6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Рафаил Диваев: "Республикала криминоген хәл көсөргәнешле бул ыуын дауам итә"
17.07.06


       Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәт
       буйынса, республикала уртаса ришүәт күләме мең ярым һум тәшкил итә. Законһыҙ аҡсалата бүләк алыш - бирештең билдәле факттары ғына иҫәпкә алыныуы аңлашыла, шуға күрә ҙур "килешеүҙәр" был исемлеккә инмәгәндер, күрәһең. 2006 йылдың алты айында ҡырҡҡа яҡын кеше ришүәтселек өсөн яуапҡа тарттырылған, һәм ни бары бер кеше генә иркенән мәхрүм
       ителгән. БР эске эштәр министры Рафаил Диваев коррупцияға ҡаршы көрәште Эске эштәр министрлығы эшмәкәрлегенең иң
       өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип атаны. Министрлыҡтың ү ткән ярты йылға йомғаҡтар яһау ултырышында ошо хаҡта ла һүҙ
       алып барылды. Коллегияның киңәйтелгән ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Кусимов, БР буйынса төп федераль инспектор Энгельс Ҡолмөхәмәтов, БР Йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство - ара советы секретары Алексей Шабрин, республика прокуроры Сергей Хуртин, республиканың хоҡуҡ һаҡлау һәм контролдә тото у структуралары етәкселәре, Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкилдәре, республиканың эске эштәр органдары һәм бүлек
       начальниктары ҡатнашты.
       Алты ай эсендә Башҡортостанда 47 меңдән ашыу енәйәтсел үҙләштерергә маташыу осрағы теркәлгән, был үткән йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда, 30 процентҡа күберәк. БР Эске эштәр министрлығы башлығы республикалағы криминоген хәлде көсөргәнешле тип атаны. Айырыуса хәүеф тыуҙырыусы төп проблемалар араһында ул террорсылыҡ һәм экстремислыҡ
       рухындағы күренештәрҙе билдәләне.
       - Бөгөнгө этапта был күренешкә ҡаршы көрәш стратегияһын һәм айырыуса мөһим һәм хәүеф янаған объекттарҙы
       террорсылыҡтан һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рафаил Диваев.
       Йәштәрҙең формаль булмаған экстремислыҡ йүнәлешле төркөмдәре лә етди борсолоу тыуҙыра.
       - Беҙҙең республика өсөн улар хас түгел, әммә айырым осраҡт ар булғылай, - тип билдәләне министр.
       Төркөмдәрҙең енәйәт ҡылыуына ҡаршы әүҙем көрәш алып барыла. Ағымдағы йылда ойошҡан енәйтсел төркөмдәр составында ҡылынған 275 енәйәт асыҡланған. Был төркөмдәрҙең өс үлтереү, биш көслөк менән тартып алыу, 20 талауға ҡағылыш ы булыуы иҫбатланған. Дөйөм һаны 400 кешенән торҡан 96 енәйәтсел төркөмдөң эшмәкәрлегенә сик ҡуйылған.
       - Был йүнәлештә эшләү буйынса етешһеҙлектәр бар, - тине Рафаил Диваев. Икенсе ярты йыллыҡҡа бурыстар билдәләгәндә, у л үҙ ҡул аҫтындағыларҙы ойошҡан енәйәтсел төркөмдәр һанының артыуына юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.
       Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш тә үҙенең әүҙемлеген юғалтмай. Ярты йыл эсендә республикала наркотиктарға бәйле 2300 енәйәт асыҡланған ( 62 проценты - милиция көсө менән). Наркотик матдәләр етештереү менән шөғөлләнеүсе туғыҙ йәшерен лабораторияның эшмәкәрлеге туҡтатылған, Ҡаҙағстандан Башҡортостанға наркотиктар ҡайтарыу каналы ябылған. 40 килограмға яҡын наркотик матдә законһыҙ әйләнештән тартып алынған.
       Тикшерелгән ваҡыт эсендә алты меңдән ашыу иҡтисади йүнәлештәге енәйәт асыҡланған, был үткән йылдың ошо уҡ
       ваҡыты менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк. Был йүнәлештә милиция ыңғай һөҙөмтәләре менән маҡтана ала. Яғыулыҡ - энергетика комплексы, кредит - финанс өлкәһе, ҡулланыусылар баҙары өлкәһендә енәйәттәр айырыуса күп. Үткән
       йыл менән сағыштырғанда, енәйәт юлы менән табылған аҡса средстволарын легалләштереү факттары һигеҙ тапҡыр, алдан уйлап эшләнгән банкротлыҡ - дүрт тапҡыр, авторлыҡ һәм уртаҡ хоҡуҡтарҙы боҙоуға бәйле енәйәттәр - 2,5 тапҡыр күберәк асыҡланған.
       Дөйөм һандың 85 процентын ҙур булмаған һәм уртаса ауырлыҡтағы енәйәттәр тәшкил итә. Кеҫәгә төшөү осраҡтары ике
       тапҡыр тип әйтерлек, талауҙар - 2,5, ҙур булмаған зыян килтереүсе мутлыҡтар - 6,5 тапҡыр артҡан. Шул уҡ ваҡытта
       үлтереү, һаулыҡҡа ҙур зыян килтереү кеүек енәйәттәр һаны үткән йыл кимәленән түбәнерәк.
       - Милиция эшмәкәрлеге халыҡ өсөн аңлайышлы һәм үтә күренмәле булырға тейеш, - тине Рафаил Диваев. БР Эске эштә р министрлығы киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек
       итә. Интернетта министрлыҡтың рәсми сайты эшләй. БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Кеше хоҡуғын һаҡлау буйынса йәмәғәтселек советы ултырыштары даими рәүештә үткәрелеп тора.
       Эске эштәр министрлығы шәхси составтың тәртибе һәм
       сафтарҙың таҙалығын ҡаты күҙәтеү аҫтында тота.
       - Милиция хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәренең оҫтаһы булыуҙан тыш,
       юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булырға тейеш, - тине министр.
       Башҡортостан прокуроры Сергей Хуртин да иғтибарын ябай милиция хеҙмәткәренең әхлаҡи йөҙөнә йүнәлтте. Быйыл
       ҡылынған енәйәттәрҙең яртыһы тип әйтерлек асыҡланмауы йыш ҡ ына нәҡ профессиональ етешһеҙлек йәки эске эштәр органдары в әкилдәренең яуапһыҙлығы менән аңлатыла, - тип билдәләне Сергей Хуртин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал