6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тәүге ҡатын - ҡыҙ - Социалистик Хеҙмәт Геройы
19.07.06


       Тамара Павловна Нечаеваның тәүге эше башҡорт колхозсыһы -
       сөгөлдөрсө, Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Хәйрулла ҡыҙы
       Батырованың ( 1902 йыл 16 декабрь - 1970 йыл 19 июль) скульптура портреты була.
       Скульптор алдында өлкән йәштәрҙәге ҡатын ултыра һәм күңелһеҙ булмаһын өсөн йыр һуҙа. Ә был йырҙа - уның изге күңеле кәүҙәләнә. Ҡатындан ҡыйыулыҡ рухы килгәндәй, йөҙөндә тәбиғәттән килгән аҡылы сағыла. Әммә нисек итеп балсыҡтан батырлыҡты, аҡылды һәм эшһөйәрлекте әүәләргә мөмкин.
       Тамара Петровна Банат Батырова һәм уның әхирәттәренең көнкүрешен, хеҙмәт биографияһын өйрәнеүен һөйләй. Айырым эскиздар эшләй. Аҡрынлап рәссамдың ижади күҙаллауында шәхси һыҙаттарҙан мәхрүм булмаған колхозсы ҡатын - ҡыҙҙың дөйөмләштерелгән образы барлыҡҡа килә. Артабан инде - уйланғанды кәүҙәләндереү өҫтөндә мәшәҡәтле эш көтә.
       Батырованың скульптура портреты Мәскәүҙә үткән күргәҙмәлә
       грамота менән билдәләнә. Яҙыусы Йософ Гәрәй Социалистик Хеҙмәт Геройы хаҡында "Беҙҙең Банат" тигән документаль повесть яҙа, ул Мәскәүҙә һәм Өфөлә баҫылып сыға.
       Кем һуң ул Банат Батырова Ҡырмыҫҡалы районында Иҫке Муса тигән ауыл бар. Банат шунда донъяға килә. Уның атаһы алпауытта урман ҡараусы булып эшләй. Яҙ көндәренең береһендә ул боҙло һыу аҫтына төшөп һәләк була һәм ете балаһын атайһыҙ ҡалдыра. Алты йәшлек Банат бай ғаиләһенә бала ҡараусы булып барырға мәжбүр була.
       Империалистик һуғыш, һуңынан Граждандар һуғышы башлана. Т ормош бик ауыр, аслыҡ - яланғаслыҡ хөкөм һөрә, әсәһе йыш ауырый. Ғаиләлә бик яратып йырланған йырҙар ғына күңелде бер
       аҙ күтәрә.
       Әммә яңы тормошҡа ла ваҡыт етә. 1932 йыл башында ярты ауыл халҡы колхозға яҙыла. Хеҙмәт көндәре һаны буйынса
       беренсе урында Банат һәм уның тормош иптәше Сәйетғәле бара.
       Хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән шөғөлләнә башларға хәл ителә. Банатты районға курстарға уҡырға ебәрәлә р һәм звено башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Һигеҙ ҡатындан торға н звенола етәксе һәм һәр саҡтағыса йыр башлаусы Банат була.
       Сөгөлдөрсөләр бер аҙ тәжрибә туплағас, гектарынан йөҙ центнер сөгөлдөр йыйып рекорд ҡуя.
       Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылда звенолағы һигеҙ ҡатын ирҙәрен фронтҡа оҙата. 1943 йылда һигеҙе лә тол
       ҡала.
       Әммә тормош дауам итә. 1946 йыл башында Банат Батырова гектарынан биш йөҙ центнер сөгөлдөр йыйырға һүҙ бирә. Көҙөн "батырсылар" гектарынан 502 центнер сөгөлдөр ала.
       Алда Банат Хәйрулла ҡыҙы өсөн иҫтәлекле булған 1947 йыл көтә. Үҙ участкаларының гектарынан звено 611 центнер сөгөлдө р йыйып ала.
       1948 йылда Батыроваға Башҡортостан ҡатын - ҡыҙҙары араһында беренсе булып Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
       Банат Батырова шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә 1960 йылға тикле м эшләй, тәжрибәле сөгөлдөрсөләр тәрбиәләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал