6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Батыр табибә хаҡында
17.07.06


       Анна Ивановна Веретенникова ( 1855 - 1888) Башҡортостанда тәүге ҡатын - ҡыҙ табиптарҙың береһе.
       Ул уҡытыусы Иван Веретенников ғаиләһендә үҫә. Әсәһе Анна Александровна ( ҡыҙ фамилияһы Бланк) Мария Александровна Ульянованың, Лениндың әсәһенең, бер туғаны. Аннаның бала саҡ
       йылдары Һамарҙа үтә. Артабан ул Һарытау гимназияһында уҡый.
       1877 йылда Петербургтағы юғары медицина курстарына уҡырға и нә. Талантлы ҡыҙҙы кафедраларҙың береһендә ассистент итеп тә ҡалдыра алалар, әммә ул барлыҡ тәҡдимдәрҙән дә баш тарта һәм Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенә земство табибы булып бара.
       1882 йылдың 6 декабрендә Веретенникова Бәләбәйгә килә һәм
       өйәҙ ҡалаһынан йөҙ километрҙа урынлашҡан Бүздәк ауылында
       эшкә урынлаша.
       Ул йылдарҙа Өфө губернаһы территорияһында 33 врач эшләй, уларҙың дүртәүһе ҡатын - ҡыҙ була. Анна Веретенникованың
       йәшәү һәм эшләү шарттары бик насар булыуы билдәле. "Рәсәйҙә төпкөл ауылдар күп булыуын аңлайым, - тип яҙа ул.
       - Әммә берәйһе земстволағы медицина эшмәкәрлегенең кире
       яҡтары менән танышырға теләһә, күҙәтеүҙәр өсөн Бәләбәй өйәҙенән дә уңайлыраҡ объект таба алмаҫ ине".
       Анна Ивановна баҙар майҙанынан алыҫ түгел, бөгөнгө мәктәп эргәһендәге йортта туҡтала.
       "Таҡта менән икегә бүленгән бер бүлмәле өйгә урынлашырға ла өлгөрмәнем, ошо һәм яҡын - тирәләге ауылдарҙан кеше килә лә башланы... Беренсе аҙнала уҡ төрлө эрендәр, һөйәк сереүе,
       быуын сирҙәре, язва, силсә, күҙ ауырыуҙары меәнн йонсоусы бик күп кеше килде. Үҙ аяҡтары килә алмаған ауырыуҙарҙан кө н дә тип әйтерлек саҡырыу ала инем: өйөмдөң ишеге бөтөнләй ябылманы, тип әйтергә була.
       Баҙар көндәрендә Бүздәккә тирә - яҡ ауылдарҙан крәҫтиәндә р килә, улар, осраҡтан файҙаланып, табипҡа мөрәжәғәт итергә теләй, минең йортом барыһын да һыйҙырып бөтә алмау сәбәпле,
       күптәр үҙ сиратын тышта көтөргә мәжбүр".
       Был Анна Веретенникова алып барған яҙмаларҙан өҙөктәр.
       Һәр аҙымда тип әйтерлек йәш табип земство идаралығы тарафынан халыҡ ихтыяждарына битараф ҡарашҡа тап була. Мәҫәлән, идаралыҡ ағзаларының береһе уны ҡиммәтле дарыуҙарҙың "ир кеше өсөн зыянлы булыуы, сөнки уның тәбиғәте тупаҫ, тимәк дарыу ҙа тупаҫыраҡ, йәғни арзаныраҡ булырға тейеш" тип ышандырырға маташа.
       Йылына 1500 һум эш хаҡы алыусы Веретенникова аҡсаһының яртыһын тип әйтерлек медикамент һәм бәйләү кәрәк - яраҡтары
       алыуға, операция үткән ауырыуҙарҙы ҡарауға тотона. Дауахана   булмау сәбәпле, күп кенә ауыр сирлеләрҙе ул үҙ өйөндә ҡарай. Операция эшләү өсөн инструменттарҙы Өфөләге, Бәләбәйҙәге таныш врачтарынан һорарға тура килә...
       Веретенникованың эшләү осоронда Бәләбәйҙә сәсәк ауырыуы э пидемияһы көслө була. Был сиргә ҡаршы көрәшкә бик күп көс һалырға тура килә. Урындағы халыҡ йәш врачҡа ҙур ихтирам менән ҡарай. Уның башҡорт телен белеүе лә ике арала тығыҙ бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ итә.
       Врач өйәҙҙең земство идаралығы ултырыштарында земствоны т әнҡитләп сығыш яһай, дауалау эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерә. Ул Бүздәктә ун койкалыҡ дауахана асыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә, сөнки бөтә өйәҙгә берҙән - бе р Бәләбәй дауаханаһы халыҡты медицина ярҙамы менән тейешенсә тәьмин итеп өлгөрмәй. Ябай халыҡтың врачҡа ихтирамы артыуы урындағы етәкселеккә оҡшамай. "Земство табибы яҙмаларында" ул земство эшмәкәрҙәре Самодуровҡа ( И. М. Бунин), земство идараһы рәйесе Краснобаевҡа
       ( Ә. Ә. Әхтәмов), идара ағзаһы Продувнойға ( О. Т. Лукин) с ағыу характеристикалар бирә.
       Архив документтарына ҡарағанда, Веретенникова ауылда
       "сәйәси енәйәттәре" өсөн ҡулға алына.
       Бүздәктә ике йыл самаһы эшләгәндән һуң, Анна Ивановна ауырып китә. 1884 йылдың көҙөндә ул Петербургҡа, һуңынан Ҡазанға күсә.
       1888 йылдың 17 июлендә, 33 йәшендә, Анна Веретенникова олатаһының Кокушкинолағы имениеһында туберкулездан үлә. Уны ерләүҙә Владимир Ленин да ҡатнаша.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал