6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Африка һәм Никольский - оҡшашлыҡтар һәм айырмалар
18.07.06


       Ҡала йәйге эҫенән алйыны. Кешеләр ҙә шундайыраҡ уҡ хәлдә.
       Ә бына Никольский утрауында рәхәт. Каманың һалҡынса таҙа һыуы, ҡомлоҡ һәм автор йыры фестивале. Унда бишенсе төбәк - ара автор йыры фестивале үтә. Никольский утрауы - Башҡортостандың төньяҡ - көнбайыш өлөшөндә, Нефтекаманан
       ете километр арала, Никольский ҡорамы ҡаршыһында, Краснокама районы Николо - Березовка ауылында урынлашҡан.
       Уф, географияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәр бөттө, хәҙер тарихи
       өлөшөнә күсәйек.
       Фестивалдең тарихы 2000 йылда, Ағиҙел ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһындағы Исемһеҙ утрауҙа автор йырын яратыусылар йыйылған ваҡыттан алып башлана. Сара барыһының д а күңеленә хуш килә һәм уның сиктәрен киңәйтеү теләге барлыҡҡа килә. Бының өсөн яңы урын һайлана - ул да булһа, Никольский утрауы. Һәм бына 2002 йылда Никольский утрауы өҫтөндә автор йырының символы булып әләм елберҙәй башлай. Унда ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта бара. Үткән йылда фестивалгә меңдән ашыу кеше йыйылғайны. Был юлы ла, шөкөр, меңдән арттыҡ.
       Быйыл фестивалде йәйҙең экваторы - 14 - 16 июлдә үткәрерг ә ҡарар ителде. Йома көнө иртә менән утрауҙа халыҡ йыйыла башланы. Паромдар һәм моторлы кәмәләр фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы туҡтауһыҙ утрауға
       ташыны. Барыһы ла тип әйтерлек палатка йөкмәгән, гитара тотҡандары ла бар. Причалда яңы килеүселәр теркәү үтә, уларҙың һәр береһенә ғорур исем - "утрау кешеһе" тип яҙылған
       бейджик бирелә. Хәйер, дөрөҫ түгел, был исемгә утрауға ял итергә һәм йыр тыңларға килеүселәр лайыҡ була. Ә инде эш менән килгәндәр, ярашлы рәүештә, "конкурста ҡатнашыусы", "хөрмәтле ҡунаҡ", ойоштороу комитеты", "матбуғат" тип яҙылға н ҡағыҙҙар ала.
       Килеүселәр палатка ҡуйыу хәстәрен күргәндән һуң, утрау буйлап сәйәхәткә сыға, аҙым һайын "Ба, кемде күрәм!" тигән тауыштар яңғырай. Йәғни, таныштар осраша. Утрауҙа нефтекамалар күп, әммә өфөлөләр ҙә, Башҡортостандың башҡа ҡа лаларынан килеүселәр ҙә осрай. Ҡунаҡтар лагерында Ижевск
       ҡалаһынан килгән "Зажигалка", Салауаттан "Трям" төркөмдәре,
       Өфө бардтары Александр Мичурин, Рәмил Бәҙәмшин, Александр Лынник, Евгений Васенин йәшәне. Шәмбе көнө кискә Өфө авторы һәм башҡарыусыһы Юрий Туманов утрауға билдәле Мәскәү барды Андрей Козловскийҙы ла алып килде. Уны
       белмәйем тип уйлаусылар ҙа Козловскийҙың "Поехали, Дункель! " йырын ишеткәне барҙыр, моғайын.
       Утрауҙа ваҡыт һиҙелмәй үтә. Шәмбе яңы ғына башланды - иртәнге сәғәт туғыҙҙарҙа уяндыҡ. Артабан конкурсанттарҙың сығыштары, билдәле музыканттар башҡарыуында мастер - класс, a`k`k`p йыры конкурсы, футбол һәм волейбол ярыштары башланды. Һыу инеү ҙә ситтә ҡалманы, юҡһа күләгәлә 30 градус
       булғанда иреп юҡҡа сығыуың да ихтимал. Тамашасылар "тамаша залына" - сәхнә алдындағы ҡомға - йыйыла.
       Жюри рәйесе - Нефтекама композиторы Александр Топольников,
       сараның сифатын баһалап, былай тине:
       - "Өйҙә" үткән фестиваль өсөн нормаль кимәл. Бында урында ғы музыканттар үҫә, яңы йондоҙҙар барлыҡҡа килә, Мәҫәлән,
       Нефтекаманың "Квартира друга" төркөмөн алайыҡ.
       Мәскәүле Андрей Козловский шулай уҡ фестивалдең күркәм леген билдәләне. Өҫтәүенә Башҡортостандың Козловский өсөн бер ҙә терра - инкогнита түгеллеге асыҡланды. Уның бер туған һеңлеһе бында кейәүгә сыҡҡан, һәм республикала уның кү п һанлы туғандары йәшәй, үҙен дә "яртылаш Мөсәлимов" тип әйтергә мөмкин.
       Конкурсанттарҙың оҫталыҡ кимәле ысынлап та йылдан - йыл күтәрелә бара. Был юлы утрауҙа 20 финалсы һайлап алынды. Ә
       дәғүә итеүселәр күп һанлы - улар Пермь өлкәһенән, Удмуртиян ан, Татарстандан, үҙебеҙҙең Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Белорет, Яңауыл, Өфө ҡалаларынан килгән ине. Октябрьский ҡалаһынан килгән Павел Есин барыһын да үҙенең шиғырҙары менән әсир итте, ул фестивалдең иң яҡшы шағиры тип иғлан ителде. Нефтекама ҡыҙҙары Наталья Хохрякова
       - Резеда Рафиҡова һәм Елена Гриценко - Рузилә Исламованың
       дуэттары судьяларҙы бик ҡатмарлы һайлау алдына ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә "Дуэт" номинацияһында тәүгеләре махсус призға лайыҡ булды, икенселәре еңеүсе тип табылды. Иң яҡшы башҡарыусы исеме Нефтекама егете Родион Головачевҡа
       бирелде, уның яҡташы Ансар Шәрипов иң яҡшы автор исеменә лайыҡ булды. "Бард йыры классикаһы өсөн" Өфөнән килгән
       Валерий Максимов дәртләндерелде.
       Быйылғы фестиваль экзотикаға ла бай. Александр Мичурин
       үҙе менән бергә был байрамға ҡатынының ҡустыһы - ете йәшлек
       ҡара тәнле Йозефты ла алып килгән. Уның атаһы - африкалы, ғаилә Буркина - Фасола йәшәй, әммә каникулға Йозефты Рәсәйгә
       ебәргәндәр. Ул урыҫ телендә һөйләшергә өйрәнә. Малай бер аҙ
       акцент менән урыҫ телендә яҡшы һөйләшә лә башлаған инде, йәйен бында Африкаға ҡарағанда яҡшыраҡ, ти ул. Эйе, Никольский быйыл "ҡара континентҡа" бер ҙә бирешмәне, тип
       әйтергә кәрәк.
       Иртәнге сәғәт дүрткә тиклем һуҙылған гала - концертта ҡатнашыусы ҡунаҡтар - музыканттарҙың барыһына ла приздар тапшырылды. Һәр кем башҡорт балы һәм спонсорҙарҙан
       бүләктәр - "Роза ветров" компанияһынан үткән йылғы
       фестивалдең иң ҡыҙыҡлы мәлдәре яҙылған DVD - диск һәм футболкаға лайыҡ булды. Артистар сәхнәнән дә төшмәйенсә Никольский фестивале һәм "Роза ветров" компанияһы логотиптары яҙылған футболканы кейергә ашыҡты. Компанияның г енераль директоры Николай Кочнев утрауҙы һарғылт - ҡыҙыл төҫтәге сыбар шорты кейеп гиҙә ине, уның ошо кейеме ҡыҙыҡлы хәлгә сәбәп тә булып та торҙо. Өфөнөң билдәле барды Рәмил
       Бәҙәмшин үҙенең сығышынан һуң бүләк кәрәкмәй, ә Кочневтың м атур шортыһын алырға теләр инем, тип белдерҙе, шорты хужаһының был тәҡдимде кире ҡағыуын көткәндер инде. Әммә нәҡ ошо ваҡытта осраҡлы рәүештә сәхнә янына килеп баҫҡан Кочнев йәш йондоҙҙоң үтенесен ишетеп, уның янына күтәрелде һәм күҙ асып йомғансы шортыһын сисеп, уның ҡулына тотторҙо. Ул ғына ла түгел, ҡулына гитара алып, тамашасылар менән берг ә "Изгиб гитары желтой" йырын йырлап та ишеттерҙе.
       Ошо йырҙың йөкмәткеһе фестивалдең асылын иң матур һүҙҙәрҙән дә асығыраҡ сағылдырҙы тип кенә әйтергә ҡала.
       Автор фотоһы.
       Фотола: Александр Топольников һәм Андрей Козловский.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал