6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаевтың" аҡлы - ҡаралы футболы
17.07.06


       - Йәй, ҡояш ҡыҙҙыра - бында ниндәй хоккей булһын Беҙгә футбол кәрәк!
       "Салауат Юлаевтың" тренерҙары Финляндияға йыйыныр алдынан шулай тип хәл итә. Улар 45 - әр минутлыҡ ике тайм, и ке яҡлы матч үткәрергә була. Иҫәп буйынса уйынсылар хәлдән тайырға тейеш булһа ла, голдарҙың күпселеге матч ахырына табан индерелде. Ә һуңынан егеттәрҙе "иреккә" сығарҙылар - уларға тағы ла ете километрлыҡ кросс йүгерергә тура килде.
       Уйын мауыҡтырғыс һәм эксперименттарға бай булды. Спортсылар ике өлөшкә - аҡтар һәм ҡараларға бүленеп уйнаны. Ҡараларға Венер Сафин, аҡтарға - Сергей Герсонский етәкселек
       итте. Павел Доронинға ғына майка етмәне - ул бер үҙе "йәшел "
       төҫтә булды.
       Ҡараларҙың ҡапҡаһын Тарасов һаҡланы, аҡтарға иһә Беларусь
       вәкиле Мезин эләкте. Уйынсылар түбәндәге тәртип буйынса бүленде (йәйә эсендә тәнәфестән һуңғы алмашыныуҙар күрһәтелгән).
       Аҡтар: Константин Макаров - Дмитрий Макаров - Метлюк - Бойков - Заболотнев, Затонский - Крутиков - Левинский, Белов
       - Щитов, Сальников - Беляев - Берников, Цулыгин - Логинов.
       Ҡаралар: Волков - Заварухин - Карпов (Тарасов), Кухтинов - Кутейкин, Тарасов (Зачупейко) - Микеска - Чуприс, Яханов - Филипп, Жмаев (Доронин) - Селуянов (Жмаев) - Зубарев (Журиков), Журиков ( Селуянов) - Тихомиров (Зубарев).
       Ҡараларҙың өсөнсө звеноһына аптырамағыҙ. Унда ысынлап та һөжүмдә икешәр һаҡсы уйнаны. Форвардтар Сидякин, Мелешко
       һәм Зюзин йәрәхәт алыуы сәбәпле, һөжүмдәге дефицитты оборона уйынсылары менән тулыландырырға тура килде. Был звено хәүефле мәлдәр булдырыуға иреште, әммә уларҙы тормошҡа ашырыу ғына барып сыҡманы. Уның ҡарауы ҡаршы яҡтың һөжүмдәрен кире ҡағыуҙа егеттәр яҡшы "дүрт" билдәһе ҡуйырлыҡ уйын күрһәтте.
       Беренсе "таймда" ике ҡапҡасы ла үҙҙәренең икмәкте эшләп ашауын дәлилләне. Матч судьяһы Киселев командаларҙы бер нисә тапҡыр тигеҙ булмаған составта ҡалдырҙы, әммә ни бары ике гол индерелде.
       Беренсе "тайм" һөжүмдәргә бай булды һәм һиҙелмәйенсә үтте . Ветерандар һынатманы. Дмитрий Затонский ҙа, Валерий Карпов
       та юғары кимәлдә уйнаны тип әйтергә кәрәк. Шулай ҙа яҡшы
       формала ҡалыу өсөн уларға әле бик күп эшләргә кәрәклеге аңлашыла.
       Төп ваҡиғалар икенсе периодта башланды. Командалар урындары менән алмашты, әммә голкиперҙар үҙ урынын бирергә т еләмәне. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Тарасовты боҙ өҫтөндә өсөнсө ҡапҡасы, йәш Андрей Кузнецов алмаштырҙы. Был "ҡара"
       команда өсөн сигнал булды. Улар һөжүмде арттырып, аҡтарҙы
       ҡапҡаға ҡыҫырыҡланы. Һәм бына Тарасов башҡарыуында гол -
       2:1. Артабан - Зачупейконың сираты етте - 3:1.
       Артабан аҡтар бер аҙ шаулашып алды. Мезин голдың тибеп индерелеүенә ышандырырға тырышты. Әммә кесе Макаров үҙенең голды сәкән менән индереүен иҫбатлай алды, 3:2.
       Ҡаралар башта ҡаршы төшөп ҡараһалар ҙа, һуңынан уйын менән яуап бирергә булдылар. Башта тағы ла Микеска менән Чуприс яҡшы уйын күрһәтте, һәм һуңғыһы уңайлы мәлде ҡулынан ысҡындырманы, 4:2. Осрашыуҙағы һуңғы голды ғына йәш ҡапҡа һа ҡсыһы намыҫына яҙырға була. Кузнецов шайбаны икенсе яҡтан эҙ ләү сәбәпле, голды күрмәй ҡалды.
       Был матчта күп кенә спортсыларҙың бик тырышып уйнауын
       билдәләргә мөмкин. Айырыуса Дмитрий Макаров һәм Михаил Мине сканы әйтергә кәрәк - һуңғыһы оҫталыҡ кимәле буйынса
       НХЛ - да ла уйнай алыр ине.
       "Салауат Юлаев" әлеге ваҡытта Финляндияға осоу өсөн
       самолетҡа тейәлә. Составта Зюзин һәм Мелешко, шулай уҡ һынау үтеүсе Валерий Карпов та бар. Бары тик Зачупейко менән
       Доронин ғына бармай, улар БР Президенты Кубогынан һуң ғына
       күнекмәләрен яңыртасаҡ. Шулай уҡ командала Андрей Сидякин д а юҡ - уға операция яһатырға тура килер, моғайын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал