6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Шағир һәм тәржемәсе Сәләх Кулибай
13.07.06


       Сәләх Ғәбит улы Кулибай ( Кулибаев) 1910 йылдың 13 июлендә
       донъяға килә. Туғыҙ йәшендә атайһыҙ ҡала һәм балалар йортон а эләгә. Артабан Түбә руднигының фабзавуч курстарында уҡый, шунда уҡ приискыларҙа тир түгә.
       - Ауыр булды, - тип һөйләй Сәләх Кулибай. - Йәйен байға эшләнем, ә ҡышын мәктәпкә йөрөнөм. Сикһеҙ киңлектәрҙә тирәк мамығын ел нисек осороп йөрөтә, мине лә тормош шулай төрлө т арафтарға ырғытты, ташҡа төшкән саҡтарым да булды.
       Түбә курстарында белем алған сағында, ул ваҡытта рудникты ң китапханаһына етәкселек итеүсе драматург Мирхәйҙәр Фәйзи малайҙы әҙәбиәткә йәлеп итә. Фәйзи Сәләхтең 1927 йылда "Сәсән" журналында баҫылған тәүге шиғырын тикшерә һәм төҙәтмәләр индерә.
       Ун ете йәшендә Сәләх Кулибай үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра. Йәш шағир башлыса башҡорт рудниктарында эшләүселәрҙең көнкүреше хаҡында ижад итә. Сөнки 1930 йылда Б аймаҡ тау - техник училищеһын тамамлағандан һуң һәм уға тиклем дә йәш Кулибаев таусылар менән эшләй, баҡыр иретеү заводында формалаусы эшен башҡара.
       Польша шағиры Юлиан Тувим руда һәм машиналарҙы данлаусы С әләх Кулибай хаҡында һоҡланып яҙа. Әммә әҙәби тәнҡитселәр ун ы ҡабул итмәй, яҙыусы ижадын "тимер поэзияһы" тип атай. Ә ша ғирҙың үҙе өсөн машиналар тауышы бер ваҡытта ла кешене ҡапламай.
       Быны шағир Ғәйнан Әмири ҙә раҫлай. Ул Сәләх Кулибайҙы Мәжит Ғафуриҙан һуң эшсе кешенең тормошон һәм хеҙмәтен данлаусы тип атай. Шағир һүрәтләүендә хеҙмәт кешеһе бер ҙә тәбиғәтҡә ҡаршы төшмәй, ул уны үҙгәртә, буйһондора һәм халыҡҡа хеҙмәт итергә мәжбүр итә.
       1930 йылда шағир "Башҡортостан" гәзитендә, "Октябрь" журналында, китап нәшриәтендә эшләй, Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә, рота
       командиры була.
       Һуғыштан һуң Сәләх Кулибай бик күп һәм һөҙөмтәле ижад итә . Уның күп кенә пьеса, комедиялар авторы булыуы тураһында күптәр белмәй. Шулай уҡ ул Александр Пушкин, Михаил
       Лермонтов шиғырҙарын, "Герой нашего времени" романын башҡорт теленә тәржемә итә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал