6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Александрҙың Невскийға әйләнеүе хаҡында
14.07.06


       Невский тип йөрөтөлгән кенәз Александр Ярославовичтың ғүмере ҡыҫҡа була - ул ҡырҡ йылдан саҡ ҡына күберәк йәшәй ( 1220 - йәки 1221 - 1263). 16 йәшендә Новгород кенәзенә әйл әнә, 20 йәшендә - 1240 йылдың 15 июлендә - Невала шведтарҙы тар - мар итә, ә 22 йәшендә Чуд күленең боҙо өҫтөндә данлыҡл ы
       еңеүен яулай.
       Буласаҡ полководецтың ихтыяр көсө ауыр һәм хәүефле ваҡыттарҙа сыныға. Александрҙың ҡырыҫ һәм аҡыллы атаһы - кенәз Ярослав Всеволодович малайҙы бала сағынан уҡ дипломатияға, хәрби хәйләкәрлеккә һәм сыҙамлыҡҡа өйрәтә.
       Батый Урҙаһы Рәсәйҙе көнсығыштан йонсотҡанда, төньяҡ һәм
       көнбайыштан уға рыцарь - крестоносецтар дәғүә итә башлай. Улар уңайлы мәлен тап килтереп, әлегә тиклем Батыйҙың ҡанлы
       итеге баҫмаған ерҙәргә ынтыла. 1240 йылдың июлендә Фин
       ҡултығы һыуҙарында һаҡ хеҙмәте шведтарҙың меңләгән ғәскәре
       килеүен күрә, йөҙәрләгән елкәнле кәмәләрҙә улар Нева тамағына яҡыная.
       Кенәз Александр Ярославовичҡа был турала мәғлүм булғас, у л үҙенең дружинаһын ҙур алышҡа әҙерләй башлай.
       Крестоносецтарға етәкселек итеүсе швед Биргер утҡа май өҫтәй. Ул кенәзгә түбәндәге грамотаны ебәрә:" Әгәр ҙә миңә ҡаршы торорға уйлайһың икән, мин һинең ереңә аяҡ баҫтым да инде. Алдыма килеп баш эйеүең һәм шәфҡәтле булыуымды
       һорауың яҡшыраҡ булыр... Әгәр ҙә инде ҡаршы торһаң, ерҙәреңде юҡҡа сығарасаҡмын, үҙең һәм балаларың минең
       ҡолдарыма әйләнәсәк".
       Был хатты уҡыған кенәз ғәскәрен алышҡа күтәрә. 1240 йылдың
       15 июлендә ул шведтар көтмәгәндә һөжүм итә һәм уларҙың ғәскәрен тулыһынса тар - мар итеүгә ирешә.
       1240 йылғы Нева алышы дошмандарҙың төньяҡтан янауына сик ҡуя, һәм ошо һуғыштан һуң Невский тип йөрөтөлә башлаған Александр Ярославовичтың сәйәси йоғонтоһон көсәйтә.
       Ике йылдан, 2142 йылдың бишенсе апрелендә, Александр Невский етәкселегендәге урыҫ ғәскәре Чуд күлендә тағы бер еңеүгә ирешә. Ул Урта быуаттың иң ҙур алышы булараҡ тарихҡа
       инә. Крестоносецтар был ҡан ҡойошта 500 һыбайлыһын юғалта, 50 рыцарь әсирлеккә төшә. Заманы өсөн был бик ҙур юғалтыу
       булып иҫәпләнә. Һәм еңеү яулау Александр Невскийҙы ул осорҙоң иң ҙур хәрби начальниктары менән бер рәткә ҡуя.
       Яугирҙарҙың батырлығы һәм Александр Невскийҙың етәксе
       таланты сит ил илбаҫарҙарын еңеүҙе тәьмин итә һәм уларҙа урыҫ ерҙәрен баҫып алыу теләген юҡҡа сығара.
       Александр Невский 1263 йылдың 14 ноябрендә вафат була. Ул
       урыҫ сиркәүе тарафынан изгеләр иҫәбенә индерелә. Петр Беренсенең ҡушыуы буйынса кенәздең кәүҙәһе Петербургтың Александр - Невский лавраһына күсерелә. Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге урыҫ һәм совет тарихсылары, рәссамдары, яҙыусылары, композиторҙарының хеҙмәтендә сағылыш таба.
       Өфө картаһында Александр Невскийҙың исеме 1824 йылда, Александр Беренсе Александр Невский сиркәүенең нигеҙенә
       тәүге ташты һалғандан һуң барлыҡҡа килә.
       Өфөлә Александр Невский урамы 1957 йылдың алтынсы авгусында барлыҡҡа килә. Ул Калинин һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал