 5:1. Һөҙөмтәлә Салауат тамашасылары "Украинаның" тар -
       мар ителеүенә шаһит булды - 64:26.
       Ярыштар алдынан "Салауатнефтемаштың" еңеүендә шикләнеүселәр булманы тиерлек. Был команда әлеге ваҡытта танылған лидерҙарға ҡаршы торорға ла һәләтле. Күптән түгел Тольятти ҡалаһында үткән уҙыш та быға дәлил - унда башҡорт
       мотоуҙышсылары Рәсәйҙең күп тапҡыр чемпион исеме яулаған "Мега - Лада" клубына бер мәрәйгә генә биреште.
       "Украина" иһә, үҙенең яңғырауыҡлы исеменә ҡарамаҫтан, бөгөнгө көнгә ҡурҡыныс тыуҙырыусы командаларҙан һаналмай. Ровно ҡалаһы вәкилдәре Рәсәйҙең асыҡ команда чемпионатында е ңеү өсөн түгел, ә был ҡалала спидвей йәшәүен дауам итһен өсөн генә сығыш яһай.
       Украиндар Салауатҡа быйыл модала булған легионерҙарҙы килтереп тә торманы. Команда лидеры Игорь Марконың булмауы л а уны көсһөҙләндереүгә сәбәп булды. Мотоуҙышсының
       автомобиль аварияһына осрап ауыр йәрәхәттәр алыуы асыҡланды.
       Матчта еңеүҙәргә һыуһаған салауаттар лайыҡлы иҫәпкә өлгәште, был уларға ағымдағы миҙгелдең барлыҡ осрашыуҙар суммаһы буйынса ыңғай балансҡа ирешергә мөмкинселек бирҙе.
       Мәҡәлә аҙағында хужаларҙың араһында иң оҫтаһы Польша легионеры Яцек Кшижаняк булды тип өҫтәргә ҡала. Ҡунаҡтарҙан иһә ошондай уҡ һөҙөмтәләр менән Виктор Гайдым маҡтана ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал