6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Ирәмәлде кем ҡотҡарыр
07.07.06


       Көньяҡ Уралдың гүзәллек символы - Ирәмәлдән туристар өҙөлмәй. Тауҙың бейеклегенә ҡарамаҫтан - 1582 метрға барып етә - уның түбәһенә күтәрелергә теләүселәр һаны йылдан - йыл арта бара. Тау түбәһенә юлдың һәр кем өсөн асыҡ булыуы ла туристарҙың артыуына булышлыҡ итә. Уның итәгендә Төлөк ҡасабаһы һәм бер нисә туристик база урынлашҡан. Әммә бынан И рәмәлдең хәле бер ҙә еңеләймәй. Сөнки туристар ағас
       ботаҡтарын ҡырҡа, үҙҙәренән һуң һуҡмаҡтар селтәре, усаҡ
       урындары, сүп - сар өйөмдәре ҡалдыра. Шешәләр, кәнсир
       ҡалайҙары, быяла ватыҡтары һәм башҡа ваҡ - төйәк - был йәмл е урын өсөн өйрәнелгән картина. Һәм тау түбәһенә күберәк кеш е күтәрелгән һайын был өйөмдәр ҙурая бара.
       Уны кемдеңдер таҙартырға тейешлеге "Оптимист" төркөмө
       энтузиастарынан башҡа бер кемде лә борсомай буғай. Бер
       төркөм дуҫтар күп йылдар дауамында походтарға йөрөй һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн берләшергә хәл итә. Был эшмәкәрлек тәбиғәтте һаҡларға саҡырып яҙылған листовкаларҙан
       түгел, ә уға реаль ярҙам күрһәтеүҙән ғибәрәт. "Оптимистар" еңдәрен һыҙғанып тәбиғәтте сүп - сарҙан таҙарта башлай. Иң башта улар "Еңеү" мәмерйәһен тәртипкә килтерә, икенсе акцияны Ирәмәлгә бағышлай, һәм сараға Иглин районының Красный Восток ауылы уҡыусыларын да йәлеп итәләр. Әммә барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла үҙаллы йырып сығыу мөмкин түгел,
       шуға күрә улар Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фондының Урал проект офисына мөрәжәғәт итә, һуңғылары ярҙамдан баш тартмай, әлбиттә. Һөҙөмтәлә "оптимистар" йөҙләгән тоҡ сүп - сар сығарып түгә.
       Тик шулай ҙа сүп - сарҙың йыйыла торған үҙенсәлеге бар һә м бары тик энтузиастар көсө менән генә Ирәмәлде һаҡлау мөмкин түгел. Әммә был хәлдән сығыу юлы бар! Ул да булһа, тәбиғәт паркы төҙөү, уның дирекцияһы иһә ғилми - тикшеренеү
       функцияларын үтәй алыр ине. WWF Урал проекты етәксеһе Татьяна Барановская журналистар менән осрашыу ваҡытында был йүнәлештә тәүге аҙым яһалды ла инде, тип белдерҙе: 2002
       йылда республика Хөкүмәте территорияны парк өсөн резервҡа ҡалдыра. Әммә шул урында эш туҡтап ҡала. Сөнки ер бүлеү йәһәтенән мәсьәлә хәл ителмәгән әле. БР Тәбиғәт ресурстары министрлығының биотөрлөлөк һәм урман ресурстарын һаҡлау бүлеге начальнигы Зөһрә Латипова әйтеүенсә, Ирәмәл тауы
       федераль урман фонды территорияһында урынлашҡан, ә парк сиктәрен билдәләгәндә, ерҙе тапшырыу талап ителә.
       Татьяна Барановская Польшаның милли парктары һәм халыҡтың һәм властың уға мөнәсәбәтен миҫал итеп килтерҙе. Польшала милли парктар - киң таралған күренеш, әммә улар һаҡ аҫтындағ » биләмә булып ҡына ҡалмай, бөтә донъябуйынса туристарҙы ла
       йәлеп итә.
       Экологик туризмды үҫтереү - Ирәмәл һәм башҡа уникаль тәбиғәт объекттарын һаҡларға мөмкинселек бирә алыусы тағы бер йүнәлеш. Экологик туризмды үҫтергәндә, урындағы халыҡ ғәҙәти эшмәкәрлеге, әйтәйек, урман ҡырҡыуҙан тәбиғәт һәм ерле халыҡтың мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусы туристарҙы хеҙмәтләндереүгә күсеү мөмикнселегенә эйә буласаҡ. Был
       мәсьәләлә тау эргәһендәге Төлөк ҡасабаһында йәшәүселәр менән бәйләнеш булдырылған да инде, һәм улар үҙ ерлектәрендә
       кардиналь үҙгәрештәргә ҡаршы түгел. Сөнки улар халыҡҡа һәм
       Ирәмәлдең үҙенә лә файҙаға буласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал