6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Сүплектәр табыш килтерергә һәләтле
14.07.06


       Һуңғы ваҡытта "сүп- сар проблемаһы" беҙҙең илдә генә түге л, бөтә донъяла киҫкен тора. 1999 йылдан башлап Башҡортостан да БР Тәбиғәт ресурстары министрлығы уны хәл итеү мәсьәләһе менән әүҙем шөғөлләнә, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән "Муниципаль сүплектәр" операцияһы быға дәлил. Төҙөкләндереү йылында был проблема айырыуса көнүҙәк, шуға күрә һөҙөмтә лә яҡшыраҡ буласаҡ, тип күҙаллай ойоштороусылар .
       Сүплектәр проблемаһының экологтарға ғына ҡағылмауын иҫәпкә алып, был акцияға республиканың ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре, Роспотребнадзор, БР Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты белгестәре лә әүҙем ҡушылды.
       "Муниципаль сүплектәр" операцияһы 10 майҙа башланды һәм 3 0 октябргә тиклем дуаам итәсәк, йәғни әле уның иң ҡыҙыу мәле. Был ваҡытҡа тиклем Тәбиғәт ресурстары министрлығы 190 сүплекте тикшерергә өлгөрҙө, уны файҙаланыуҙа 200 ҡағиҙә боҙоу асыҡланды, 200 мең һумлыҡ 115 штраф һалынды.
       БР Тәбиғәт ресурстары министрлығы экологик хәүефһеҙлек бүлегенең ҡалдыҡтар менән эш секторы мөдире Зәйтүнә Кәримова әйтеүенсә, иң ғәҙәти ҡағиҙә боҙоуҙар рөхсәт ителмәгән урында сүплектәр булдырыуға, уны урынлаштырыу технологияһына ҡағыла. Улар сүплектең тирә - яғы бысраныуына , юлдарҙың ҡапланыуына һ. б. килтерә. Был йәһәттән баҡса хужалыҡтары күп булған Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары ай ырыуса йыш ҡағиҙә боҙоусылар булараҡ билдәле.
       Ҡаты - көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына идара итеүҙә лә
       ҙур етешһеҙлектәр күҙәтелә. Ҡайһы бер район хакимиәттәренең
       битарафлығына иҫең китерлек. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Асҡар ауылының республика бюджетынан байтаҡ аҡса һалып эшләнгән п олигоны бөгөн тулыһынса һыу аҫтында ҡалған. Айырым кешеләр т арафынан да эшләп еткермәүҙәр күҙәтелә, мәҫәлән, Дәүләкән ра йонында. Ойоштороусылар әйтеүенсә, эшҡыуарҙарға
       полигондың ябай сүплек түгел, ә инженер ҡоролмаһы булыуын
       хәтерҙән сығарырға ярамай.
       Әйткәндәй, полигондарҙың ҡалдыҡтар проблемаһын хәл итеүҙә
       ярҙамы ҙур. БР Хөкүмәте һәм БР Тәбиғәт ресурстары министрлығы ярҙамында ҡалаларҙа 25 полигон төҙөлгән. Әммә Өфө кеүек миллионлаған халыҡ йәшәгән ҡалала полигон "сүп - сар" мәсьәләһен хәл итә алмай. Бында, белгестәрҙең фекере буйынса, икенсел сеймал йыйыу пункттары селтәре булдырыу һәм сүп - сарҙы эшкәртеү заводы төҙөү кәрәк.
       Был йүнәлештә Бәләбәйҙең "Автонормаль" заводының өлгөһө
       иғтибарға лайыҡ. Унда сүп - сар йыйыуға тарифтар артыуынан һуң сүп - сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлдө. Комплекс
       үҙен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҡланы һәм хатта табыш та килтерә башланы.
       Туймазы районы фермерҙары араһында теплица шарттарында йә шелсә үҫтереү таралыу тапҡан, шуға күрә бында пленка йыйыу һ әм грануллау менән шөғөлләнәләр. Эшкәртелгән сүп - сарҙан плитка, йәшелсә ултыртыу өсөн һауыттар һәм башҡа бик күп әйберҙәр эшләнә. Был ысулды ҡулланыу сүплек өйөмдәренә
       артырға мөмкинселек бирмәй, тип иҫәпләй эшҡыуарҙар. Акцияны ойоштороусылар уларҙы хуплай һәм сүп - сарға
       етештереү объекты итеп ҡарарға кәңәш бирә: уны дөрөҫ итеп файҙаланыу яҡшы табыш та килтерергә мөмкин.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал