6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Экватор үтелде
13.07.06


       Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үҙенең экваторын үтт е. Ике аҙна эсендә Башҡортостандың иҫәп алыусылары ауыл һәм ҡала ерендә йәшәүселәрҙең яртыһынан ашыуында булырға өлгөргән дә инде. 25 июлгә тиклем тағы ла 300 меңгә яҡын объектты иҫәпкә алырға кәрәк буласаҡ. Әммә эш бының менән дә тамамланмай. 26 - 31 июлдә ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттары буйлап тағы бер йөрөп сығыу ҡарала, ул хаталарҙы
       табыу һәм төҙәтеү, йомғаҡтар яһау өсөн планлаштырыла. Иҫәпк ә алыу ҡағыҙҙары август уртаһына тиклем ҡабул ителәсәк.
       Тултырылған иҫәпкә алыу бланкылары Башҡортостанстатта
       2006 йылдың декабренә тиклем эшкәртеләсәк.
       Артабан республика буйынса дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр
       статистик мәғлүмәтте эшкәртеү һәм таратыу буйынса төп төбәк
       - ара үҙәккә килтерелә. Уларҙы тикшереү өсөн федераль кимәл гә тәғәйенләнгән программалы тәьмин ителеш файҙаланыла. Был технология алынған мәғлүмәттең ышаныслы һаҡланыуын тәьмин итә. Ауыл хужалығы етештереүселәренә борсолорға тура килмәй - уның хужалығы хаҡында мәғлүмәт тураһында бер кем дә белмәйәсәк. Бөгөн Дәүләт статистикаһының БР буйынса федераль хеҙмәтенең территориаль органында "БР райондары һәм ҡалаларында Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышы тураһында" эш кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостанстаттың район һәм ҡала бүлексәләре етәкселәре
       һәм иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр ҡатнашты. Һөйләшеү иҫәп алыу эшенең уртаһына ниндәй һөҙөмтәләр менән килеү, иҫәпкә алыу барышында барлыҡҡа килгән һорауҙар һәм ҡыйынлыҡтар һәм уны уңышлы тамамлау
       өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында барҙы.
       Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев халыҡтың иҫәп алыусыларҙы йылы ҡаршы алыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта иҫәпкә алыу барышында методологик хаталар китеүен дә йәшермәне. Иҫәпкә алыусылар һорауҙарҙы аҙағына тиклем
       уҡып бөтөрмәй, ауыл хужалығы культуралары һәм мал - тыуар хаҡында тейешле өҫтәмә һорауҙар бирелмәй, тип билдәләнде. Күп кенә райондарҙа иҫәпкә алыу процесына еңел ҡараш һиҙелә.
       - Процесты ябайлаштырырға ярамай! Әйҙәгеҙ, етешһеҙлектәрҙ е таныйыҡ һәм был эшкә ойошҡаныраҡ ҡарашта булайыҡ! - тине Ғәниев.
       Ауыл хужалығы статистикаһы бүлеге начальнигы Нурия Хафизова
       иҫәпкә алыусылар алдында барлыҡҡа килгән проблемаларҙа ентеклерәк туҡталды. Тағы ла ул иғтибарҙы һандарҙы дөрөҫ яҙырға кәрәклегенә йүнәлтте, сөнки уларҙы һуңынан машина һанаясаҡ.
       Хафизова ауыл хужалығы культураларын үҫтереү мәсьәләһен дә
       һыҙыҡ аҫтына алды.
       - Халыҡ төрлө, шул иҫәптән экзотик культуралар ҙа үҫтерә,
       - тине ул. Шуға күрә, тәбиғи, иҫәпкә алыу картинаһы төрлө төҫт ә
       булырға тейеш. Беҙҙә картуф менән помидорҙан башҡа нимә үҫмәй тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине.
       Иҫәпкә алыусыларҙың эш барышында барлыҡҡа килеүсе
       тәҡдимдәрен Хафизова бер системаға һалып, киләһе иҫәп алыуға әҙерләүҙәрен үтенде.
       Тағы бер ҡыҙыҡлы мәл дә урап үтелмәне.
       - Күптән түгел телевизорҙан ҡайһы бер иҫәпкә алыусыларҙың көнөнә 20 - 30 ғаиләне урап сығыуы хаҡында ишетергә тура килде. Был ысынлап та шулай булһа, улар бер респондентҡа күпме ваҡыт сарыф итә һуң 10 - 15 минутмы Улай булырға тейеш түгел!
       Кәңәшмә барышында башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫарҙары һәм бүлек начальниктары сығышы тыңланды. Кәңәшмәне йомғаҡлап, Ғәниев р айон вәкилдәренә иртәгә үк иҫәпкә алыу инструкторҙарын һәм координаторҙарын йыйып, уларға тейешле мәғлүмәтте еткерергә тәҡдим итте, иҫәпкә алыуҙың артабанғы өлөшөнә ҡарата шелтәләр булырға тейеш түгел, тине ул.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал