6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Элекке" менән осрашыу
10.07.06


       Стәрлетамаҡтың "Содовик" командаһы сираттағы күсмә осрашыуын үтәрҙе. "Анжи" командаһы менән осрашыу башҡа матчтарҙан айырыла: быуат сиктәрендә Дағстан клубы Рәсәйҙә иң көслө командаларҙың береһе булды, клуб юғары лигала уйнаны һәм чемпионаттың һуңғы матчында ғына бронза миҙалды ҡ улдан ысҡындырҙы. Әлеге ваҡытта Махачкала командаһы
       иҫтәлектәр һәм өмөттәр менән генә йәшәй ала. Уға "элекке" билдәһен йөрөтөргә тура килә - юғары лиганың элекке ҡатнашыусыһы, элитаға әйләнеп ҡайтыуға элекке дәғүәсе.
       "Анжи" команданың үҙгәреш кисермәгән сифаттары ла бар - ҡыҙыу көньяҡ клубы үҙ көйәрмәндәре алдында һыр бирмәҫкә тырыша. Турнир таблицаһында ун алтынсы урын биләүенә ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә дағстанлылар лайыҡлы уйын күрһәтергә һәләтле.
       Бына "Содовикка" ҡаршы матчта ла ялан хужалары башта өҫтөнлөк күрһәтте. Беренсе тайм уртаһында Эльдар Мамаев тамашасыларҙы ҡыуандырыуға өлгәште. Иҫәптәге айырма буйынса ла стәрлетамаҡтар оҙаҡ ҡына бирешеп килде, хатта
       икенсе тапҡыр еңелеү ҙә ихтимал ине, әммә Николай Иванов
       иҫәпте тигеҙләп ( 1:1), үҙ командаһын ҡотҡарып ҡалды.
       Беренсе лиганың беренсе өлөшө тамамланды. Командалар бер - береһе менән берәр тапҡыр уйнаны. "Содовик" 31 мәрәй йыйып , турнир таблицаһының үҙәгендә - 11 - се урында тора.
       Икенсе өлөш тәнәфестән һуң, 25 июлдә, шишәмбе көнө башланасаҡ. "Содовик" үҙ майҙанында "Металлург" (Красноярск)
       командаһы менән осраша.
       Һәм яңы көстәр тураһында бер нисә һүҙ. Команданың яңы уйынсылары - Иван Завалий һәм Алексей Епифанов Стәрлетамаҡтың "Содовик" клубы өсөн уйнаны ла инде. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, әлегә командаға яңы уйынсылар алыу
       көтөлмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал