6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Минең патронат әсәйем ҡайҙа
17.07.06


       Республиканың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында БР "Патронат т әрбиә тураһында" законы төп тема булып торҙо. Төп мәғариф ведомствоһы етәксеһе был мәсьәлә буйынса барлыҡҡа килгән барлыҡ һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе.
       Республиканың Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре патронат тәрбиә ойоштороу идеяһын Рәсәйҙең баш ҡалаһынан алып ҡайтҡан.
       1999 йылда Өфөнөң 9 - сы һанлы балалар йорто эксперимент майҙаны итеп һайлана, унда патронат тәрбиә биреү системаһын тормошҡа ашырыу буйынса үҙәк булдырыла. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы билдәләүенсә, тиҙҙән бында республиканың райондарында э шләүсе белгестәрҙе саҡырып, уларға яңы эштең нескәлектәрен төшөндөрөү ҙә мөмкин буласаҡ.
       Бөгөн министрлыҡта өҫтә әйтелгән законды тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, уны ҡабул итеү
       РФ Ғаилә кодексының 123 - сө статьяһына нигеҙләнеп башҡарылған, был статьяға ярашлы, федерация субъекттары ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы урынлаштырыуҙың
       башҡа формаларын файҙалана ала. Етем ҡалған һәм ата - әсә тәрбиәһенән мәхрүм булған балаларҙы урынлаштырыуҙың яңы
       формаһы булып патронат тәрбиә биреү тора ла инде. Ул ғаиләне ваҡытлыса булһа ла алмаштыра алыусы профессиональ тәрбиәселәр институтын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
       Министрҙың һүҙҙәре буйынса, социаль патронат системаһын булдырыу һәм балаларҙы патронат тәрбиәләү етем балалар өсөн учреждениеларға балалар ағымын ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирәсәк. Әгәр бер баланы балалар йортонда тәрбиәләү йылына 116 мең һумға төшә икән, патронат тәрбиә сығымдарҙы шаҡтай кәметәсәк, был һан 80 мең һум самаһы тәшкил итәсәк. Әммә
       маҡсат сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙа түгел, патронат тәрбиә тураһындағы законда иң мөһиме - гуманистик йүнәлеш.
       - Ата - әсәләре ташлаған балаларға ҡарауы бик ҡыйын, айырыу са улар һиңә әсәй тип өндәшһә, - тип һөйләй Зөһрә Йыһанур ҡы ҙы үҙенең балалар йорттарының береһендә булыуын хәтерләп. - Һәр бала ата - әсәле булырға хоҡуҡлы.
       Патронат ата - әсә исеменә эшкә яраҡлы һәр кем дәғүә итә ала, уның табышы һәм белем кимәле мөһим түгел. Иң мөһиме - у ның кешелек талаптарына яуап биреүе, хөкөмгә тарттырылмауы, физик яҡтан һау - сәләмәт булыуы һәм баланы тәрбиәләү өсөн яуаплылыҡ алырға әҙерлеге. Ул педагогика менән таныш булырға
       тейеш, әлбиттә, хәйер, был йәһәттән уға патронат тәрбиәне ойоштороусы учреждение ярҙам итәсәк.
       Патронат ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлау буйынса яуаплылыҡ, документтарға ярашлы, патронат тәрбиәсе, патронат тәрбиәне ойоштороусы учреждение,
       һәм опека һәм бағыусылыҡ органы араһында бүленә. Өс яҡлы килешеү ҡыҫҡа ваҡытлы - тыуғандан алып алты айға тиклем һәм
       оҙайлы - алты айҙан 18 йәш тулғанға тиклем - булыуы мөмкин. Уның шарттары буйынса бала ғаиләлә 23 йәшкә тиклем йәшәй
       ала, әммә унан да күберәк түгел. Оҙайлы ваҡытҡа йәки бөтөнл әй ғаиләлә ҡалыуҙы бала үҙе хәл итә.
       Баланың ғаиләлә нисек тәрбиәләнеүен - уның йәшәү шарттары н, интеллектуаль - физик үҫеш кимәлен әүҙем контролдә тотоус ы
       учреждение инициативаһы буйынса килешеүҙе юҡҡа сығарыу
       ҙа мөмкин. Башта контроль тәүге дүрт аҙна дауамында тормошҡа ашырыла, артабан - бер айҙан һәм һуңынан - һәр ярты
       йыл һайын. Әммә тәүҙә бала яңы ата - әсәһенә өйрәнергә тейе ш, тик шунан һуң ғына өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
       Мәғариф министрының һүҙҙәренә ҡарағанда, патронат ғаилә өс бала алырға хоҡуҡлы. Икенсе балаға тағы ла ярты ставка өҫтәлә. Өсөнсө баланы тәрбиәләгәндә атай кеше лә штатҡа
       алына.
       Тест һәм әҙерлек үткән патронат ата - әсә бала тәрбиәләгән өсөн тариф сеткаһының туғыҙынсы разряды буйынса эш хаҡы һәм бала ҡарау буйынса пособие, йәмғеһе алты мең аҡса ала. Бынан тыш патронат ата - әсәнең бала тәрбиәләүе педагогик стажға иҫәпләнә.
       Финанслау сығанағы - республика ҡаҙнаһы. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы билдәләүенсә, быйылғы йылға аҡса бюджетта ҡаралған да и нде. Ҡала тормошо өсөн был аҡса ҙур сумма түгел, әлбиттә,
       әммә ауылда йәшәүселәр өсөн ул ярайһы уҡ яҡшы ярҙам буласаҡ.
       Патронат тәрбиә тураһындағы закон ауылда эшһеҙлек проблемаһын хәл итергә лә һәләтле. Бынан тыш, ауыл ерендә
       баланың нисек йәшәүе айырыуса "үтә күренмәле" буласаҡ, тип
       һанайҙар республиканың Мәғариф министрлығында. Ауылда һәр к емдең күҙ алдында булыуы аңлашыла.
       Бала үҙ теләге буйынса ғаиләнән китә алыуы ла мөмкин. Әмм ә Өфөнөң 9 - сы һанлы балалар йорто тәжрибәһе буйынса фекер йөрөткәндә, биш йыллыҡ эксперимент дауамында биш йәштән ун б иш йәшкә тиклемге туҡһандан ашыу бала патронат ғаиләгә урынлаштырылған, ике бала ғына балалар йортона кире ҡайтҡан.
       Белешмә өсөн. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 18 меңгә яҡы н етем һәм ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәпләнә.
       Уларҙың 11 448 - е опека аҫтында, 3 656 бала уллыҡҡа алынға н.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал