6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Константин Толкачев: "Парламент эшенән ҡәнәғәтмен"
07.07.06


       Республика парламенты ябыла. Йәй, ҡояш ҡыҙҙыра, отпуск көтә - яҙғы сессия ваҡытында депутаттар 91 закон проектын ҡараны
       һәм 77 закон проекты ҡабул итте. Парламент эксперттары әйтеүенсә, ҡабул ителгән закондар һаны һәм улар өҫтөндә
       ентекле эш буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең береһендә лә беҙҙең республиканың Дәүләт Йыйылышына еткән за кондар сығарыу органы юҡ. Тик хоҡуҡи дискуссиялар өсөн урын бик аҙ ҡалды, тип борсола Константин Толкачев, федераль
       үҙәккә тапшырылған вәкәләттәрҙең ҙур күләмен күҙ уңында тот оп. Әммә Мәскәү республика тәҡдимдәренә аныҡ яуап бирергә ашыҡмаған кеүек федерация һәм Башҡортостандың вәкәләттәрен сикләү тураһындағы яңы Договор проектын ҡабул
       итергә лә ашыҡмай. Нимә эшләйһең инде, спикер әйтмешләй,
       "туп уларҙың яғында".
       "БАШвестЪ" интернет - гәзите билдәләүенсә, 2006 йылғы яҙғ ы сессияның иң күренекле биш закон проектына ҡомарлы уйын бизнесын, ер мөнәсәбәттәрен һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген к өйләүсе, шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү һәм патронат тәрбиә системаһын булдырыусы үҙаллы республика закондары инә. Башҡортостандың Төп Законына төбәк етәксеһен тәғәйенләү
       схемаһына ҡағылышлы ҡабул ителгән төҙәтмәләр айырым урын биләй. Парламент спикеры бөгөн беҙҙең һығымталарҙы раҫланы һ әм:
       - Мин "иң һөйөклө" закондарға айырып ҡарамаҫ инем, быны ө с балалы ғаиләлә бер балаға айырыуса иғтибар бүлеү менән сағыштырырға була. Һәр закон йәмғиәт тормошо һәм эшмәкәрлегендә үҙ өлкәһен көйләй һәм тәртипкә һала, - тип белдерҙе.
       - Константин Борисович, яҙғы сессия ваҡытында парламентта ,
       ниһайәт, "Рәсәйҙең ТОРМОШ партияһының" икенсе фракцияһы тер кәлде, һәм хәҙер "барыһына ла ҡаршы" графаһы бөтөрөлгәндән һуң һайлаусының бер кем өсөн дә тауыш бирмәү хоҡуғы тартып алынманы тип әйтергә буламы
       - Күп кенә партияларға мин скептик ҡарашта торам. Ойоштор оу - сәйәси хәрәкәттәре яйға һалыныуына ҡарамаҫтан, күптәрен ең
       аныҡ идеологияһы ла, теүәл программаһы ла юҡ. Уларҙы закон
       сығарыу власында урын алырға теләүсе "фирҡә - машиналар" тип атарға була. "Барыһына ла ҡаршы" графаһының бөтөрөлөүе, минеңсә, үҙ ваҡытында яһалған аҙым. Бөгөн һайларлыҡ кандидатуралар етерлек һәм кандидаттарҙың кемеһендер кире
       ҡағыу - электораль хулиганлыҡтың бер төрө ул. Береһенән дә ҡәнәғәт түгелһең икән, партияға ин һәм лайыҡлы кандидатура күрһәт. Әйткәндәй, һайлауҙар тураһында закондарҙағы
       үҙгәрештәр араһында дәүләт башлығының партиялылығын да логикаға ярашлы тип һанайым. Бер һүҙ менән әйткәндә, "барыһына ла ҡаршы" тауыш биреү хоҡуғының бөтөрөлөүе һайлаусыны үҙ тәртибенә тәнҡит күҙлегенән ҡарауға этәрәсәк.
       - Дәүләт Йыйылышы депутаттарының яҙғы сессиялағы эшен нисегерәк баһалайһығыҙ
       - Был сессия барыбыҙ өсөн дә бик мөһим ваҡиға - башҡорт халҡының Рәсәй һәм тотош ил менән мөнәсәбәте тарихындағы глобаль күренеш, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек
       фонында үтте.
       Парламенттың закондар сығарыу эшмәкәрлегендә тағы бер
       мөһим мәл - республика Президентының быйылғы йылды Төҙөкләндереү йылы тип иғлан итеүе, шулай уҡ дүрт өҫтөнлөклө
       милли проектты тормошҡа ашырыу барышы. Дөйөм алғанда, мин п арламентарийҙарҙың эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт.
       - "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты
       ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" федераль
       закондың яҙмышын ябай тип әйтеүе ҡыйын. 1 ғинуарҙан башлап Башҡортостан Республикаһы уны үҙ территорияһында ла ҡуллана,
       әммә муниципаль реформа уңышлы бара тип әйтергә мөмкинме
       - Урындағы үҙидара дәүләт һәм граждандар йәмғиәте араһынд атығыҙ үҙ - ара эшмәкәрлекте тәьмин итеүсе төп звеноларҙың береһенә әйләнергә тейеш, әлбиттә. Әммә әлегә тиклем учреждениелар һәм чиновнииктар иҫкесә фекер йөрөтә. Урындағы үҙидараның финанс нигеҙен нығытыу буйынса эш көйләнмәй. Кабинеттар буйлап аҡса һәм ресурстар һорап йөрөү ҡыҙығыраҡтыр, күрәһең.
       - Константин Борисович, ә һеҙ республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән закондарҙың үтәлешенән ҡәнәғәтме
       - Мин был һорауға совет заманындағы һөйләм менән яуаплар инем: барыһы ла закон буйынса булһа - күптән коммунизм етер
       ине. Закондарҙың үтәлеше мине ҡәнәғәтләндермәй. Граждандарҙың парламентҡа мөрәжәғәттәренең бер өлөшө бигерәк бер ҡатлы тип билдәләүсе Салауат Кусимов ( Дәүләт
       Йыйылышының вице - спикеры) менән килешәм. Күҙгә ташланып т орған хоҡуҡи наҙанлыҡҡа иҫең китерлек, һәм иң насары, был ябай граждандарға ғына түгел, чиновниктарға ла хас. Бына беҙ
       барыбыҙ ҙа барлыҡ ватандаштарыбыҙҙы берләштерерлек һәм йәмғиәткә терәк булырлыҡ милли идеология эҙләйбеҙ. Минең
       ҡарамаҡҡа, дөйөм кешелек ҡиммәттәренә таянған хоҡуҡи идеология быға яуап була алыр ине.
       Журналистар менән аралашыуға бирелгән ваҡыт, ҡыҙғанысҡа
       ҡаршы, сикләнә. Ә уға тағы ла футбол буйынса чемпионаттың
       сәйәсәткә йоғонтоһо, йәки ялға пландары, Владимир Путиндың
       он - лайн конференцияһынан алынған тәьҫораттары, төбәк Йәмәғәт палатаһы төҙөү перспективалары һ. б. хаҡында ла һора у бирергә теләктәр бар ине. Хәйер, Дәүләт Йыйылышы спикерыны ң ялын нисек үткәрергә яратыуы хаҡында журналистарға күптән мәғлүм. Константин Борисович, йола буйынса, дуҫтары менән
       бергәләп кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙә тау йылғалары буйлап һалда төшәсәк. Әммә тик унда тауыш биреү төймәләре булмауы ш арт.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал