6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Боҙ өҫтөндә күнекмәләр башланды
12.07.06


       "Салауат Юлаев" Ҡара диңгеҙ буйындағы әҙерлек йыйындарынан ю ғалтыуһыҙ ҡайтты - күренеүенсә, Анапа эргәһендәге Витязево ҡасабаһында урынлашҡан өс йондоҙло "Астория" отелендә ҡалырға теләүселәр булмағандыр. Шишәмбе көнө команда үҙенең тулы составында тәүге күнекмәләрен башланы.
       Үҙ майҙандарында хоккейсылар иҫ киткес уйын күрһәтә, тип әйтеп булмай. Ни тиһәң дә боҙҙа шыуыу бер аҙ онотолған. Күнекмәләр бер ҙә мәрхәмәтле режимда үтмәй - йөкләмәләр ҙур.
       Өҫтәүенә бөгөнгө эҫе көндә ҙур ареналағы боҙ ҙа шәптән түге л. Шайба йәбешә, штанга күтәреп өйрәнгән ҡулдар еңел пластик сәкәнгә уңайлаша алмай. Әйткәндәй, барыһының да тип әйтерлек
       сәкәне пластик йәки графиттан эшләнгән. Беҙҙең мәғлүмәттәр
       буйынса, бары тик Николай Заварухиндың ғына хоккейсылар приборы ағастан.
       Күнекмәләрҙең тәүге көнөндә хоккей уйынының төп нигеҙҙәренә
       ҙур иғтибар бирелде. Состав ике өлөшкә бүленде. Берәүҙәр штанга күтәрһә, икенселәре үҙҙәрен боҙҙа һынаны. Хоккейсы
       свитерҙарының төҫтәренә ҡарағанда, һөжүмселәрҙең беренсе звеноһы һаҡланған - Волков, Сидякин, Заварухин. Һаҡсылар пар ы Кутейкин һәм Кухтиновтан тора. Хәҙер Мелешко, Микеска, Чуприс һәм Филипп донъяла иң "текә" һаналған төҫтәге свитерҙ а уйнай. Минскиҙан килгән өсөнсө форвард, командалағы урыны әлегә һорау аҫтында булған Алексей Крутиков ҡына һары төҫтәг е майкала.
       Бушлай бонус сифатында "юлаевсыларҙың" Ҡара диңгеҙ
       районындағы курорт ерен тапауҙары хаҡында бер нисә һүҙ.
       Йыйын Алексей Мезинһыҙ үтә, әммә чехтар ҡатнашлығы арҡаһында экзотикаға бай була. Һуңғылары, шаһиттар әйтеүенсә , әлегә урыҫ телендә насар һөйләшә. Миша бер аҙ һупалаһа, Радик үҙ телендә "бытылдауҙы" хуп күрә.
       Йыйында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, туҡланыу яҡшы һәм төрлө булған - клубтың үҙ ашханаһынан бер ҙә кәм түгел, ти хоккейсылар. Улар ике, өс һәм дүрт урынлыҡ номерҙарҙа йәшәгән. Күнекмәләр көнө иртәнге сәғәт һигеҙҙә зарядканан башланған. Сәғәт 11 - ҙә - тренажерҙар залы йәки спорттың уй ын төрө - футбол, баскетбол, гандбол. Кисен сәғәт 18. 00 -дә
       - футбол йәки кросс.
       Күнекмәләргә ҙур иғтибар бирелеү сәбәпле, егеттәрҙең күбе һе буш ваҡытын ял итеп үткәрергә тырышыуы хаҡында белдерә.
       Һәм был ситуацияла диңгеҙ буйына ҡатындары менән килеүсе Роман Кухтинов, Вячеслав Белов, Ярослав Чуприс, Николай Заварухин һәм Дмитрий Мелешконы йәлләргә лә булалыр, моғайын.
       Башҡаларҙың проблемаһы бөтөнләй икенсе төрлө. Тирә - яҡта
       бер ҡыҙ ҙа булманы, тип зарлана улар. Бары тик пенсионер йәшендәгеләр генә.
       Дөйөм алғанда, коллектив әлегә формалашыу стадияһында, йәғни берҙәм команда барлыҡҡа килмәгән әле. Был уйындар ваҡытында составта урын өсөн конкурентлыҡтың етди буласағына
       ла бәйлелер, моғайын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал