6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Студенттарҙың төрмәлә "булыуҙары" хаҡында
25.12.03


       Төрмә икенсе планетала урынлашмаһа ла, күптәребеҙ өсөн ул
       ниндәйҙер йыраҡ донъяны хәтерләтә, ундағы йәшәйеш тураһында
       ла башлыса криминалистикаға ҡағылышлы хроника һәм телевизор ҙа күрһәтелгән киноларҙан ғына беләбеҙ. Ә инде унда эләгерг ә бер кем дә теләмәй. Хәйер, үткән йәй ҡайһы берәүҙәргә төрм әлә булырға тура килгән, тик ғәйепләнеүсе сифатында түге, әл биттә. БДУ - ның психология факультеты студенттарына Эске эш тәр министрлығында, дауахана йә иһә төрмәлә практика үтергә тәҡдим иткәс, Алла Нурғәлиева һәм тағы ла биш ҡыҙ оҙаҡ уйлам ай, өсөнсө вариантты һайлай. Тап шунда киләсәк эшмәкәрлектәр е өсөн кәрәкле тәжрибә алырҙар һымаҡ тойола уларға.
       - Төрмәлә бөтөнләй икенсе халыҡ, улар менән аралашыуы ҡат марлы, әлбиттә, уның ҡарауы ҡыҙыҡлы ла, - тип аңлата улар үҙ
       һайлауҙарын.
       Ҡыҙыҡһыныу көслө булһа ла төрмәгә аяҡ баҫыуы ҡурҡыныс бул ыуын таный Алла. Ә инде ата - әсәләре ҡыҙҙарҙың һайлауына бө төнләй ҡаршы төшә.
       - Беҙ үҙебеҙ һәм ата әсәләр ҙә башлыса ирекле енәйәтселәр ҙән шөрләнек. Төрмәлә килешеү буйынса беҙҙең эргәлә һаҡсы һә м психолог булды, тотҡондарҙың үҙ үҙен тотошо ла контролдән сыҡмай ине, - тип аңлата Алла. - Ә ирекле енәйәтселәр төрмә лә ҡуна ғына, көндөҙ иһә яҡшы тәртиптәре өсөн уларға сығып й өрөргә рөхсәт ителә.
       Практиканың тәүге көнөндә студенткалар үҙҙәрен енәйәтселә р менән осрашыуға әҙерләр өсөн зонаның тирә - яғында ғына бу ла. Икенсе көнө инде төрмәнең үҙенә инәләр. Ә унда енәйәтсел әр уларҙы көтәләр, хатта ҡыҙҙарҙың төҫ - башын да береп тора лар ( ирекле енәйәтселәр һөйләп өлгөргән)... Әйткәндәй, прак тиканткаларға ике шарт ҡуйыла. Беренсенән, төрмәгә өсәрләп к енә инергә, юҡһа тышҡы донъя, айырыуса ҡатын - ҡыҙ менән бә йләнештәре өҙөлгән тотҡондар өсөн тәьҫораттар бигерәк күп бу ла тип аңлаталар уларға. Икенсенән, мөмкин тиклем ябайыраҡ к ейем кейергә, ҡыҫҡа юбка, үтә күренмәле блузкаларҙан ваҡытлы са баш тартырға һәм башҡалар.
       Алла үҙ тәьҫораттары менән дә бүлеште:
       -- Төрмәлә тотҡондар менән аралашҡан ваҡытта баҫым һәм п сихологик көсөргәнеш ул тиклем һиҙелмәй. Юҡҡа ғына төрмәне и ректән азат ителеү урыны тип әйтмәйҙәр икән. Урамға сыҡҡас ш ул тиклем арығанлығыңды тояһың. Ә иң мөһиме, минеңсә, төрмәл ә булғандан һуң донъяға ҡараш тулыһынса үҙгәрә, иректең мәғә нәһен аңлай башлайһың...
       Хулигандарҙы ошо изоляторҙар буйлап экскурсияға йөрөтөү к әрәк ине тип өҫтәй Алла, күптәренең бында булғандан һуң зако нды боҙоу теләге юҡҡа сығыр ине, моғайын.
       Башта Алла енәйәтселәрҙән нисек итеп уларҙың нимә өсөн ул тырыуҙарын һорарға икән тип баш ватҡан. Нисек булһа ла бик ш әхси эш бит был. Әммә тотҡондар тыныс тауыш менән үлтереүҙәр е, талауҙары, яндырыуҙары тураһында һөйләп бирә. Кемдер бөтә
       донъяға асыулы, кемдер үҙен ғәйепһеҙ тип һанай. Күптәре ара лашырға ярата. Берәүһе хатта иреккә сыҡҡас, кеше күп булған урынға барып, халыҡ ағымына ҡарап ҡына торасағы тураһында б елдерҙе. Уларҙы сиктең был яғында нимә көтә һуң Күптәренең хәлен өмөтһөҙ тип әйтеп булмай. Сөнки тотҡондарҙың төрмәлә булһа ла аҡса эшләү мөмкинселектәре бар. Йорт кәрәк - яраҡта ры, кейем - һалым, предприятиелар өсөн станоктар етештерәләр
       бында, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре эшләй, үҙ телевидение, радио, гәзиттәре бар. Әйткәндәй, журналист вазифаһын да тотҡ ондар үҙҙәре башҡара.
       - Моғайын беҙ яҡшы тәьҫорат ҡалдырғанбыҙҙыр, - тип уртаҡл аша Алла, - психолог беҙгә киләһе йылда ла практиканы уларҙа
       үтергә тәҡдим итте.
       Практиканы ҡыҙҙар ҡайҙа үтер, әлегә билдәһеҙ. Әммә быйыл йәйге ун көн эсендә уларҙың биш йыл лекцияларға ҡарағанда кү берәк тәжрибә туплауы шикһеҙ.

Роксана Садиҡова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал