6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Борис Полевойҙың Башҡортостанға яҙған хаттары
12.07.06


       Бөгөн - яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Герой ы Борис Полевойҙың (псевдонимы, ысын фамилияһы - Кампов)
       хәтер көнө. Һәм был иҫтәлекле көндә Борис Николаевичтың
       республика халҡына адресланған ике хаты тураһында һөйләп
       китеү дөрөҫ булыр, моғайын.
       Борис Полевой Совет тыныслыҡ фондының идара рәйесе вазифаһын башҡара. Был фонд архивында бер почта бланкыһы һаҡланып ҡалған. Уны ебәреүсенең адресы: "Өфө - 38, Машина төҙөүселәр урамы, 9, 22 - се фатир. Молчанова Антонина Алексеевна".
       Борис Полевой был хатҡа яуапты көттөрмәй: "Хөрмәтле Антонина Алексеевна! Совет тыныслыҡ фонды Һеҙҙең үҙ теләгегеҙ менән Тыныслыҡ фондына ебәргән взносығыҙҙы алды һә м ихлас күңелдән рәхмәт белдерә".
       1972 йылда Өфө менән Мәскәү араһында "Ярослав Галан"
       пароходы йөрөй. Бер көнө Өфө йылғасыларына ҡунаҡҡа Борис Полевой килеп төшә. Ул Ярослав Галан менән таныш булыуы тураһында һөйләй һәм үҙ ҡултамғаһы менән "В конце концов" тигән китабын бүләк итә.
       Икенсе хаты Бәләбәйҙең крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә адреслана. Бына уның йөкмәткеһе: "Үҙегеҙҙең тарихи - крайҙы өйрәнеү музейында яҡташығыҙ Сергей Крушинский иҫтәлегенә мөйөш асырға ҡарар итеүегеҙгә бик
       ҡыуандым.
       Ул Бөйөк Ватан һуғышында иң ҡыҙыҡлы, арымай - талмай эшләүсе, сикһеҙ ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта иң талантлы
       хәбәрселәрҙең береһе булды.
       Мин уның менән тыуған ҡалам Калининдан алып Берлин һәм Прагаға тиклем юлды бергә үттем, тип әйтергә була. Сергей
       тураһында белгәнемде ике томға тупланған көндәлектәремдең
       төрлө өлөштәрендә һүрәтләнем, шуға күрә һеҙҙең өсөн башҡа
       бер нимә лә өҫтәп әйтә алмайым. Крушинскийҙың фотоһын, бәлки, ебәрермен. Тапһам. Беҙ бит хәбәрсе ырымы буйынса фотоға төшөргә яратманыҡ. Һеҙгә минең кәңәшем: "Правда" , "Комсомольская правда" гәзиттәрендә уның улдары эшләй. Улар һеҙгә атайҙарының портретын ебәрә алыр, моғайын...
       Иң изге теләктәр менән һеҙҙең Борис Полевой."
       Яҙыусының үлеменә өс йыл ҡалғас, уның "Силуэты" исемле китабы донъя күрә. Унда автор осрашырға тура килгән билдәле шәхестәрҙе һүрәтләй. Улар араһында Самуил Маршак, Алексей Сурков, Илья Эренбург, Сергей Смирнов, Александр Фадеев һәм башҡалар бар. Китап журналист карьераһын 1926 - 1927 йылдарҙа Өфөлә, "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите репортеры булып башлаған Сергей Крушинский тураһында очерк менән тамамлана.
       Очерк "Дуҫ менән осрашыу" тип атала. Нью - Йоркка юлға сығырға әҙерләнгәндә Борис Полевой Сергей Крушинскийҙың китабын һатып ала, уны уҡый һәм "күптән күрмәгән дуҫы, тормошта ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе күрә һәм уртаҡлаша белгән аҡыллы һ әм һиҙгер кеше менән әңгәмәләшкәндәй" була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал