6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Хужалар һанай, машиналар тикшерә
20.07.06


       Ауылда йәшәүселәрҙең күпме сабынлығы бар Баҡсасылар үҙ
       участкаларында нимә үҫтерә Ауылдарҙа мал үрсетеү ниндәй хәлдә Бөгөн Рәсәй ауылдарының портретын төшөрөү өҫтөндә
       статистиктар менән бер рәттән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусы миллионлаған кеше тир түгә. Рәсәй Федерацияһының һәр бер субъекты был портретҡа үҙ штрихын өҫтәй, Башҡортостан да ситтә ҡалмай.
       Республикала бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу йылдам бара. Бөгөнгө көнгә йорт хужалыҡтарының 80 проценты тикшерелгән дә инде.
       Көтөлгәнсә, тәүге аҙна шаҡтай ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Илдә бөгөнгө шарттарҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу тәжрибәһе юҡ,
       шуға күрә иҫәпкә алыу документтарын тултырыу төрлө һорауҙар
       барлыҡҡа килтерә. Бынан тыш иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре күп яҡлы, төплө тикшереүҙе талап итә. Иҫәпкә алыусылар өсөн иң ҡатмарлыһы эш резервтарын файҙаланыу, ер майҙандары, айырыуса бесәнлек һәм көтөүлектәр тураһындағы һорауҙар бирелгән бүлектәр булыуы асыҡланды. Һыйырҙары, кәзә һәм сусҡаларының һанын крәҫтиән теүәл белһә, сәсеү майҙаны хаҡында ул сама менән генә әйтә ала, ә емеш ағастарын иҫәплә п тә ҡарамай. Йыш ҡына һорау алыу ваҡытында хужаға баҡсаға сығып ағастарын һанарға һәм үҙ биләмәләрен үлсәргә тура килә . Башҡаса булмай, сөнки яуаптар аныҡ булырға тейеш. Иҫәпкә алыу бланкыларында яҙылғанды төҙәтергә ярамай, графалар аңлайышлы почерк менән яҙылырға тейеш, был иҫәпкә алыу машинаһы иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарындағы мәғлүмәтте дөрөҫ ҡабул и тһен өсөн кәрәк.
       Республика райондарында иҫәпкә алыу өсөн яуаплы кешеләр
       баҡса участкалары буйынса уникаль база барлыҡҡа килеүен белдерә. Быға тиклем коллективи баҡсалар хаҡында мәғлүмәт бөтөнләй булмаған тип әйтергә мөмкин.
       Иҫәпкә алыусылар көн һайын иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын инструкторға тапшыра, улар иҫәпкә алыу биттәренең дөрөҫ тултырылыуын тикшерә. Иҫәпкә алыу тамамланғандан һуң, 26 - 3 1 июлдә, хаталарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттарының биш проценты тирәһендә ко нтроль обход үткәреләсәк. Иҫәпкә алыу биттәрен ҡабул итеү август уртаһына тиклем дауам итә. Улар Башҡортостанстатта
       декабрь айына тиклем эшкәртеләсәк.
       Бөтәһе алты миллионға яҡын ҡағыҙҙы эшкәртеү көтөлә. Был эш өсөн компьютерҙа эшләй белгән кешеләр талап ителә. Әгәр
       ҙә ул һеҙҙе ҡыҙыҡһындырһа, Башҡортостанстатҡа мөрәжәғәт итегеҙ, бының өсөн айына биш меңгә тиклем эш хаҡы тәҡдим
       ителә. Иҫәпкә алыуға тәүге йомғаҡтар яһау 2007 йылдың
       беренсе кварталына планлаштырыла, илебеҙҙә ауыл хужалығы торошо хаҡында тулы картинаны 2008 йылда күрәсәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал