6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Голландтарҙы төлкө тиреһе менән тәңкәләр әсир итте
19.07.06


       Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының йыраҡ сәйәхәттән ҡайтҡан бейеү театры артистарына ҡарап көнләшергә генә ҡала.
       Ҡәнәғәттәр, көс һәм энергиялары ташып тора! Ә барыһы ла үҙ тормоштарына сағыу төҫтәр өҫтәргә хәл итеүҙән башлана. Үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнауҙан туйған артистар донъя күреп, коллегалары менән аралашып ҡайтырға була.
       Театрҙың 15 йыллыҡ тормошондағы беренсе гастролдәр уңышлы к илеп сығыуы шикһеҙ. Алтын миҙал һәм статуэтка, иң мөһиме - тамашасылар һөйөүе - Стәрлетамаҡ артистары 27 июндән алып 16 июлгә ҡәҙәр Халыҡ - ара фольклор фестивале үткән
       Нидерландтан бына ошондай наградаларға байып ҡайта.
       Ойоштороусылар билдәләүенсә, бейеү донъяһында насарҙар юҡ, ә инде фестиваль тураһында әйтергә лә түгел. Әйткәндәй,
       ул 41 тапҡыр Нидерландта, 48 тапҡыр - Бельгияла үткәрелгән.
       Фестивалдә Испания, Ирландия, Венгрия, Малайзия, Мексика,
       Гватемала, барлығы 15 илдән килгән артистар ҡатнаша.
       - Африкандар, Яңы Зеландия, Филиппиндан килгән бейеүселәр
       айырыуса айырылып торҙо. Тәүгеләре үҙҙәренең сағыулығы, үҙенсәлектәре менән, икенселәре - ритмдары, өсөнсөләре - һығылмалы булыуҙары менән әсир итте Төркиәнең "итәк бейеүен"
       оноторлоҡ түгел, уны тик ирҙәрҙән генә торған төркөм башҡарҙы. Бейеүсе 20 минут буйына бер туҡталмайынса 400 тапҡыр әйләнде! - тип һөйләне журналистар менән осрашыу ваҡытында театрҙың төп балетмейстеры Риф Ғәбитов.
       Күпте күргән голланд тамашасыларын аптыратыуы ҡыйын, әлбиттә, әммә Стәрлетамаҡ бейеүселәренең оҫталығы барыһын да барыһын шаҡ ҡатырырға һәләтле. Әйткәндәй, ул фестивалдә Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй исеменән сығыш яһаусы берҙән - бер театр була.
       Башлыса башҡорт бейеүҙәрен башҡаралар: "Бәйет", "Бөрйән
       ҡыҙы", "Шәкерттәр"... Әммә башҡарыу оҫталығының иң юғары нөктәһе "Һыбайлылар" ("Джигитовка") була, уны республикала л а бик яратып ҡабул итәләр. Көнөнә ике концерт бирҙек, тип һөйләй Риф Ғәбитов.
       Барыһынан тыш интернаттарҙа, ҡарттар йортонда хәйриә
       эше менән дә шөғөлләнергә өлгөрә бейеүселәр. Балалар беҙҙең
       артистарҙы йылмайышып ҡаршы алалар, башҡорт көйөнә рәхәтләнеп бейергә лә төшөп китәләр.
       Хәйер, башҡорт бейеүселәре өлкән тамашасыны ла әсир итә: голландтар профессионалдарҙан бейеү оҫталығына өйрәнер өсөн сәхнәгә лә күтәрелә.
       Беҙҙең артистарға йышыраҡ хөрмәтле миссия - сығыштарҙы тамамлау бурысы эләгә. Быны белгән халыҡ концерт аҙағына тиклем ҡала һәм Стәрлетамаҡ коллективы сәхнәгә сыҡҡас, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡорт халҡының тормошо һәм көнкүреше тураһында һораша. Уларҙы иң аптыратҡаны беҙҙең милли костюм:
       "Төлкө тиреләрендә бейеүе эҫе түгелме", "Ул тиклем тәңкәләрҙе төрлө илдәрҙә йыяһығыҙмы" ...
       Фольклор байрамы Голландия халҡы өсөн барыһын да үҙ эсенә
       алған шарлауыҡҡа әүерелә. Улар фестивалдә ҡатнашыусылар
       менән аралашырға ваҡыттарын йәлләмәй, файҙалы булырға тырыша. Артистар өсөн бушлай экскурсия ойошторалар, фотоға, видеоға төшөрәләр...Әммә иң иҫтә ҡалғаны, фестивалдең һуңғы көнөндә тамашасыларҙың фестиваль фотолары һалынған конверт б үләк итеүҙәре булды, тип хәтерләй Дамира Амангильдина.
       Фестивалдең һуңғы көнө беҙҙең артистарҙың күңелендә 15 минутҡа һуҙылған иҫ киткес салют һәм музыканттарҙың сығышы м енән иҫтә ҡала. Бының өсөн һәр илдән үҙ инструменттарында уйнаусы ике кешене алып, ҙур оркестр төҙөйҙәр. Рәсәйлеләр, йәғни стәрлетамаҡтар, "гөлләмәне" баян һәм ҡурай моңо менән биҙәй.
       Голланд һәм инглиз телен белмәүҙәре беҙҙең артистарға аралашыу өсөн проблема тыуҙырмай, сөнки уларға бейеү теле ярҙамға килә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал