6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Сәнскеле матурҡай
21.07.06


       Кактус кеүек тормошҡа оҫта яраҡлашҡан башҡа сәскәне күҙ алдына ла килтереп булмай. Уны тәрбиәләргә кәрәкмәй тип әйтерлек, һыуҙы ла күп талап итмәй был гөл, әйтерһең, үҫемле к түгел, торғаны дөйә! Дөрөҫ, холҡо сәнскелерәк, терпе кеүек энәләрен тырпайта - һаҡлана белә. Ә беҙ кактусты барыбер яратабыҙ, сәскә атҡанын көтәбеҙ. Тик иркәләп һыйпамайбыҙ
       ғына.
       Һәм, ниһәйәт, көтөп алдыҡ! Мексика, Перу йәки Чили ҡунаҡтарының беҙҙең алда бар матурлыҡтарын асып һалыуын, нәфис ал төҫтәге сәскәләрҙең атыуын егерме йылдан ашыу көтөргә тура килде. Тик шуныһы насар һәм ғәҙел түгел: ни тиклем көтөп алынған был матурлыҡ теүәл бер тәүлектән һулый башлай. Әл дә беҙҙең фотограф уларҙы мәңгеләштереп өлгөрҙө. Бер ыңғай Андрей башҡа кактустарҙы ла фотоға төшөрҙө, улары ла бер - береһе менән татыу йәшәй, хатта сәскә лә ата...
       Эх, кактустар һеҙ кактустар, тәү ҡараштан күңелгә ятҡас, һ еҙҙән бер ҡайҙа ла ҡасып булмай икән ул. Һәм йыл һайын яңына н - яңы экземплярҙар барлыҡҡа килә, улар беҙҙе һәр төрлө бәл әнән һаҡлай. Бер ҙә шаяртмайым, кактустың кире энергияны үҙенә туплауы, негатив тойғоларҙы баҫыуы, йәғни ғаиләгә ыңғай йоғонтоһо фән тарафынан раҫланған. Хәйер, хәлдәрҙең төрлөһө
       булыуы ихтимал, әлбиттә. Был экзотик үҫемлектәргә ғашиҡ дуҫым Рөстәм бер көндө бүлмәһен елләтеп алырға була. Уйлап
       ҡараһаң, бынан да ябайыраҡ эш булыуы мөмкин түгел. Әммә Рөстәмдең был көнө ҡыйышыраҡ тейәүен иҫәпкә алғанда, эштең а ҙағы күңеллеләрҙән булмай. Ул бар кәүҙәһе менән кактустар
       теҙелеп ултырған тәҙрә төбөнә ауа... Быны эшләргә тәжрибәле йог та баҙнат итмәҫ ине, моғайын... Йөҙләгән энәләр ҡаҙалған дуҫым бүре кеүек олоп, тиҙ ярҙам да саҡырып тормайынса, үҙе дауаханаға саба, төнө буйы уның тәнен кактус энәләренән таҙарталар. Шул ваҡыттан башлап уға ниндәй ҡушамат йәбешкәнен аңлайһығыҙҙыр, моғайын.
       Әйткәндәй, кактустарҙың күп төрҙәре ашарға ла яраҡлы.
       Мексикала, мәҫәлән, уларҙы аш бешергәндә, салат
       әҙерләгәндә файҙаланалар, хатта тоҙлайҙар ҙа. Тәме буйынса
       шул уҡ ҡыярға оҡшаш. Шәкәрле кактустар ҙа осрай. Уларҙан мармелад һәм башҡа тәм - томдар эшләйҙәр. Быға бәйле тағы бер осраҡ иҫкә төшә. "Кактусистҡа" дуҫтары ҡунаҡҡа килә. Бер аҙ ултырғас, хужа ҡайҙалыр сығып китә, ә уның ҡунаҡтары тик ултырғансы кактустарҙың береһен тәмләп ҡарарға була. Иң ҙурын һайлап алып әрсейҙәр һәм өлөштәргә бүлгеләп һоғоноп та
       ҡуялар. Хужа тәрилкә төбөндә ҡалған киҫәктәрҙе күргәс, иҫен   юғалта яҙа, сөнки был Бразилиянан ҡайтарылған иң ҡиммәтле экземпляр була...
       Әммә кактустар алыҫ тропик илдәрҙә генә түгел, Рәсәйҙә лә үҫә икән. Уларҙың береһе - опунция - Әстерхан өлкәһендә үҫә
       һәм шул тиклем тиҙ үрсей, хатта эш экологик һәләкәткә табан бара тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй...
       Республика буйлап командировкаларҙа йөрөгәндә мин төрлө ойошма һәм учреждениеларҙы биҙәүсе кактустарға иғтибар итәм.
       Шундайҙарҙың береһен егерме йыл элек Яңы - Өфө нефть эшкәртеү заводы цехтарының береһендә күрергә насип булды, уның бейеклеге өс метр самаһы ине.
       Андрей Старостин фотоһы (4).

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал