6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башпотребсоюз тыуған көнөн билдәләй
12.07.06


       Башпотребсоюз быйыл бер юлы өс дата билдәләй. Рәсәйҙә кооперативтар барлыҡҡа килеүенә 175 йыл, Өфө ҡулланыусылар й әмғиәте булдырылыуына - 135 йыл, Өфө кооператорҙар ширҡәте б арлыҡҡа килеүенә - 90 йыл тула. Ошо сәбәпле, 14 июлдә Башҡортостан кооператив йәмғиәттәренең ҡулланыусылар берләшмәһе тантаналы йыйылыш ойошторасаҡ.
       Рәсәйҙә кооперация ун туғыҙынсы быуатта барлыҡҡа килә. 1825 йылғы фетнәнән һуң Себергә һөрөлгән декабристар Чита төрмәһендә артель хужалығы төҙөй. Был ирекле ойошманың етәксеһен декабристар үҙҙәре һайлай.
       Өфөлә тәүге ҡулланыусылар йәмғиәте 1871 йылда төҙөлә, ә ауыл ерендә беренсе ҡулланыусылар йәмғиәте 1883 йылда Бәләбәй өйәҙенең Яңы - Троицк ауылында барлыҡҡа килә. Уларҙы сауҙәгәрҙәр баҫымына һәм аҙыҡ - түлеккә хаҡтарҙың юғары ҡуйылыуына ҡаршы тороу маҡсатында аҙ тәьмин ителеүселәр төҙөй. Өфөнөң тәүге ҡулланыусылар ойошмаһының ус тавында былай тип яҙыла: "Ҡулланыусылар ширҡәтенең маҡсаты - үҙ ағзаларына яҡшы сифатлы һәм мөмкин тиклем түбән
       хаҡҡа аҙыҡ - түлек ҡайтарыу".
       1916 йылда Өфө губернаһы ҡуланыусылар йәмғиәте вәкилдәренең беренсе съезы үтә. Башпотребсоюз үҙ тарихын нәҡ ошо датанан башлап иҫәпләй.
       Йөҙ йылдан ашыу дауам иткән тарихында Башҡортостандың ҡулланыусылар берләшмәһе төрлө хәлдәр кисерә. Ул Рәсәйҙә булған төрлө үҙгәртеп ҡороуҙар аша ла үтә. Һуғыш һәм революциянан һуңғы йылдарҙа потребкооперация һәр ваҡыт хөкүмәткә ярҙамға килә һәм халыҡты аҙыҡ - түлек менән тәьмин
       итә. Башпотребсоюз 90 - сы йылдарҙағы сәйәси тетрәнеүҙәр һәм иҡтисади реформалар шарттарында ла бирешмәй.
       Кисә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башпотребсоюз идараһы рәйесе Мансур Абдуллин ҡатнашты. Ул Башпотребсоюз эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре - күмәртәләп һәм даналап һатыу, эшкәртеү һәм
       етештереү, әҙерләү эшмәкәрлеге, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм
       сервис өлкәһе - хаҡында һөйләне. Бөгөн был система 350 меңдән ашыу пайсыны берләштерә һәм ауылда иң ҙур эш менән тә ьмин итеүсе ролен үтәй. Уның ойошма һәм
       предприятиеларында 12 меңдән ашыу кеше эшләй, ул миллиондан ашыу ҡасаба һәм ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Башпотребсоюзда 1992 магазин, 85 икмәк бешереү комбинаты, 33 кондитер цехы, 24 алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү цехы, 259 ҡабул итеү - әҙерлек пункттары эшләй, һуңғыһы йөн, тире сеймалы, дарыу үләндәре, бал, ит, йомортҡа, еләк - емеш әҙерләү, шулай уҡ икенсел сеймал - сепрәк - сапраҡ, макулату ра, быяла ватыҡтары, ҡалай һауыттар һ. б. ҡабул итеү менән шөғөлләнә.
       Башпотребсоюздың барлыҡ магазиндары ла табышлы эшләй, тип әйтеп булмай. Алыҫта урынлашҡан һәм бәләкәй ауылдарҙа
       магазин тотоу отошһоҙ, әммә кооператив ойошмалары ауыл халҡының хәленә инеп, уларҙы тауар менән тәьмин итеүен туҡтатмай.
       Башҡортостандың ҡайһы бер райондары айырым йәки бер нисә төр эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Әммә барлыҡ тармаҡтар б уйынса ла күләмде арттырып, хужалыҡ эшмәкәрлеген әүҙем үҫтереүсе райондар ҙа бар. Был Ейәнсура, Әлшәй, Стәрлетамаҡ,
       Ҡырмыҫҡалы райполары, "Шишмә", "Благовар", "Мәләүез" ҡулланыусылар йәмғиәте. Учалы, Кушнарен, Күгәрсен, Стәрлебаш
       райондарында ла эшмәкәрлек аяҡҡа баҫа.
       Башпотребсоюз советы үҙ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри кимәлен
       арттырыуға ҙур иғтибар бирә. Уларҙың һәр өсөнсөһө юғары йәк и урта махсус белемгә эйә. Белгестәрҙе Башҡорт кооператив институты, Башҡорт һәм Бөрө кооператив техникумдары һәм Саҡмағош кооператив училищеһы әҙерләп сығара.
       2005 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин дүрт өҫтөнлөклө милли проект билдәләне, улар араһында "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" лә бар. Башпотребсоюзда был проект ҡулланыусылар кооперацияһы эшмәкәрлегенә туранан - тура ҡағыла, тип иҫәпләйҙәр. Уның ойошмалары проектта ҡатнашыуға әҙер. Әлеге ваҡытта республиканың райондарында ауыл хужалығының ҡулланыусылар кооперативтары булдырыла, артабан улар был милли проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем
       ҡатнашыр, тип ышанғы килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал