6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Өфөлә енәйәтселектең артыуы күҙәтелә
11.07.06


       Июлдең тәүге ун көнөндә генә Өфөлә 800 - ҙән ашыу енәйәт теркәлгән, уларҙың 600 тирәһе эҫе мәлендә асыҡланған да инде . Үткән ярты йылға килгәндә, был ваҡыт эсендә енәйәтселекте ң шаҡтай артыуы күҙәтелә.
       - Ғинуарҙан июнь айына тиклем ҡалала 15 776 енәйәт теркәл гән: был үткән йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда дүрт
       меңгә күберәк, - тип белдерҙе бөгөн үткән матбуғат конференцияһында Өфө Эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары Людмила Барабанова.
       Енәйәттәрҙең дөйөм күләмендә бурлыҡ осраҡтары өҫтөнлөк тота: 6630 - ҙан ашыу факт. "Беренселекте" элеккесә кеҫә телефондары биләй: 2640 - тан ашыу. Автомобилдәрҙән әйбер урлау һанының артыуы хоҡуҡ һаҡсыларын айырыуса хәүефкә һала:
       үткән йылдың беренсе яртыһы менән сағыштырғанда уларҙың һаны 60 процентҡа тип әйтерлек күберәк. Транспортты алып ҡасыу проблемаһы ла киҫкен тора, быға, матбуғат конференцияһы геройҙары фекеренсә, күп осраҡта автомобиль
       хужаларының ғәмһеҙлеге булышлыҡ итә. Үлтереү һәм һөжүм итеүҙәр кәмеү фонында талау һәм көсләү һаны артыуы күҙәтелә.
       Наркотиктарға ҡаршы көрәш линияһы буйынса ла енәйәттәр һаны артҡан. Ҡала милицияһы көстәре менән 11, 8 килограмм наркотик законһыҙ әйләнештән тартып алынған, уларҙың 2,9 килограмын героин тәшкил итә.
       Үткән ярты йыл эсендә, 2005 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, енәйәт яуаплылығына тарттырылыусы балиғ
       булмағандар һаны 65 - кә күберәк.
       Өфөлә асыҡланған енәйәттәрҙең биштән бер өлөшөн иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәр тәшкил итә. Улар араһында иң таралғаны - ышанып тапшырылған милекте тотоноу йәки үҙләштереү, мутлашыу, ялған аҡса етештереү һәм ришүәтселек.
       Ярты йылда кире мотивтар буйынса эске эштәр органдарында эшләүсе биш хеҙмәткәр эшенән бушатылған:
       - Төп сәбәптәр - эскән килеш руль артына ултырыу һәм иҫәп
       - теркәү тәртибен боҙоу, - тип билдәләй Людмила Барабанова. - Быйыл биләгән вазифа менән файҙаланыу, көс ҡулланыу факттары асыҡланманы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал