6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ата - бабалар ҡаны тәбиғәткә саҡыра
17.07.06


       Әгәр ҙә йорттағы бал ҡорттарын умартанан сығарып ебәрһәң,
       улар урманға осасаҡ һәм унда рәхәтләнеп яңы тормош башлаясаҡ. Ҡулға өйрәтелгән хайуандарҙы урманға сығарһаң, уларға ҡыйынғараҡ тура киләсәк. Ә инде кешене тәбиғи шарттарға урынлаштырғанда, ул үҙен бик тә уңайһыҙ тоясаҡ. Нисек кенә булмаһын, күп быуаттар дауамында тормош уңайлылыҡтарына нығыраҡ өйрәнеп ташланыҡ шул. Әммә генетик х әтер йәки, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ата - бабалар ҡаны үҙенекен итә. Юҡһа кешенең һәр уңайлы осраҡта тәбиғәткә сығырға ашҡынып тороуын нимә менән аңлатырға була Еңел осраҡта кеше йылға ярында пикник ойоштороу менән генә сикләнә, әммә уның эргәһендә мотлаҡ машина булырға тейеш, был тиҙ арала яратҡан телевизор һәм диван янына әйләнеп
       ҡайтыу өсөн кәрәк. Ә инде башҡа осраҡтарҙа кеше өйрәнелгән уңайлылыҡтарҙан оҙағыраҡ ваҡытҡа мәхрүм була. Ул үҙе өсөн кәрәкле минимум ала: палатка, йылы кейем, алмаш аяҡ кейеме, сынаяҡ - ҡалаҡ, етерлек аҙыҡ - түлек, һәм, берәй йәмле тәбиғәт мөйөшөнә, әйтәйек, Белорет районына, йәйәүле туризм буйынса БР чемпионатына юл тота.
       Поход тормошона өйрәнеүе еңел түгел. Сөнки Белореттан 20 километр алыҫлыҡта, Ағиҙел яры буйында һеҙ үҙегеҙ менән
       алған әйберҙәр менән генә файҙалана алаһығыҙ. Резина итек
       йәки, мәҫәлән, палаткағыҙ юҡ икән, тимәк ямғыр аҫтында ҡалы п, һалҡын эләктереүегеҙ ҙә, башҡа проблемаларға юлығыуығыҙ ҙ а ихтимал.
       Әммә туристар бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй. Өҫтәүенә улар походҡа сыҡҡанда нимә алырға кәрәклеген, палатканы нисек ҡуйырға, усаҡта ашарға бешерергә - барыһын да яҡшы белә, ул ғына ла түгел, был эштәрҙе ҙур теләк менән башҡара. Тағы ла ҡаялар буйлап үрмәләү, һаҙлыҡ аша үтеү, һал төҙөү кеүек эштәр ҙә уларҙың ҡулдарынан килә.
       Белорет районы - иҫ киткес матур урында урынлашҡан. Ҡояшлы
       көндә һауала ылыҫ еҫе аңҡый. Урман таҙа һәм үтә күренмәле, ә ылыҫлы ер йомшаҡ һәм һығылып тора. Бәшмәк һәм ер еләгенең иге - сиге юҡ. Яр буйындағы ҡаяларҙан Ағиҙел киңлектәре асыл а. Был урында Ағиҙел йылғаһы ҙур түгел, саҡ көс йыя башлаған сағы. БР йәйәүле туризм буйынса чемпионатына килгән 23 команданың был гүзәллектәргә һоҡланырға ваҡыты юҡ. Өс көнлөк ярыштарҙа улар өс дистанция үтергә тейеш - ҡыҫҡа техник, оҙайлы тактик а - техник һәм техник шәхси - команда дистанцияһы. Иртә менә н улар үҙ лагерында дежур аш бешереүсене генә ҡалдырып, юлға сыға, Хатта бәшмәк йыйырға ла ваҡыттары юҡ . Судьялар тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин, тик уларға аҙыҡты махсу с саҡырылған поварҙар бешереп ашата.
       Дөйөм алғанда, БР беренселеген ойоштороу юғары кимәлдә булыуын билдәләргә кәрәк. Белорет районында төрлө саралар йыш үткәрелә, шуға күрә уларҙы үткәреү схемаһы күптән яйға һалынған. Яланда сүп - сарҙы контейнерҙарға йыйыу ойошторолған, улар көн дә тейешле урынға сығарып түгелә. Даими рәүештә эсәр һыу килтерелә, бер нисә бәҙрәф төҙөлгән. Электрониканы эшләтеү өсөн генератор бар - судьялар бер
       ниндәй проблемаһыҙ компьютер, ксерокс, принтер менән файҙалана. Ярыш протоколдары тотҡарлыҡһыҙ алып барыла. Хатта бер аҙ сәйер ҙә булып китә: тирә - яҡта урман, ә бында принтер геүелдәй, лампочкалар яна...
       Судьялар коллегияһының эшмәкәрлеге һоҡландыра, көнө буйы улар арымай - талмай һәр командаға аныҡ аңлатмалар бирә. Хатта төшкө ашты ла уларға эш урынына килтерәләр. Кисен һәм төнөн йомғаҡ яһала, иртә менән иһә иғландар таҡтаһында протоколдар эленә.
       Чемпионат йомғаҡтары 100 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡала һәм райондар, 100 меңдән артыҡ кеше йәшәгән ҡала һәм райондар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн айырым яһалды. Беренсе төркөмдә, иң ҙур муниципаль берәмектәр араһында, призерҙар түбәндәге тәртиптә урынлашты: Өфөнөң
       Орджоникидзе, Октябрь һәм Киров районы, икенсе төркөмдә - Бөрө районы һәм ҡалаһы, Белорет районы һәм ҡалаһы, Учалы районы һәм ҡалаһы, райондар араһында - Благовар, Әлшәй һәм Краснокама райондары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал