6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Бында һәр курсант гимнды яттан белә
10.07.06


       Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан йыраҡ түгел, Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан лагерь "Йәш спецназ" тип атала. Бында 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге йөҙҙән артыҡ малай ун көн дауамында хәрби эш нескәлектәренә өйрәнәсәк. Уларҙы ҡорал һәм махсус средстволар менән файҙаланырға, үҙ - үҙеңде һаҡла у ысулдарына, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә һәм махсус тәғәйенләнеш отряды ағзаһы белергә тейешле башҡа күп төрлө
       һөнәргә өйрәтәләр.
       Күгәрсен районының йәмле тәбиғәт ҡосағында "ауыр" үҫмерҙәр , имен булмаған ғаиләлә һәм балалар йортонда тәрбиәләнеүсе малайҙар өсөн лагерь тәүге йыл ғына эшләмәй. Быйыл уны Рәсәй
       Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, һәм БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ "Гефест" хәрби - патриотик клубы ойошторҙо.
       Сатырҙарҙан торған ҡаласыҡта йәшәүселәр биш взводҡа бүленгән, уларҙың һәр береһенә алты - ете кешенән торған өс бүлек инә. Малайҙар йоҡонан иртәнге сәғәт етелә тора, зарядк а һәм иртәнге аштан һуң физик әҙерлек, атырға өйрәнеү, марш - бросоктар һәм башҡа күнекмәләр башлана, йәғни көндәре ысын һ алдаттарҙыҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Юҡҡа ғына бын да уларға "курсант" йәки "һалдат" тип мөрәжәғәт итмәйҙәр.
       - Рәсәй Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә
       үҫмерҙәр менән күнекмәләр үткәрә, - тип һөйләй ведомствоның
       матбуғат хеҙмәткәре Александр Шутов. - Улар балаларға үҙ - үҙеңде яҡлау тактикаһын, хәрби алымдарҙы төшөндөрә.
       Йәш һалдаттың буш ваҡыты ҡалмай тип әйтерлек. Көндөң һәр минуты иҫәптә, һәм лагерь етәкселәрен ун көн эсендә планлаштырылған сараларҙың барыһын да үткәреп өлгөрмәү ихтималлығы борсой.
       Курсанттар тураһында теплица шарттарында йәшәйҙәр тип әйтеүе ҡыйын: улар палаткаларҙа йоҡлай, поход кухняһында әҙерләнгән аш - һыу менән туҡлана, йыуыныу - йылғала, туристар мунсаһы ла йыш яғыла. Малайҙар бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй: тағы ла ҡайҙа улар үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойор ине, өҫтәүенә смена тамамланғас, спецназ кейеме уларҙың үҙҙәрендә ҡаласаҡ, тәбиғәт гүзәллеге менән һоҡланыу үҙе генә лә ни тора.
       - Физик әҙерлектән тыш малайҙарҙы әхлаҡи тәрбиәләүгә лә ҙ ур иғтибар бүленә, - тип билдәләйҙәр наркоконтролдең матбуға т хеҙмәтендә. - Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән  батырлыҡтары тураһында әңгәмәләр, викториналар, хәтер вахталары үткәрелә, хәрби йырҙар өйрәнелә һәм башҡалар. Әйткәндәй, бында һәр курсант Рәсәй гимнының һүҙҙәрен белә...
       Ллагерҙы ойоштороусылар үҫмерҙәр бында өйрәнгәнен киләсәктә лә онотмаҫ һәм иленә тоғро шәхестәр булып үҫер тип
       өмөтләнә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал