6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Йәштәр өсөн дуҫ һәм остаз
10.07.06


       1958 йылдың йәйендә Баймаҡтың Үҙәк паркында машина төҙөү заводы эшселәре, таусылар, мәктәп уҡыусылары республикала киң билдәле драматургҡа һәйкәл асыу тантанаһына йыйыла. Постаментта "Мирхәйҙәр Фәйзи. 1891 - 1928" тип уйып яҙылған.
       Һәйкәлдең авторы - скульптор Тамара Нечаева.
       Мирхәйҙәр Фәйзи (Фәйзуллин Мирхәйҙәр Мостафа улы) 1891 йылдың 31 октябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ҡушкүл ауылында, ғаиләлә ул ун беренсе бала булып донъяға килә. Мирхәйҙәрҙең һәләттәре иртә асыла. 14 йәшендә ул үҙене ң тәүге пьесаһы - "Татар туйын" яҙа, егерме йәшендә "Сәскәлә р
       араһында" тигән исем аҫтында тәүге китабы донья күрә.
       Йәшлек йылдарын буласаҡ драматург Орск, Ырымбур ҡалаларында үткәрә. Хеҙмәт биографияһының ҙур өлөшө Башҡортостан менән дә бәйле.
       1919 йылда Мирхәйҙәр Фәйзи Башҡортостандың Бөрйән - Түңгәүер кантонында, Юлыҡ ауылында, һуңынан кантон үҙәге - Темәстә эшләй.
       Ғүмеренең был осоро тураһында иҫтәлектәр аҙ һаҡланған. Әммә драматургтың исемен мәңгеләштереүсе "Ғәлиәбаныу" пьесаһы нәҡ ошо ваҡытта яҙыла. "Был пьеса нигеҙендә әлегә аҡгвардеецтарҙан тулыһынса азат ителмәгән Башҡортостандағы т атар ауылдарының береһендә йәштәр ойошмаһы төҙөүгә бәйле ваҡ иғалар ята", - тип яҙа Фәйзи.
       Яҙыусының уҡыусыһы, шағир Сәләх Кулибай үҙенең "Шишмә" китабында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең эше тураһында ентекле яҙып ҡалдыра:
       "Башҡорт театрының аяҡҡа баҫыуында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең
       роле баһалап бөткөһөҙ. Уның драмалары, айырыуса "Ғәлиәбаныу" пьесаһы бөгөн дә сәхнәнән төшмәй. Икенсе ҡаҙанышы - Баймаҡ һәм Түбә эшселәре араһында алып барған һөҙөмтәле йәмәғәт һәм мәҙәни - ағартыу эшмәкәрлеге. Ул эшсе йәштәр өсөн тулы мәғәнәлә иптәш һәм остаз булды".
       1922 йылда Мирхәйҙәр Фәйзи Өфөгә килә. "Мәжит Ғафури мине гәзиттең баш мөхәррире Дауыт Юлтый менән таныштырҙы, - тип хәтерләй ул һуңынан. - Ул мине йылы ҡаршы алды, беҙ бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул миңә кәңәштәрен бирҙе".
       Ул осорҙа Өфө театрҙары сәхнәһендә уның "Ғәлиәбаныу", "Урал йылғаһында", "Яҙмыш уйыны" пьсалары бара.
       1923 йылда драматург бер аҙ ваҡыт Ҡазанда булып, унда Үҙә к балалар китапханаһында эшләй. Әммә туберкулез ауырыуы
       көсәйеүе сәбәпле, уға башҡорт далаларына, Баймаҡҡа әйләнеп ҡайтырға тура килә. Ул ваҡытта бында тау тресының идаралығы асыла һәм Мирхәйҙәр Фәйзигә яңы урында китапхана ойоштороу в азифаһы йөкмәтелә. Ул "Ялан сәскәләре" пьесаһы өсөн таусылар тормошонан материалдар йыя, театр труппаһы режиссеры булып эшләй, "Ҡыҙыл Урал" гәзите мөхәрририәте ағзаһы була.
       Әммә уның ауырыуы көсәйгәндән көсәйә һәм 1928 йылдың 10 и юлендә яҙыусы вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал