6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башҡорт милицияһы менән бергә
20.07.06


       "БАШвестЪ" гәзите коллективы ҙур ғорурлыҡ менән үҙенең "хоҡуҡи күҙәтеүсеһе" Әлфиә Шәрәфетдинованы сираттағы еңеүе -
       БР Эске эштәр министрлығының почет грамотаһы менән ҡотлай. Башҡорт милицияһы уның хәбәрсе оҫталығын тәүге тапҡыр ғына б илдәләмәй, бының сәбәбе бар.
       Әлфиә дүртенсе йыл рәттән "БАШвестЪ" электрон гәзитендә хоҡуҡ һаҡлау тематикаһын яҡтырта, БР Эске эштәр министрлығы менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. Маҡсатына ынтылыусан, эшһөйәр, әүҙем кеше булараҡ үҙ эшен бик ярата һәм уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, мауыҡтыра белә, иң мөһим хәбәрҙе лә еңел һәм а ңлашылыусан тел менән еткерә. Республикала булған
       ваҡиғаларҙы күҙәтә, барыһын да күҙ уңында тота һәм объектив
       баһа бирергә тырыша.
       Һәр көн ул "БАШвестЪ" гәзитендә "Хоҡуҡ" һәм "Хәл - ваҡиғал ар" бүлектәрен яңыртып тора. Бынан тыш уның етәкселеге аҫтын да гәзиттең "Һөнәрҙәр каталогы" аҙналыҡ рубрикаһы ла сәскә а та.
       Йәғни "НимәҠайҙаҠасан" һорауҙарына унан һәр саҡ дөрөҫ
       яуап алырға мөмкин.
       Әлфиәнең һөнәри оҫталығы уның журналист эшмәкәрлегенең башында уҡ билдәләнгәйне: 2004 йылда ул хоҡуҡ һаҡлау тематикаһын иң яҡшы яҡтыртыусы булараҡ БР Эске эштәр
       министрлығының почет грамотаһы менән наградланды. Быйыл,
       17 июлдә, уны тағы ла бик шәп сюрприз көткән. БР эске эштәр министры Рафаил Диваев матбуғат конференцияһында башҡорт мил ицияһының ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, артабан иң лайыҡлы
       журналистарҙы ( алты кеше) "бик яҡшы эштәре" өсөн наградланы. Был грамотаны сәскәләр гөлләмәһе менән бергә БР эске эштәр министры Рафаил Диваевтың ҡулынан алыуы ҙур хөрмәт булды, тип таный Әлфиә. "БАШвестЪ" гәзитенең берҙәм к оллективы уны ысын күңелдән ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар һәм наградалар теләй!

БАШвесттар.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал