6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иҡтисад һәм сервис академияһы - иң "ҡыҙыу" вуз
20.07.06


       Юғары уҡыу йорттарында уҡырға инеү имтихандары тапшырыуҙың иң ҡыҙыу мәле етте. Ә иң "ҡыҙыу" һынауҙар бөгөн Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында, сөнки иң ҙур конкурс ошо уҡыу йортонда күҙәтелә, тип һөйләне БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина журналистарға.
       - Бер урынға биш - алты ғариза бирелә. Нигеҙҙә, туризм һә м аҙыҡ - түлек индустрияһы менән бәйле факультеттар алда бара.
       Өҫтә әйтелгән факультеттарҙы башлыса өфөлөләр һайлай. Ула р, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы әйтеүенә ҡарағанда, кәрәкле мәғлүмәт менән яҡшыраҡ таныш, шуға күрә киләсәге өмөтлө күренгән эшмәкәрлек өлкәһен һайларға тырышалар. Ауылдан килгән егет һәм ҡыҙҙар йола буйынса юрист, экономист һөнәрҙәрен хуп күрә.
       УГАЭС - тан ҡала икенсе урынды Башҡорт дәүләт университет ы биләй: бында бер урынға 5,2 абитуриент дәғүә итә. Унан һуң
       Башҡорт дәүләт медицина университеты килә, бындағы
       абитуриенттар араһында фармацевт һөнәренә өйрәнергә теләүселәр һаны айырыуса күп.
       Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла заман менән берг ә атлай. Юристар эшһеҙ ҡалмаһын өсөн бында "ике төрлө" һөнәр
       уҡытыу индерелгән, мәҫәлән, "Социаль педагогика һәм юриспруденция", "Юриспруденция һәм тарих".
       Быйыл республикала 44 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ ун берен се синыфты тамамлаған. Дәүләт вуздары абитуриенттарға 7554
       бюджет урыны тәҡдим итә. Был ярыштарҙа кем оторон ваҡыт
       күрһәтер.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал