6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Республика төп документтың 10 йыллығын билдәләне
25.12.03


       Башҡортостандың төп документы булған Конституцияға 10 йыл
       тулды. Ошо юбилей БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән тан таналы йыйылыштың сәбәбе булып торҙо ла инде.
       - Ун йыл элек Башҡортостан халҡы тәүгә СССР һәм РСФСР Кон ституцияларының копияларына түгел, ә үҙ Төп законына эйә бу лды, - тип башланы һүҙен БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константи н Толкачев. Был тантанала сығыш яһаусылар күп булды, әлбитт ә, әммә иң актуаль һәм әһәмиәтле һүҙҙәрҙе халыҡ тарафынан я ңынан Башҡортостан Президенты итеп һайланған Мортаза Рәхимов
       әйтте. Ул Республиканың Төп документы декларатив түгел, ә д емократик Конституция һәм ул Башҡортостан республикаһына үҙа ллы иҡтисади, социаль һәм мәҙәни сәйәсәт алып барырға, йәмғи әт тормошоноң бар өлкәләрендә лә үҙгәртеп ҡороуҙың халыҡҡа к әрәкле булған вариантын тормошҡа ашырырға мөмкинселек биреүе н һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның нигеҙендә тәбиғи байлыҡ һәм хужал ыҡ потенциалын һаҡлап алып ҡалыу, ныҡлы иҡтисади үҫеш һәм со циаль - иҡтисади программаны үтәүгә йүнәлеш бирелде.
       - Алда урындағы үҙидараны, республиканың дәүләт власы орг андары араһындағы бюджет мөнәсәбәттәрен артабан да камиллаш тырыу буйынса ҙур эш тора, - тине Мортаза Рәхимов.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тарафынан әйтелгән һүҙҙәр башҡаларҙың сығышында ла яңғыраны. Ә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡо ролтай депутаттары тантаналы йыйылышҡа тиклем үткән Дәүләт Й ыйылышының һигеҙенсе кәңәшмәһендә закондар һәм положенелар п акетын тикшереп, БР Конституцияһы положениеларын тормошҡа аш ырҙы.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал