6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Юбилейҙар

Өфө дәүләт нефть техник университеты 55 йәшен билдәләне
25.12.03


       Өфө дәүләт нефть техник университеты ошо көндәрҙә 55
       йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡыуаныслы ваҡиғаға бәйле Йәштәр һарайында тантана ойошторолдо. Юбилярҙарҙы ҡотларға Республи ка Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәтенең Премьер - мини стры Рафаэль Байдәүләтов, РФ Энергетика һәм Мәғариф министрл ыҡтары вәкилдәре һәм башҡа ҡунаҡтар йыйылды.
       Был уҡыу йортоноң республикала иң ҙурҙарҙан, Рәсәйҙә - иң
       алдынғыларҙан һаналыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк. Уны ң ун бер факультеты һәм өс филиалында 14 меңдән ашыу студент
       белем ала, төрлө һөнәрҙәргә эйә була. Университет республик аның етмешләгән яғыулыҡ - энергетика комплексы ойошмалары ме нән хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы бер нисә йылда ғына сит ил мәға риф һәм фәнни учреждениелары менән егермеләгән килешеү төҙөг ән. Байрам кисәһендә Йәштәр һарайы сәхнәһендә университетт ың ректоры Айрат Шамазов һәм юбилей комитеты рәйесе Мортаза Рәхимовҡа "Надежда УГНТУ" исеме бирелеүе тураһындағы дипломд ар тапшырылды.
       - Университет студенттарҙы әҙерләү сифаты буйынса Рәсәйҙе ң иң яҡшы вуздары иҫәбендә тора. Бында уҡыу һәм фәнни эшмәкә рлек өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған, - тине Мортаза Рәхи мов. - Мин нефть университеты сығарылыусыһы булараҡ һеҙҙең у ңыштарығыҙға ҡыуанам һәм ғорурланам. Бөгөнгө ректор ҙа ошо у ҡыу йортон тамамлаған. Уның етәкселегендә университет электә н һалынған йолаларҙы юғалтмайынса алға барыуын дауам итә.
       Бынан тыш Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыла ры һәм хеҙмәткәрҙәре Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән наград ланды. "Почетный работник высшего образования" билдәһен тапш ырыр өсөн сәхнәгә уҡыу йорто кафедраларының доценттары саҡыр ылды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал