6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Уйлап эшләү ҡамасауламаҫ ине лә...
20.07.06


       Матур йәшәүҙән тыйыу мөмкин түгел, өҫтәүенә бының өсөн үҙ
       кеҫәңдән сығарып түләргә кәрәк булмаһа, икеләтә яҡшы. Ҡариҙел районында тормош артыҡ матурҙарҙан тип әйтеп булмай, дотацияға көн күреүсе башҡа райондарҙан ул бер нимәһе менән дә айырылып тормай. Тик бына унда республика ҡаҙнаһынан килгән аҡсаны һәм үҙ средстволарын нисек итеп тотоноуҙары хаҡында айырым һөйләргә кәрәк.
       Беренсе булып Ҡариҙел районы бюджетына ҡағылышлы
       парадокстарҙы БР Контроль - иҫәпләү палатаһы баһаланы, улар
       БР бюджетынан 2005 йылға ярҙам йөҙөнән бүленгән средствоны маҡсатлы һәм һөҙөмтәле итеп файҙаланыуға ревизия яһаны.
       2005 йылда райондың янсығында 263,5 миллион һум табыш иҫәпләнә. Район үҙе уның 29 процентын ғына йыя алған. 2004 йыл менән сағыштырғанда был һан 2,4 процентҡа күберәк,
       әлбиттә, әммә уны ла етерлек тип әйтеп булмай. Тағы килеп өҫтәмә финанстар резервы бар. Йөҙ миллион һум түгел, әлбиттә , әммә һуҡыр бер тин дә түгел бит.
       Шулай, мәҫәлән, түләү һәм йыйымдар буйынса иҫәп - хисап эшләргә яратмағандарға бер аҙ баҫым яһаған осраҡта, бер миллион һум йыйырға мөмкин булыуы асыҡланды. Әгәр ҙә
       урындағы властар бүленгән кредиттар буйынса бурыстарҙы ҡайтарыу хәстәрен күрһә, район ҡаҙнаһы тағы дүрт миллионға артыр ине. Ер һәм милеккә ҡуртым аҡсаһы, штраф санкциялары м енән дә Ҡариҙел янсығын байтаҡҡа "һимертергә" мөмкин (штрафтар ғына ла миллиондың өстән бер өлөшөн тәшкил итә).
       Әммә, күренеүенсә, бында икенсе төрлө финанс схемаһы
       буйынса эшләйҙәр. Һәр тинде эшкә тотоноу урынына Ҡариҙел районы көнбайыш миллионерҙары принцибы буйынса йәшәй: меценат - ул ғорур яңғырай.
       Үҙҙәре күпселек республика аҡсаһына көн күрһә лә, районда икенсе кимәл бюджетынан финансланыусы бюджет
       учреждениеларына ярҙамға 336 мең һум бүленгән. Хужалыҡ ойошмаларына ярҙамдан да баш тартмағандар.
       Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының автопаркы иҫкереүе һәм айырым муниципаль берәмектәрҙә эш автотранспорты булмауы
       билдәле була тороп, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы балансынан бушлай (!), спонсор ярҙамы (!!!) сифатында Урал
       юридик академияһының Өфө филиалына 200 мең һумлыҡ "Нива" ма шинаһы бирелгән. Юридик белемле буласаҡ кадрҙар әҙерләү - иҡ тисади уңыштың нигеҙе икәнлеге аңлашыла, әлбиттә, әммә бөгөн эш урындарында тир түгеүсе граждандарҙың һаулығын да иҫәптән сығарырға ярамай. Ни өсөн дауахананы үгәйһетеүҙәре аңлашылмай.
       Ғөмүмән, районда үткән йылда сығымдар йәһәтенән яҡшы йәшәгәндәре һиҙелә ( кем әйтмешләй, емереү төҙөү түгел, хәйе р, нәҡ төҙөлөшкә тейешенән күберәк аҡса сарыф ителгән дә инд е). Мәҫәлән, бюджет учреждениеларын капиталь ремонтлауға планлаштырылғандан 372 мең һумға күберәк аҡса тотонолған. Әйткәндәй, 266 мең һум республика бюджетынан бүленгән. Асыҡланыуынса, был аҡса төҙөлөшкә лә түгел, ә вывескалар әҙерләү һәм гәзит - журналдарға яҙылыуға, шулай уҡ хужалыҡ ихтыяжына һәм штат лимиттарынан тыш эш хаҡы түләүгә киткән.
       Республика бюджетынан һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларына капиталь ремонт үткәреүгә бүленгән тағы 1,1
       миллион һумды ла хужаларса тотонғандар тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында 2000 - 2004 йылдарҙа республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы заказы буйынса 60 койка - урынлыҡ дауалау корпусы төҙөлә. Тикшереү ваҡытына дауалау корпусы файҙаланыла башлауына ҡарамаҫтан, у ның эксплуатацияға тапшырылмағанлығы һәм үҙәк район дауаханаһы балансына ҡуйылмағанлығы асыҡлана. Хәйер, тағы ла
       бер факт асыҡланмаһа, был да артыҡ хәүефле булмаҫ ине.
       Яңы корпустың подвалын даими рәүештә һыу баҫыуы 2005
       йылдың ғинуарында төҙөлгән ведомостта рәсми рәүештә раҫланған. Төҙөүселәрҙе үҙ эштәрен ҡабаттан еренә еткереп эшләтер өсөн бынан да яҡшы сәбәп табып булмай, бик булмаһа, түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Әммә
       район властарының меценатлығы ваҡлашырға мөмкинселек бирмәй: заказсыға ла, подрядсыға ла етешһеҙлекте бөтөрөү
       буйынса бер ниндәй ҙә дәғүә белдерелмәгән. Ниңә Республика
       ҡаҙнаһы йәшәһен, ул корпустың подвал өлөшөн бейегәйтеү һәм бетон менән ҡаплау өсөн тағы 940 мең һум бүлә.
       Уның ҡарауы район хакимиәте икенсе яҡтан һаҡсыллыҡҡа өйрәнә. Мәҫәлән, ниндәй экономия маҡсатындалыр, уныһы аңлашылмай, мәғариф бүлеге район мәктәптәре өсөн (тендер үткәрмәйенсә!) шәхси эшҡыуарҙан уға тиклем Салауат исемендәге хужалыҡ иҫәбендә торған йылытыу ҡаҙандары һатып ала. Бында тәү ҡарашҡа артыҡ ҡағиҙә боҙоу ҙа юҡ һымаҡ - ярай инде, тендер үткәрмәгәндәр ( хәйер, быны ла закон хупламай). Әммә ҡаҙандарҙы бит хужалыҡ үҙ ваҡытында яраҡһыҙ булыуы сәбәпле иҫәптән сығарған (!).
       232 мең һумға алынған ҡаҙандарҙы утын яғып йылытыуға ҡулайлаштырылар. Әммә бына тик документтар тәртипкә килтерелмәй: эшҡыуарҙың был ҡаҙандарҙы хужалыҡтан һатып алыуы раҫланмай. Хәйер, бөгөн был эш менән район прокуратураһы шөғөлләнә...
       Район мәктәптәренең береһендә спорт залының иҙәнен алмаштырыуҙы ла уйлап башҡарылған эш тип әйтеүе ҡыйын. Мәғариф бүлеге спорт залының иҙәнен алмаштырыуға 35 мең һум түләй. Иҙәнде икенсе иҫке мәктәптән күсереп алып киләләр , ләкин уның боронғо булыуы хаҡында уйлап та ҡарамайҙар. Һөҙөмтәлә объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң дүрт йыл үткәс, иҙән таҡталары емерелә башлай, уларҙың норматив хеҙәт
       итеү ваҡыты - 20 йыл.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал