6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Йәмәғәт палатаһы шаҡтай ҙур эш башҡара, әммә әлегә уны күрмәйҙәр
10.07.06


       Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы үткән ҡыштың иң
       яңғырауыҡлы күренештәренең береһе булды. Путин тарафынан
       йәмәғәт фекерен ихтирам итмәүҙә фашланған чиновниктар кастаһы бер ни тиклем ваҡытҡа тынып ҡалды. Барлыҡҡа килгән
       ваҡытынан башлап ярты йыл эсендә Йәмәғәт палатаһы президенттың үҙ адресына "йәмәғәт кәйефен сағылдырыусылар" с ифатында "Һеҙҙе бер ҡайҙа ла көтмәйҙәр!" тигән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә бер нисә тапҡыр инана алды, тип әйтергә мөмкин. Бөгөн беҙ был хаҡта РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, республика профсоюздары лидеры Әмирхан Сәмерханов менән әңгәмә ҡорабыҙ.
       - РФ Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге хаҡында нимә әйтерһеге ҙ Палатаның бөгөнгө хоҡуҡтары һәм мөмкинселектәре ниндәй
       - Палатаның беренсе пленар ултырышында илебеҙ президенты беҙҙе көткән ҡатмарлыҡтар тураһында иҫкәртеүен беләһегеҙ. Дөйөм алғанда яңы барлыҡҡа килгән ойошмала эш башлауы үтә
       ҡыйын булды. Көнкүреш шарттарынан башлайыҡ - эшләрлек урын да, телефондар ҙа юҡ. Нормаль эшмәкәрлек өс ай самаһы үткәндән һуң яйға һалынды. Уныһы ла Йәмәғәт палатаһының Мәскәүҙә йәшәүсе ағзаларына ҡағыла. Ә инде бер - береһенән айырым урынлашҡан төбәктәрҙә беҙгә башта нимә менән шөғөлләнәсәгебеҙҙе асыҡларға тура килде. Һәр беребеҙ ике төп
       бурысты нисек үтәү тураһында уйлауы аңлашыла: Халыҡ теләген власҡа еткереү һәм ҡануниәтте экспертиза аша үткәреү. Әммә һөлдәгә яңы саҡ "ит" ҡуна башланы тип әйтергә кәрәк.
       - Һеҙ Йәмәғәт палатаһының социаль үҫеш һорауҙар буйынса комиссияһында тораһығыҙ Профлидер булараҡ уны юҡҡа ғына һайламағанһығыҙҙыр, моғайын.
       - Шуға күрә һайланым да инде. Эш хаҡы, пенсия проблемалар ы, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың ялын ойоштороу, ғаилә проблемалары - был мәсьәләләр миңә аңлашыла. Бәлки, Ельцин
       заманында уҡ "раҫланып та - раҫлана алмаған" тормош стандарттарын булдырыуға әйләнеп ҡайтырбыҙ. 29 сентябрҙә
       үтәсәк икенсе пленар ултырышта ике һорау - милләт һаулығы һәм пенсия реформаһы тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Мин һаулыҡ һаҡлау буйынса сығыш яһарға йыйынам, хәҙер шуны тикшереү, бөгөн беҙгә нимә ҡамасаулауын асыҡлау менән мәшғүлмен... Комиссия ултырышына тағы ла ике һорау тәҡдим иттем - бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн лайыҡлы эш хаҡы һәм пенсияға ҡағылышлы мәсьәлә.
       - Беҙ палатаның дөйөм ултырыштарға йыйылғанын күрәбеҙ, комиссиялар ҙа тикшереү кәңәшмәләре үткәрә, ә Йәмәғәт палатаһы ағзалары үҙҙәрендә нимә менән мәшғүл икән
       - Бында инде һәр кем үҙе өсөн. Беренсенән, Йәмәғәт палата һы ағзаһы булараҡ халыҡ алдында сығыш яһайым. Төбәктәге киң мәғлүмәт саралары миңә ярҙам итә. Икенсенән, граждандарҙың м өрәжәғәттәрен туплау һәм дөйөмләштереү өсөн мин Өфөлә РФ Йәм әғәт палатаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ҡабул итеү ойо шторҙом. Һәм халыҡ килә башланы! Ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәйҙәр: бала тыуыуынан башлап кешенең
       һуңғы минутарына тиклем барлыҡ мәсьәләләргә лә ҡағыла улар.
       Мөрәжәғәттәр ағымынан һуң мин был минең миссия булмауын аңланым, беҙҙең регламентта ла "шәхси хаттарға яуап бирмәҫкә
       хоҡуҡлы" тип яҙылған.
       Бынан тыш мин Йәмәғәт палатаһы ағзаһы эргәһендә Эш советы
       булдырырға ҡарар иттем. Рәсәйҙә әлегә бындай орган юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың үҙ Йәмәғәт палатаһы булдырылмаған әле, әммә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уларҙың төбәктәрҙә лә барлыҡҡа килеүенә иғтибар йүнәлтеү ҡарала.
       - Һеҙгә киләһе йылда Йәмәғәт палатаһын һайлау алды
       маҡсаттарында ҡулланырға тырышырҙар кеүек тойолмаймы
       - Бик урынлы һорау. Бөгөн үк Йәмәғәт палатаһының ҡайһы б ер ағзалары күп кенә территорияларҙа маҡсаты аңлашылмаған төбәк Йәмәғәт палаталары барлыҡҡа килеүен билдәләй. Әгәр ҙә бындай палата булдырылып, халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсатында эшләү урынына айырым сәйәси көстөң мәнфәғәтен яҡлай башлаһа, ошо - иң хәүефлеһе. Бына шул ваҡытта әлегә аяғына ла баҫып өлгөрмәгән РФ Йәмәғәт палатаһы "шылтыратыу б уйынса" эшләүсе ойошмаларҙың береһенә әүереләсәк. Минең феке ремсә, Йәмәғәт палатаһының ныҡлығын тикшереүгә ике йыл самаһ ы ваҡыт кәрәгәсәк. Һәм инде башҡалар беҙҙең хаталарҙа һәм ҡаҙаныштарҙа өйрәнеп, алға атлаясаҡ. Тағы бер йыл самаһынан һәр урында Йәмәғәт палаталары аңына киләсәгенә һәм ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәгенә иманым камил.
       - Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, билдәле балалар табибы Рошаль
       бер йыл эсендә Йәмәғәт палатаһы һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшмәһә, унан сығасағын белдерҙе, ә һеҙҙең пландар ниндәй
       - Мин уны тулыһынса хуплайым. Әммә бөгөн республикала алып барған эшемде шунда уҡ ташлай алмаясаҡмын. Әгәр мин социаль мәсьәләләр буйынса кешеләргә файҙа килтерәм икән,
       был үҙе үк ыңғай күренеш. Өҫтәүенә Йәмәғәт палатаһында төбәк вәкилдәре аҙ, 126 кешенең 94 - е - Мәскәүҙән.
       Иң мөһиме - кешеләрҙең үҙ проблемалары менән беҙгә
       ынтылыуы. Беҙҙең уларға ышаныс бирергә хоҡуғыбыҙ юҡ, әлбиттә, әммә уларҙың проблемаларын президентҡа еткереү мөмкинселегенә эйәбеҙ.
       - Рәсәйҙә һорау алыуҙар буйынса, апрель айы башында рәсәйлеләрҙең ни бары 18 проценты РФ Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеген күҙ алдына килтереүҙәрен белдерҙе. Артабанғы ике ай эсендә быны "аңлаусыларҙың" һаны дүрттән бер өлөшкә
       кәмене һәм кәмеүен дауам итә. Нимә эшләргә
       - Беҙҙе үҙәк матбуғат һәм телевидение ҡаплай. Йәмәғәт палатаһының үҙ гәзите, радиоһы һәм телеканалы юҡ. Шуға күрә беҙҙең турала тотош Рәсәйгә ҡарағанда Башҡортостанда күберәк
       белеүҙәренә аптырарға кәрәкмәй. Был да минең киң мәғлүмәт
       саралары менән бәйләнешем көйләнгән булыуы арҡаһында ғына. Әле кешеләрҙең Путиндың тәүге сығышы, исемлектәрҙе тикшереү, Йәмәғәт палатаһына кандидаттар күрһәтеүен хәтерләүе лә яҡшы. Ә инде палата эшләй башлағас - масс - медиа уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтты. Палата ысынлап та күп
       эш башҡара, тик уны береһе лә ишетмәй.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал