6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Сауҙа: алға һәм юғарыға табан
21.07.06


       Йола буйынса, 1966 йылдан башлап, сауҙа хеҙмәткәрҙәре июлдең дүртенсе ял көнөндә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл ул 23 июлгә тура килә.
       Байрам алдынан БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министры Борис Колбин был тармаҡта эштәрҙең нисек барыуы хаҡында һөйләне.
       Бөгөн сауҙа - иҡтисадтың йылдам үҫешеүсе тармаҡтарының
       береһе. Ул халыҡты киң ассортимент тауарҙары менән тәьмин итә. Ә беҙ барыбыҙ ҙа ашауға, эсеүгә, кейенеүгә, мебель һәм техника, китаптар һәм уйынсыҡтар һатып алыуға мохтаж икән, тимәк сауҙа беҙҙең барыбыҙ өсөн дә кәрәк һәм мөһим. Иҡтисадтың төп тармаҡтары араһында сауҙа сәнәғәттән һуң икенсе урын биләй һәм республиканың консолидацияланған
       бюджетына индерелгән аҡсаның туғыҙ процентын тәьмин итә.
       Республикала 20 мең күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу һәм туҡланыу предприятиелары бар. Сауҙа хеҙмәтләндереүе өлкәһендә 256 мең кеше, йәғни республиканың иҡтисади әүҙем
       халҡының 15 проценты мәшғүл.
       Сауҙа эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүҙә элеккесә лидер булып ҡала . Бөгөн республикала кесе эшҡыуарлыҡтың һәр икенсе субъекты - сауҙа йәки туҡланыу предприятиеһы. Сауҙала 54 мең шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Был Башҡортостандағы бөтә эшҡыуарҙарҙың яр тыһынан күберәк тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә ҡулланыусылар баҙары та ғы ла байый, конкурентлыҡ барлыҡҡа килә, хеҙмәтләндереү камиллаштырыла.
       Уңышлы сауҙа итеүҙең нигеҙе, беренсе сиратта, белгестәрҙе ң юғары профессионаллығы, оҫталығы һәм алдан күрә белеү һәләтенә бәйле. Бөгөн был өлкәлә ҙур стажлы, тәжрибәле белгестәр менән бер рәттән йәш, инициативалы хеҙмәткәрҙәр ҙә
       эшләй. Яңы барлыҡҡа килгән логистика буйынса менеджер, бренд - менеджер, мерчендайзер һәм башҡа һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу арта. Киләсәккә кадрҙар әҙерләү өсөн БР Тышҡы
       иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы 2004 - 2005 йылдарҙа республиканың иң алдынғы вуздары менән кадрҙар әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө.
       Инвесторҙарҙы айырыуса сауҙа секторы йәлеп итә. Республикаға ҙур Рәсәй һәм сит ил компаниялары килә. 2005
       йылда яңы сауҙа объекттары төҙөүгә генә 1,7 миллиард һум йәлеп ителгән. Башҡортостанда ике "Макдоналдс" рестораны -
       уларға 100 миллион һум инвестицияланған, "Мадо" кафеһы - шу л уҡ сумма, "Рамстор" супермаркеты - 68 миллион һум, "Метро Кэш энд Кэрри" ваҡ күмәртәләп сауҙа итеү магазины - 600 миллион һум - яҡшы эшләй. "ИКЕЯ МОС" швед компанияһының күп функциялы сауҙа үҙәген (4,5 миллиард һум), Австрия компанияһының "Паркхаус" сауҙа - күңел асыу үҙәген (3,4 миллиард һум), төрөк компанияһының икенсе "Рамстор"
       супермаркетын (60 миллион һум), немец компанияһының "Аврора - Өфө" спорт - күңел асыу комплексын (2 миллиард һум ) асыу планлаштырыла.
       Ҙур селтәрле структуралар әүҙем үҫешә. Бөгөн ҡулланыусыла р баҙарында республика һәм Рәсәйҙең 50 - нән ашыу селтәрле
       компаниялары эшләй. Эконом - класлы универсамдар һорау
       менән файҙалана. Унда кешеләрҙе аҙыҡ - түлек продукцияһына
       социаль әһәмиәтле хаҡтар йәлеп итә. Республикала үҙҙәренең таратыу үҙәктәре булған компаниялар эшләй: "Салют - торг" ("Пятерочка"), "Универсал - трейдинг" ("Матрица") яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "Форвард" ("Полушка") ябыҡ
       акционерҙар йәмғиәте, "Техно" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте , "Планета - люкс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ("Пять Звез д"), "Даско - трейд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Нерал" компаниялар төркөмө һәм башҡалар.
       Ағымдағы йылда яңы объекттар асылыуын дауам итә. Йылдың беренсе яртыһында республикала "Ирәмәл" сауҙа үҙәгенең беренсе сираты, дүрт "Монетка" супермаркеты, Дәүләкәндә, Белоретта сауҙа комплекстары һәм тағы 300 - гә яҡын объект асылған.
       Юл сервисы ла үҫешә. Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдары эргәһендә 488 юл сервисы объекты эшләй. Ю л хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хеҙмәтләндереү селтәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса эксперттар советы булдырылды. Юл сервисы предприятиелары һәм объекттары хаҡында мәғлүмәттәр базаһы барлыҡҡа килде. Республикала юл сервисы объекттарын урынлаштырыу, проектлау һәм төҙөү ҡағиҙәләре раҫланған.
       Республикала туҡландырыу хеҙмәте баҙары ла алға бара. Алдынғы кулинария мәктәптәре тәжрибәһендә Өфөлә өр - яңы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған "Пышка" кулинар оҫталыҡ үҙәге булдырылды. Унда аш - һыу оҫталары һәм
       кондитерҙар әҙерләп сығарыла һәм туҡланыу өлкәһе белгестәре
       өсөн мастер - кластар һәм тренинг - дәрестәр үткәрелә. "Лид о", "Даско", "Мадо", "Мокко" селтәр предприятиелары үҫешә. Ярымфабрикаттар цехтары һәм кулинария магазиндарының һаны ар та.
       Тышҡы сауҙа ла йылдам үҫешә. Тышҡы сауҙа әйләнеше
       буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң ҙур ун субъекты исемлегенә
       инә һәм экспорт йүнәлеше буйынса эшләүсе иң ҙур төбәктәрҙең
       береһе булып тора.
       Бөгөн БР 86 дәүләт менән әүҙем сауҙа - иҡтисад мөнәсәбәтт ә тора. Тәүгә башҡорт баҙарына Ямайка сыҡты, бер ни тиклем
       туҡталып торғандан һуң Алжир, Лихтенштейн, Мавритания, Мальта менән сауҙа мөнәсәбәттәре яңыртылды. Европа илдәре, А ҠШ, Ҡытай, Төркиә, Япония, Ҡаҙағстан, Украина һәм башҡа дәүләттәр менән күп яҡлы ныҡлы бәйләнештәр оҙаҡ йылдар
       дауам итә.
       Тышҡы баҙарҙа "Нефтекама автозаводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте автобустары, "Башҡорт троллейбус заводы" асыҡ
       акционерҙар йәмғиәте траллейбустары, "Күмертау авиация етештереү предприятиеһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы етештергән вертолеттар, шулай уҡ башҡорт балы һәм ҡортсолоҡ продукцияһы, төҙөлөш материалдары һәм
       башҡалар һатыуға сығарыла.
       Импорт буйынса беҙ донъяның алтмыштан ашыу иле менән бәйләнеш тотабыҙ. Импорт структураһында төп өлөш Германия, Б ельгия, Франция, Ҡытай һәм Нидерландтан килтерелгән ҡыйбатлы ҡорамалдарға тура килә. Шул уҡ ваҡытта республика
       импортының дүрттән бер өлөшөн Үзбәкстандан килгән "Дэу" еңел автомобилдәре тәшкил итә.
       Һатылған тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бик мөһим. Һан артыуының һәр ваҡытта ла сифат артыуына килтермәүе сер түгел. Контрафакт,
       ялған һәм хәүефле продукция бар, ҡулланыусы хоҡуғын боҙоу осраҡтары булғылай.
       Әммә конкуренция етешмәүе, ҡайһы бер урында уның бөтөнләй булмауы өҫтә әйтелгән проблемаларҙы баҙарҙың үҙкөйләнеше иҫәбенә хәл итергә мөмкинселек бирмәй. Шуға күрә быйылғы йылдың ғинуар айында Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы БР Эске эштәр министрлығы һәм Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Волга буйы төбәк - ара техник көйләнеш һәм метрология буйынса территориаль идаралығының БР бүлексәһе (инспекция) һәм Роспотребнадзор менән өс яҡлы ике килешеү төҙөнө. Өҫтәүенә, аҙыҡ - түлек тауарҙарының әйләнеше һәм сифатын контролдә тотоу һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын
       һаҡлау өсөн БР Дәүләт аҙыҡ - түлек инспекцияһы булдырылды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал