6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Телефон шылтырауы еңеүҙән яҙҙырҙы
12.07.06


       Шашка уйыны буйынса гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина ошо көндәрҙә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлгә тарыны. Минск ҡалаһында үткән 19 - сы халыҡ - ара шашка фестивалендә - спорттың был төрө буйынса бик абруйлы форумда башҡорт
       спортсыһы ғәҙәти телефон шылтырауы арҡаһында еңеүгә ирешә алманы!
       Ярышҡа бик көслө шашкасылар йыйылған ине. Еңеү өсөн донъя
       һәм Европа чемпионкаһы Дарья Ткаченко, экс - чемпионкалар Зоя Голубева һәм Тамара Танһыҡҡужина көс һынашты.
       Өс турҙан һуң беҙҙең Тамара йөҙ процент һөҙөмтәгә өлгәште
       - өс еңеү. Артабан да ул ышаныслы сығыш яһауын дауам итте һ әм аҙаҡҡы көн алдынан уның иҫәбендә һигеҙ матчта алты еңеү и не.
       Һуңғы турҙа Танһыҡҡужина Ольга Садовскаяға ҡаршы уйнаны. Барыһы ла башҡорт ҡыҙының етенсе еңеүенә табан бара ине, тип
       әйтергә кәрәк. Әммә уйын башланып 3,5 сәғәт үткәс, уның кеҫ ә телефоны шылтырай...
       Турнир регламентында уйын барышында кеҫә телефонының
       һәр шылтырауы өсөн еңелеү яҙылыуы билдәләнгән. Шулай килеп сыҡты ла. Беренсе урын Зоя Голубеваға эләкте. Танһыҡҡужинаға
       иһә икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.
       Беҙ Тамара менән элемтәгә инеп уның ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ һәм был хәлде тулыраҡ һөйләүен үтендек.
       - Кеҫә телефоны шылтырауы өсөн еңелеү иҫәпләнгәнен алдан белә инем. Ғәҙәттә, партия башланыуына биш минут ҡалғас, мин
       телефонды һүндерәм. Әммә был юлы уйындан һуң тура вокзалға китергә ниәтләп, әйберҙәремде лә алып килдем, шул арҡала осрашыуҙың башына саҡ килеп өлгөрҙөм һәм телефонды
       һүндерергә онотҡанмын. Һәм бына партия аҙағына яҡынлашып
       барғанда ул шылтырай башланы.
       - Һәм судья уны ишеттеме
       - Был партияла мин Ольга Садовская менән - был турнирҙа минең өсөн төп конкурентка булған Зоя Голубеваның һеңлеһе менән уйнай инем. Ҡайһы ваҡыт ярышташтар бындай шылтыратыуҙарҙы ғәфү итә, тик был юлы түгел. Зоя Голубева минең эргәлә тора ине, уның ҡылығы бик үк әҙәпле булманы тип
       һанайым.
       - Ул нимә эшләне
       - "Шылтыратыуҙы барыһы ла ишеттеме!" - тип ҡысҡыра башланы.
       - Аңлашыла. Ә телефонда ниндәй көй яңғырай ине
       - Ғәҙәти. Шашистка Елена Мильшинаның улы минең үтенесем буйынса телефондан яҡшы көйҙәрҙе алып ташланы.
       - Бик тын ғына рингтон. Һәм уның уйнаусыларға ниндәй
       ҡамасауы тейҙе инде Әйткәндәй, ә кем шылтыратты
       - Тренерым Юрий Черток.
       - Һәм был шылтыратыу күпмегә төштө Мин приз аҡсаһын күҙ уңында тотам.
       - Артыҡ күп тә юғалтманым. Приз аҡсаһы символик ҡына ине. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ - Беларусь. Әммә был осраҡта минең өсөн иң
       мөһиме - тәжрибә. Кешеләрҙең үҙен нисек тотоуын аңлау булды .
       Һәм тағы ла уйынымдан ҡәнәғәт булыуым минең өсөн мөһим. Һигеҙ уйында алты еңеү, туғыҙҙан ете еңеү ҙә булыуы ихтимал ине. Бик яҡшы һөҙөмтә. Элек бындай юғары кимәлдәге турнирҙарҙа биш еңеүҙән артығын яулағаным булманы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал