6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Бер тәҙрә", инвестициялар һәм күсемһеҙ милеккә хаҡтар тураһында
19.07.06


       Икенсел баҙарҙа күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн ике - биш төрлө инстанция аша үтергә тура килә, быға ай - ярым - дүрт ай тирәһе ваҡыт сарыф ителеүе аңлашыла. Килешеү, дәүләт теркәүе
       ( 7,5 - 30 мең һумға тиклем), техник паспорт өсөн, быға өҫт әп ер участкаһы хаҡын да түләргә тура килә. Әгәр ҙә инде кү семһеҙ милек объекты төҙөргә ҡарар итһәгеҙ, был ваҡыт һәм аҡса сығымдарының күп тапҡырға артыуына килтерә. Рәсмиләштереү ө сөн кәрәкле документтар 12 - 20 тирәһе, улар артынан инстанциялар буйлап туғыҙ - 24 ай йөрөргә тура киләсәк. Ә и нде финанс сығымдарҙы иҫәпләргә лә кәрәкмәй. Барыһы ла рөхсә т ҡағыҙҙарын биреүсе чиновниктарҙың аппетитынан тора. Һәм иң ныҡышмалдарҙың ғына эште аҙағынаса еткерә алыуына бер ҙә аптырарға тура килмәй.
       Нисек уйлайһығыҙ, инвесторҙар (айырыуса сит илдәгеләре) ү ҙ аҡсаларын төҙөлөшкә, производствоға һ. б. һалырға теләрме икән Теләгән һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн ни тиклем оҙон власть коридорҙарын үтергә кәрәк бит! Цивилизациялы доньяла юҡҡа ғына "бер тәҙрә" принцибы уйлап табылмаған, ул инвесторҙың тормшон күпкә еңеләйтергә һәләтле. Был принцип эшләгән урында инвестицияларға бәйле һорауҙар тәртиптә, кесе һәм урт а эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә. Өлгө сифатында Бөйөк Британияны к илтерергә була, унда йәлеп ителгән средстволар күләме артҡандан арта бара.
       "Инвесторҙар өсөн "бер тәҙрә" булдырыуҙың хоҡуҡ
       механизмдары" темаһына үткәрелгән "түңәрәк өҫтәлдә"
       һүҙ ошо турала барҙы. Унда ҡатнашыу өсөн Мәскәүҙән махсус рәүештә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының гражданлыҡ,
       енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондар сығарыу комитеты рәйесе Павел Крашенинников һәм уның коллегаһы - комитеттың аппараты етәксеһе Игорь Манылов килде.
       Кәңәшмә алдынан үткән матбуғат конференцияһында профессор, юридик фәндәр докторы Павел Крашенинников күсемһеҙ милекте законлаштырыу процедураһын ябайлаштырыуҙы күҙ уңында тотоусы "дача амнистияһының" нескәлектәре менән ентекле таныштырҙы.
       Закондар сығарыусы һәм юрист булараҡ, Павел Крашенинников халыҡта "дача амнистияһы" тип йөрөтөлөүсе ер бүлеү тураһында
       закондың 1 сентябрҙән башлап үҙ көсөнә инеүен хәтергә төшөрөп үтте. Закон нигеҙендә төҙөлгән теркәлмәгән күсемһеҙ милекте хәҙер артыҡ проблемаһыҙ рәсмиләштерергә мөмкин буласаҡ. Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡыты ла 2010 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Бөгөнгө көнгә торлаҡ
       фондының 20 проценты тирәһе хосусилаштырылмаған әле.
       "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыу мөмкинселеген шик аҫтына ҡуйыусы юғары хаҡтарға килгәндә,
       Павел Крашенинников бында күп осраҡта монополистар ғәйепле булыуын билдәләне, торлаҡҡа саманан тыш юғары хаҡ улар өсөн бик тә отошло, тине ул. Ҙур ҡалаларҙа тотош төҙөлөш баҙарына
       биш - алты компания етәкселек итә. Улар хаҡ ҡуя ла инде. Ә дәүләт ипотекалы торлаҡ кредиты, ер участкаларын коммуналь инфраструктура менән тәьмин итеү һәм башҡа эштәр башҡарыуға йүнәлтелгән маҡсатлы "Торлаҡ" программаһын булдырҙы. "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" милли проекты сиктәрендә ауылда йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү һәм ауылдың социаль үҫешенә айырым иғтибар бирелә. Шулай итеп, оптимизм өсөн нигеҙ бар тип әйтергә кәрәк.
       "Түңәрәк өҫтәлдә" төҙөлөш, торлаҡ темаһы дауам итте. БР Президенты эргәһендәге стратегик эшләнмәләр үҙәге хеҙмәткәре Айҙар Абдрахманов шәхси инвесторҙарҙы төҙөлөш комплексына йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле системаларын булдырыу
       хаҡында һөйләне. Улар өсөн "бер тәҙрә" булдырғанда, инвестициялар күләме 15 - 20 процентҡа артыуы ихтимал. Әлегә
       беҙҙә бындай технологиялар банкыларҙа ғына ҡулланыла. Уның фекеренсә, рөхсәт документтарын йыйыу процедураһын мөмкин ти клем ябайлаштырырға кәрәк. Был процедураның ҡатмарлылығы төр лө ҡағиҙә боҙоуҙар һәм енәйәттәргә, йәғни коррупция өсөн ерлек булдыра.
       Павел Крашенинников бының менән тулыһынса килешеүен белдерҙе. Коррупция өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу конвенцияһы ҡ абул ителеүгә ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эштәр етерлек әле. Намыҫһыҙ кешелерә ҡануниәттәге етешһеҙлектәрҙән файҙаланыуын дауам итә.
       Ултырышты тамамлап, БР Президенты эргәһендәге стратегик эшләнмәләр етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт
       Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Назаров "түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашыусылар алдына ҡуйылған төп маҡсатҡа иреште, тип билдәләне. Ә инде уны "төбәктәрҙә һынау" бурысын
       Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында бизнес - климаттың
       уңайлылығы буйынса икенсе һәм инвестициялар йәлеп итеү кимәле буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләүсе Башҡортостан үҙ өҫтөнә ала.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал