6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаев" әйҙәүсе уйынсыһынан яҙҙы
20.07.06


       Яҙмыш кешеләргә сюрприз әҙерләп кенә тора. Бөгөн команда яңы көс йыйып яңы еңеүҙәргә әҙер булһа, иртәгәһенә һиҙелерле к юғалтыуҙар кисерә. Һәм яңы йәрәхәттең ҡасан бөтәшере билдәһеҙ. Өфөнөң "Салауат Юлаев" командаһы әйҙәүсе уйынсыһынан яҙҙы. Егеттәр Рәсәйҙең 2005 - 2006 йылғы чемпионатында үҙ командаһы өсөн 22 гол индереүсе Андрей Сидякинһыҙ ҡалды.
       Беҙҙең шылтыратыу Андрейҙы операция өҫтәленән тип әйтерлек барып тапты:
       - Операция ун минуттан башланасаҡ, - тип белдерҙе команда лидеры хәсрәтле тауыш менән.
       - Нимә булды, врачтарҙың диагнозы ниндәй
       - Элекке йәрәхәт борсой. Үткән миҙгелдә мин тубыҡ бер аҙ ауыртһа ла уйнағайным. Әммә артабанғы тикшереүҙәр эштәрҙең е тди булыуын күрһәтте. Операцияһыҙ мөмкин түгел.
       - Ҡасаныраҡ һауығырһығыҙ икән
       - Күҙаллауҙар буйынса өс аҙна тирәһе.
       - Йәғни һеҙ өйҙә үтәсәк мөһим миҙгел алды турнирында - Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогында ҡатнаша алмаясаҡһығыҙ тигән һүҙ
       - Эйе, әлбиттә. Бәлки миҙгел алдынан Магнитогорск ҡалаһын да үтәсәк Рамазан мемориалына тиклем аяҡҡа баҫып өлгөрөрмөн.
       - Нишләйһең инде, тиҙерәк һауығыуығыҙҙы теләйбеҙ.
       - Рәхмәт.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал