6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һыуһынды нисек ҡандырырға
11.07.06


       Һыуҙың - тормош икәнен иҫәпкә алһаҡ, кем генә беҙҙе был тормоштан мәхрүм итмәй, күршеләр булһынмы, торлаҡ - эксплуатация участкаһымы... Һәм был проблеманан бер ҡайҙа ла , хатта үҙ баҡсаңда ла йәшеренеп ҡалып булмай, сөнки унда ла һыу юҡ...
       Һәм ҡәйнәм, ҡайным һәм ошо юлдар авторынан торған ғаилә советында берҙән - бер дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде - ҡоҙоҡ ҡаҙырға кәрәк. Был идеяны тулыһынса хуплауымды күрһәтеп, мин
       көрәк һөйрәп килтерҙем. Әммә ҡәйнәм миңә үҙенең ҡәйнәләрсә бер генә ҡарашын ташлауы булды, көрәкте ситкә ырғыттым. Һәм ул шунда уҡ ҡулыма "Ҡоҙоҡтар ҡаҙыу" бүлеге ҡәләм менән билдәләнгән иғландар гәзитен тотторҙо.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шылтыратып белешеү бер нимә лә бирмәне, был өлкәләге белгестәр бик эшем эйәләре булып сыҡты. Артабан мин дуҫтар һәм таныштарҙан һораша башланым. Һәм был темаға ниндәй генә ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ишетергә тура килмәне миңә! Бер пар 10 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡто бер тәүлектә ҡаҙыуҙарына ышандырырға тырышты. Әммә иң ҡыҙығы, ми неңсә, бер кешенең 12 метрлыҡ ҡоҙоҡ ҡаҙыуы булғандыр!.. Тыңлауын тыңланым да, әммә үҙ проблемамды хәл итә алманым шу л...
       Шул ваҡытта дуҫым мине яңы ғына ҡаҙылған ҡоҙоҡтан берәр стакан таҙа һыу эсергә саҡырҙы. Һәм нәҡ ул мине һуҡыр сысҡан
       кеүек тиҙ ҡаҙыусы ике егет менән таныштырҙы ла инде. Улар Илгиз Ғайсин менән Шамил Сәхибгәрәев булып сыҡты.
       Хаҡ тураһында шунда уҡ килештек: метрына 1200 һум, быға өҫтәп 830 һумлыҡ бетон ҡулсалар, уларҙы килтереү хаҡы...
       - Ә һыу сығырмы икән һуң - тип һорау бирҙем мин.
       - Әлбиттә! - тип яуапланы "һуҡыр сысҡан" Илгиз. - Бына ош о урында ҡаҙыясаҡбыҙ, - ул баҡсаның мөйөшөнә төртөп күрһәтте.
       - Ә ни өсөн нәҡ ошо урында
       - Сөнки бында һыу бар.
       - Ә тегендә
       - Тегендә юҡ. Үҙең тикшереп ҡарай алаһың. Бына һиңә ике тимер сым, ҡулыңа ал да участка буйлап йөрөп сыҡ.
       Мин шулай иттем дә. 90 градус итеп бөгөлгән ике тимер сымды бер - береһенә параллель ҡуйып, аҡрынлап баҡса буйлап киттем. Һәм нисек уйлайһығыҙ! Нәҡ Илгиз күрһәткән урында сымдар ике яҡҡа айырылды, был һыу барлығын дәлилләй...
       - Ә нисек итеп белдең һин
       - Үҙ ғүмерем эсендә мин беләһеңме күпме ҡоҙоҡ ҡаҙыным. Ө с йөҙ тирәһе! Мин һыуҙы күңелем менән тоям. Һыу булған урынд а күҙ алдым сыбарлана башлай... Ҡоҙоҡтоң да төрлөһө була, әлбиттә. Ҡайһы берҙә ике метрҙан башлана, утыҙ метрҙан саҡ сыҡҡан осраҡтары ла була.
       - Шундай тәрәнлеккә лә еткәнегеҙ бармы
       - Шаҡшала тәрән ҡоҙоҡ ҡаҙырға тура килде. Ҡаҙабыҙ, ҡаҙабы ҙ, һыу һаман юҡ. Ҡоҙоҡтоң стеналары шыуғандай тойола башланы . Шул ваҡытта мин ысын ҡурҡыуҙың нимә икәнен белдем, әммә ҡомар барыбер көслөрәк булып сыҡты. Ә инде һыуға барып еткәс , шундай шатлыҡ кисерҙем! Ундай таҙа һыуға юлыҡҡаныбыҙ юҡ
       ине. Тәрәнерәк булған һайын һыу таҙараҡ... Юғарыға ҡараһам, йондоҙло күк. Ер аҫтында ваҡыт бөтөнләй икенсе төрлө үтә, тиҙерәк тип әйтәйемме...
       - Ундай тәрәнлектә нисек ҡаҙыйһығыҙ һуң
       - Мин һәр ваҡыт бетон ҡулса эсендә ҡалам һәм уның аҫтына ҡаҙыйым. Ҡулса үҙ ауырлығы менән баҫа бара, уның өҫтөнә
       икенсеһе ҡуйыла. Мин ҡаҙыйым, ә Шамил сығыр менән дүрт күнәк балсыҡ һыйҙырышлы яндауҙы күтәреп ала. Бөтә процесс
       ошонан ғибәрәт...
       - Шифалы һыуға тап булғанығыҙ бармы
       - Бар, Михайловкала, мәҫәлән. Бер ҡатынға ҡоҙоҡ ҡаҙыныҡ, һыуы сихәтле булып сыҡты, хәҙер бөтә ауыл дауаланырға йөрөй,
       ҡаланан да киләләр. Чесноковкала шулай уҡ һыу бик таҙа. Максимовкала ҡыҙыҡлы хәл булды. Унда һыулы ҡатламға эләктек һәм һыу шул тиклем көслө баҫым менән аға башланы, хатта ҡоҙоҡ ташып сыҡты...
       - Бер тапҡыр булһа ла һыу тапмаған сағығыҙ булманымы ни
       - Дөрөҫөн әйткәндә, бер осраҡ булды, - ти Илгиз. - Тик бы л беҙҙең ғәйеп түгелдер, тип иҫәпләйем. Бер ҙур түрә ҡатынға
       ҡоҙоҡ ҡаҙырға ялландыҡ. Ул һәр ваҡыт ниндәйҙер китап тотоп эргәнән китмәй, өйрәтә, йәнәһе, көрәкте дөрөҫ тотмайһығыҙ, тегеһе, быныһы... Бик йөҙәткәс, инструменттарын ҡулына тотторҙоҡ та: "Ҡәҙерле Анна Петровна! Әйҙә үҙең ҡаҙы!" - тип киттек тә барҙыҡ.
       Ошоноң менән беҙҙең әңгәмә тамамланды, сөнки дуҫтар эшкә тотондо. Балсыҡ тауы күҙ алдында ҙурая барҙы.
       Икенсе көнө тағы ла уларҙың хәлен белергә килдем. Егеттәр биш метр тирәһе ҡаҙыған, әммә һыу юҡ әле. Алты, ете... Мин
       борсола башланым... Ҡапыл ҡыуаныслы тауыш ишетелде: "Һыу!" Сүллектә сарсаған мосафир ғына шулай итеп ҡысҡыра алалыр.
       Һыу бик тәмле, хатта сихәтле лә булып сыҡты...

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал