6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Йәйге кистәрҙең" иң сағыуы
17.07.06


       "Йәйге кис" аншлаг менән үтте. Сәскәләр, ҡул сабыуҙар, "браво" тауыштары - барыһы ла тейеш булғанса. Йыл да үткән "йәйге" проект инициаторы шул уҡ - халыҡ - ара конкурстар лауреаты, БР атҡаҙанған артисы, органда уйнау оҫтаһы Владислав Мортазин. Бына инде нисәнсе йыл рәттән, йәйге ял
       осоронда ул тамашасыларын йыя. Өҫтәүенә музыкант булыуҙан тыш, сараны алып барыусы булараҡ та сығыш яһай, программала яңғыраған һәр бер әҫәргә үҙ комментарийҙарын өҫтәй.
       - Бөгөнгө йәмле июль кисендә беҙҙең менән аралашыу өсөн килеүегеҙгә ҙур рәхмәт, - тип мөрәжәғәт итте Владислав Мортазин тамашасыларға. - Бөгөнгө концертта беҙ 300 йыл элек
       яҙылған сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен заман авторҙарының ижады менән аралаштырырға ниәтләйбеҙ.
       Маэстро менән бергә уның йәш коллегаһы, скрипкасы Марат Ғабдуллин һәм ҡурайсы Азат Айытҡолов та сығыш яһаны.
       Өфөлөләр Мортазин менән бергә сығыш яһаусыларҙың барыһы ла яҡшы билдәле музыкант, төрлө конкурстар лауреаты булыуын яҡш ы белә. Марат Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уңышлы сығыш яһай, Юри й Башмет һәм Валентин Берлинский ойошторған йәш таланттарға ярҙам итеү фонды стипендиаты булып тора. БР халыҡ артисы Азат Айытҡолов та Башҡортостандың иң яҡшы ҡурайсыларының береһе булараҡ билдәле.
       Музыканттарҙың тамашасылар менән "тере" аралашыуы - күңелдәрҙе сафландырыусы музыка ғына түгел, Владислав
       Мортазиндың ҡыҫҡа, әммә ҡыҙыҡлы комментарийҙары - бөйөк композиторҙар тормошонан "һүрәтләмәләр", билдәле әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы ла.
       Башҡорт дәүләт филармонияһы миҙгелен ябыусы был һуңғы концерт - һис шикһеҙ "Йәйге кистәр" серияһында иң сағыуының береһе. Һәм сәбәп Иоганн Бах, Николаус Брунс, Вольфганг Амадей Моцарт, Антонио Вивальди, Астор Пьяцола һәм Франц
       Шуберттың әҫәрҙәренән торған программаға ғына түгел, ә орга н, ҡурай һәм скрипканың бергә экзотик яңғырауына ла бәйле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал