6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Врачтар ҡайҙа юғала
19.07.06


       "Юғары класлы белгестәр" тип әйтергә мөмкин булған врачтар
       һаны кәмегәндән - кәмей. Квалификациялы кадрҙар хаҡлы ялға сыға, өлкәнәйә. Ә уларҙың "лайыҡлы" алмашы һаны менән дә, сифаты менән дә ҡыуандырырға ашыҡмай. Мәҫәлән, республика бу йынса участка звеноһы табиптарының дүрт процентының
       сертификаттары юҡ, ә туғыҙ проценты һөнәре буйынса белемен арттырыуға мохтаж. Һәм был һандар ҙа сик түгел, уларҙың артыуына Асҡын, Тәтешле, Ҡалтасы райондарында врачтарҙың 30 проценттан ашыуының, Яңауылда - 37 процент табиптарҙың сертификаттары ғәмәлдән сығыуы ла булышлыҡ итә.
       Врачтар пенсияға сыҡһа ла эшләүен дауам итә. Юҡһа: 1. Ул ар өсөн кем эшләр 2. Улар нисек итеп пенсия аҡсаһына көн кү рер
       Республикала бындай врачтарҙың һаны уртаса алғанда 19,5 процент тәшкил итә, ә айырым райондарҙа ( Баҡалы, Иглин районы һәм Күмертау) участка звеноһында башлыса 29 - 36 процент пенсионер врачтар эшләй.
       Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үткән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегияһы сиктәрендә билдәләнеүенсә, был "тиҙ арала хәл итеүҙе талап итеүсе кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙең береһе".
       Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов бөгөнгө көнгә "Медицина хеҙмәткәрҙәре регистрына" фельдшер - акушерлыҡ пункттары һәм тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте эшмәкәрҙәренә өҫтәмә аҡсалата түләү буйынса 6559 яҙыу индерелеүе тураһында хәбәр итте. Участка хеҙмәте табиптары һәм шәфҡәт туташтарына килгәндә, уларға 256, 9 миллион һум күләмендә өҫтәмә аҡсалата түләү иҫәпләнгән.
       Эш хаҡының артыуы яңы кадрҙар килеүенә һиҙелерлек булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың алты айында участка х еҙмәте врачтары һаны биш процентҡа артҡан: терапевтар менән комплектлау - 4,4 процентҡа, педиатрҙар - 6,4, дөйөм практика врачтары - 4,9 процентҡа артҡан. Йәғни республиканы ң 20 территорияһы тулыһынса участка врачтары - терапевтар, 2 1 - педиатрҙар, 23 территория - дөйөм практика врачтары менән тәьмин ителгән. Участка врачтарының уртаса эш хаҡы 18,5 мең
       һумға тиклем артҡан, был " бер врачтың бер нисә эш башҡарыу
       коэффициенты түбәнәйеүенә килтерә".
       Әммә эш хаҡын арттырыу - кадрҙарҙы йәлеп итеүҙең бер сараһы
       ғына. Урындарҙағы һаулыҡ һаҡлау етәкселәре пенсионер врачтарға лайыҡлы алмаш әҙерләү сараһын күрергә тейеш. Юҡһа бер нисә йылдан һуң халыҡты дауаларлыҡ кеше ҡалмаясаҡ, тине Фәнил Булат улы. Һәм был йүнәлештә кадрҙар йәлеп итеү, дауалау учреждениеларын комплектлау ҙа аҙ - юғары класлы белгестәрҙе "үҫтереү" мөһим. Быны эшләүе иһә күпкә ҡатмарлыраҡ.
       - Башҡортостанда Минздрав системаһында амбулатор - поликлиника һәм стационар ярҙам күрһәтеүсе 465 дауалау -
       профилактика учреждениеһы, алты медицина профаликтикалау үҙәге эшләй. Уларҙың күбеһе яңы кадрҙарға мохтаж булған кеүек өҫтәмә матди йыһазландырыуға ла мохтаж, - тине Шәмиғолов. - Быға бәйле беренсел звено хеҙмәткәрҙәрен
       әҙерләү процесының һиҙелерлек әүҙемләшеүе, квалификацияны к үтәреүгә булған әҙерлек ҡыуандыра. 2006 йылдың беренсе яртыһында ғына 136 терапевт һәм 315 педиатр үҙ һөнәре буйынса белемен арттырҙы. Министр Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарына ҙ ур өмөт бағлауын йәшермәй. 10 - 20 йылдан һуң медицина ярҙамы сифатлы һәм тиҙ буласаҡмы - күпселек осраҡта уларҙың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләү теләгенән һәм әҙерлегенән тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал