6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Чемпионат яҡынайған һайын чемпиондар кәмей
19.07.06


       Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты яҡыная. Дүртенсе сентябрҙән 10 сентябргә тиклем беҙҙе етди спорт көтә. Барыһы
       ла Лондон һәм Париждың иң яҡшы йорттарындағы кеүек үтергә тейеш. Тура телевизион трансляциялар, отчеттар, матбуғат конференциялары, буклеттар - былар барыһы ла ойоштороусылар,
       шул иҫәптән матбуғаттың да бурысы.
       Донъяның атыусы - хәрәкәт итеүсе спортын һүрәтләү өсөн байтаҡ тир түгергә тура киләсәк. Алһыҙ - ялһыҙ көнөнә бер ни сә стартты яҡтыртыу уйын эш түгел.
       Әлегә иһә иң уңғандары - ойоштороусылар һәм төҙөүселәр. Йәйге эҫе көндәр тороуына ҡарамайынса, уларҙың эше бер минутҡа ла туҡталмай. Берәүҙәренә объектты үҙ ваҡытында тапшырып өлгөрөргә, икенселәренә - командаларҙы саҡырырға,
       спонсорҙар йәлеп итергә, йөҙләгән кәрәк - яраҡҡа аҡса табыр ға һ. б. мәшәҡәттәрҙе хәл итергә кәрәк.
       Төҙөүселәр, күренеүенсә, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. 25 июлдә улар объектты тапшырырға тейеш.
       Ойоштороусыларҙың эше иһә, төрлө ҡыйынлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, шулай уҡ уңышлы бара тип әйтергә мөмкин. Иң мөһиме - бағымсылар табылған, улар беренселекте үткәреүгә аҡсалата ярҙам итәсәк. Был, һис һүҙһеҙ, шаҡтай проблемаларҙы
       хәл итергә мөмкинселек бирәсәк. Шаҡтай, әммә барыһын да түгел.
       Бөгөнгө көнгә иң мөһим һәм хәл ителмәҫлек тип әйтерлек
       проблема булып ҡатнашыусылар составы ҡала. Заявка тапшырыуҙың рәсми ваҡыты 15 июлдә тамамланды ла инде, ә күп кенә федерациялар ҡатнашыуҙан баш тартамы, әллә өндәшмәй ҡал ырға уйлаймы - аңлашылмай. Йәйге биатлонға ҡағылышлы барыһы ла асыҡ - был төр вәкилдәре өсөн Өфөлә үтәсәк ярыш миҙгелдә иң мөһиме буласаҡ. Ә бына үтә популяр булған ҡышҡы биатлон йондоҙҙары беҙҙең саңғы - роллер стартына ашыҡмай әле. Бәлки сит ил федерациялары йәйге донъя чемпионатын әҙерлектең мөһим өлөшө тип һанамайҙыр
       Баш тартыуҙың сәбәбе ниндәй генә булмаһын, факт - факт булып ҡала: Норвегия, Франция, Италия, Швейцария, Япония, Ҡытай, Греция, Болгария һәм Бөйөк Британия Башҡортостан чемпионатында ҡатнашмаясаҡ. Был йыйылма командаларҙың күпселегенән башҡа ла йәшәй алыуыбыҙ аңлашыла. Проблема - норвегтар һәм француздарҙа. Бына бында инде йондоҙҙар
       етерлек. Шунда уҡ ирле - ҡатынлы Пуареларҙы юғалтабыҙ. Ошо уҡ исемлеккә Венсан Дефранды һәм бер төркөм норвегтар - Бьорндален, Ханеволд, Андерсенды ла өҫтәргә була. Уларһыҙ чемпионаттың тоноҡланыуы һәр кемгә аңлашыла.
       Ә кем киләсәк һуң Әлегә теүәл генә исемлек юҡ. Активта Рәсәйҙең иң көслө составы сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ беҙ Германияның 15 вәкилен күрәсәкбеҙ, улар араһында ла көслө спортсылар етерлек. Шулай уҡ Беларусь, Польша, Эстония, Словакия, Латвия, Украина, Сербия, Чехия, Словения, Хорватия , Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандың йыйылма командалары ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһында ла яҡшы биатлонсыларҙы табырға мөмкин.
       Өсөнсө төркөм - мыштымдар. Бында беҙҙе беренсе сиратта Финляндия менән Швеция ҡыҙыҡһындыра, сөнки уларҙа ла көслө с портсылар бар. Әлегә чемпионатты ойоштороусылар уларҙан ғариза көтөүен дауам итә.
       Күңелле яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ - Рәсәй спорты йондоҙҙарының яҡын дуҫы, телекомментатор һәм алып барыусы Дм итрий Губерниев Өфөгә килергә һәм старттарға комментарий бир ергә ризалыҡ белдерҙе. Трансляциялар теҙмәһе һуңыраҡ - "Спорт" һәм "Евроспорт" каналдарының программаһы баҫылғас, билдәләнәсәк. Мәҡәлә авторына сер итеп кенә Рәсәй тележурналистикаһының "монстры" ҙур аҡса талап итмәүе
       тураһында әйттеләр.
       - Ул спортты үлеп ярата бит. Гонорарһыҙ ҙа килергә ризала шыр ине, әммә беҙ уны бүләкһеҙ ҡалдырырға баҙнат итмәнек.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал