6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Юбкалағы полковник
21.07.06


       Ванда Львовна Василевская ( 1905 йыл 21 ғинуар - 1964 йыл
       21 июль) - поляк һәм совет яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Ул фашистар Варшаваға яҡынлашҡанда Польшанан китә. 1939 йылдан башлап Киевта йәшәй. Уҡыусылар уны "Пламя на болотах" , "Облик дня", "Родина" китаптары буйынса белә. Бөйөк Ватан
       һуғышы йылдарында ул - полк комиссары (артабан полковник), "За Радяньску Украину" гәзите хеҙмәткәре, "Правда", "Извести я", "Красная Звезда" гәзиттәрендә сағыу очерктар менән сығыш яһай. "Известия" гәзитенең "Радуга" повесы баҫылған һанын фронтта ла, тылда ла ҡулдан - ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар.
       Ванда Василевская Сталинград, Үҙәк, Көньяҡ - Көнбайыш фронттарында була. Ире Александр Корнейчук менән бергә ул 1941 йылдың көҙөндә Башҡортостанда барлыҡҡа килгән 21 - се
       атышсылар дивизияһында ла булып китә. Был хәл 1942 йылдың
       сентябрь аҙағына, дивизияға гвардия байрағын тапшырған көндәргә тура килә.
       Әнүәр Бикчәнтәев ул ваҡытты былай тип хәтерләй: "Окоп һәм траншеяларҙа мин осратҡан тәүге яҙыусылар Ванда Василевская һәм Александр Корнейчук булды. Ул беҙҙең башҡорт пехота дивизияһы өсөн ауыр осор ине...
       Күренекле ҡунаҡтар беҙҙә ике көн булды. Әммә был ваҡыт эсендә улар траншея һәм окоптарҙа булырға ла, саперҙар һәм
       разведчиктар менән осрашырға ла өлгөрҙө. Улар менән ғәҙәти әңгәмәләшеү ҙә ни тиклем тулҡынланыу һәм илһам тыуҙыра ине!
       Быға тиклем беҙ бит уларҙы китаптары буйынса һәм үҙәк матбуғаттағы сығыштары буйынса ғына белә инек..."
       1943 йылдың ғинуарында яҙыусылар Өфөгә килә. Был осраҡлы хәл булмай. Өфөлә Украина Яҙыусылар союзының республикала Со вет власы урынлаштырылыуына 25 йыл тулыуына арналған тантаналы пленумы ойошторола. Төрлө фронттарҙан, партизан отрядтарынан, алыҫ һәм яҡындағы ҡалаларҙан яҙыусы - фронтовиктар йыйыла.
       "Пленум Өфөлә Украина әҙәбиәтенә булған ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныуҙың сағыу өлгөһө булып торҙо, - тип хәтерләй Максим Рыльский. - Башҡортостан Совнаркомының Ҙур залы пленумда ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙе һыйҙыра алмауын ғына әйтеү етә".
       Ванда Василевская пленум эшендә ҡатнашыу ғына түгел, 1943
       йылдың 10 ғинуарында үткән ҙур әҙәби кисәлә сығыш та яһай.
       "Кисә Совнаркомдың Ҙур залында үтте, - тип һөйләй академ ик Богомолецтың улы Олег Александрович. Ванда Василевскаяның
       сығышын барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Ул полковник формаһында, галифе салбарҙа, итектә ине. Бер аҙ поляк акценты һиҙелә. Корнейчук менән Василевская "Башҡортостан" ҡунаҡханаһында йәшәне".
       СССР территорияһында беренсе поляк армияһын булдырыу буйынса эш Өфөлә урынлашҡан Коминтерндың поляк секцияһы
       менән бергә алып барыла. Ванда Василевскаяның
       Башҡортостанға килеүе был эште әүҙемләштереүгә, һис шикһеҙ,
       булышлыҡ итә.
       Ул һуғыш ваҡытында Башҡортостанда йәшәүсе поляктар - эмигрант һәм ҡасаҡтарҙың тормошо менән дә ҡыҙыҡһына. Ҡәнәғәт ҡала. Башҡа имен булмаған өлкәләрҙән дә поляктарҙы
       Башҡортостанға ебәреүҙәрен һорап Мәскәүгә хат ебәрә. Уға
       ыңғай яуап килә.
       Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ванда Василевская Киевта йәшәй , бик күп эшләй, өс тапҡыр Сталин премияһына лайыҡ була. Оҙайлы йылдар Бөтә донъя тыныслыҡ советы ағзаһы булып тора. Ленин ордены менән наградлана.
       Үҙенең китаптарының береһен Ванда Всилевская "Йәйғор" тип
       атай - ул халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ хаҡында.
       Ванда Василевская 1964 йылдың эҫе июль иртәһендә һуңғы фразаһын да яҙып бөтә алмайынса, инфаркттан вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал