6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Көс - халыҡҡа яҡынлыҡта
13.07.06


       Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәтселек палатаһы үҙенең халыҡҡа яҡынлығы менән абруйлы булырға тейеш. Көстөң "халыҡ менән бәйләнештә" булыуы хаҡындағы совет лозунгыһын хәтерләйһегеҙҙер әле, моғайын. РФ Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Әмирхан Сәмерханов "Башинформ" агентлығында үткән
       матбуғат конференцияһында әлегә палата эшмәкәрлегендә уның ағзаларының шәхси статусы әйҙәүсе ролен башҡарыуы тураһында һөйләне. Закондар сығарыу инициативаһы һәм хоҡуҡи экспертиза практикаһы менән таныш булыусы профсоюз лидер статусы Әмирхан Сәмерхановҡа яңы эш башҡарыуҙа ярҙам итә, әлбиттә, әммә ул реаль еңеүҙәр хаҡында һөйләп бармай.
       - Палатаның үткән ярты йылдағы эшендәге реаль еңеүҙәр хаҡында һөйләүҙән тыйылып торор инем, - ти ул.
       Йәмәғәтселек палатаһының Әмирхан Сәмерханов эшләгән социаль үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияһы дүрт ултырыш
       үткәрергә өлгөрҙө лә инде. Тәүге ярты йылда иң әһәмиәтле ваҡиғалар тип "Рәсәйҙә ярлылыҡты бөтөрөү стратегияһы тураһында" йәмәғәт тыңлауҙары һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле хәлде тикшереүҙе билдәләргә
       кәрәк.
       Халыҡтың Йәмәғәтселек палатаһынан конкрет ҡарар көтөүе аңлашыла, әммә бөгөн, Әмирхан Сәмерханов билдәләүенсә, "палатаның ундай власы" юҡ. Йәмәғәтселек палатаһының һәр ағзаһы үҙе йәшәгән ерҙә эшмәкәрлекте нисек итеп ҡороу тураһында уйлай. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Өфөлә РФ Йәмәғәтселек палатаһы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар
       буйынса ҡабул итеү ойошторолдо, илебеҙҙә берҙән - бер булға н РФ Йәмәғәтселек палатаһы эшенә ярҙам итеү буйынса совет булдырылды.
       Был "халыҡ араһында" тыуған инициативаларҙы туплауҙың бер
       ысулы. Һәм ҡабул итеү бүлмәһе булдырылғандан алып мөрәжәғәт
       итеүҙәр һаны арта бара.
       - Ә беҙгә ҡайҙа барырға, дәүләт органдарына мөрәжәғәт итергәме ни Унда беҙҙе бер кем дә көтөп тормай, ә һеҙҙә
       ишектәр асыҡ, ти беҙгә килгән халыҡ, - тип уртаҡлаша журналистар менән идара рәйесе. Рәсәйҙең ҡалған төбәктәрендә
       эштең нисек торошо хаҡында фаразларға ғына ҡала - 126 палат а ағзаһының 94 - е Мәскәүҙә йәшәй, ҡалғандарының күпселеге э ш бүлмәһе генә түгел, телефон номеры ла булмауына зарлана.
       Үҙенә ҡалһа, Әмирхан Сәмерханов көс һаласаҡ дүрт йүнәлеш билдәләгән - һаулыҡ һаҡлау проблемалары, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыу, балаларҙың ялын тәьмин итеү һәм пенсион тәьмин ителеш проблемалары.
       Йәмәғәтселек палатаһы ниндәй ҙә булһа партия йәки парламент менән берләшергә йыйынмай.
       Йәмәғәтселек палатаһы ағзаларының киләһе ултырышы 29 сентябрь көнөнә тәғәйенләнгән. Иғтибар үҙәгендә ике тема - Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре һәм пенсия реформаһы торошо. Әмирхан Сәмерханов унда Владимир Путин да ҡатнашыр, тип өмөтләнә. "Әгәр ул тағы ла Йәмәғәт палатаһын хуплап сығыш яһамаһа, беҙгә эшләүе ҡатмарлыраҡ буласаҡ".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал