6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡҡа хаҡтар артыуын дауам итә
06.07.06


       БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының көҙгө
       сессияһында "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса күрелгән саралар һәм Башҡортостан Республикаһында торлаҡ ҡануниәтен артабан үҫтереү мәсьәләһе тикшереләсәк. Республика депутаттар корпусының кисә үткән ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
       Республика Дәүләт Йыйылышының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт , элемтә, энергия һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Наил Ҡотлогилдин билдәләүенсә, бер квадрат метр торлаҡ төҙөлөшөнөң үҙҡиммәте ( республика буйынса уртаса алғанда 12
       мең һум) һәм бөгөн Өфөлә, мәҫәлән, бер торлаҡ "квадраты"
       өсөн 40 меңгә тиклем барып еткән баҙар хаҡы араһындағы ҙур
       айырманың нимәгә бәйле булыуын асыҡларға кәрәк.
       Башҡортостанда төҙөлөш материалдары етештереүсе төҙөлөш
       предприятиелары һәм заводтарының ҡеүәте етерлекме
       Бөгөнгө көнгә республикала рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына
       ла 168 мең ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыуын хәтергә төшөрәйек. Уларҙың 17 проценты - түбән килем
       алып йәшәүсе ғаиләләр.
       Нисек кенә булмаһын, торлаҡҡа ҡағылған милли проектты тормошҡа ашырыу планлаштырылғанса һөҙөмтәле түгел. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу хаҡындағы үткән йылда ҡабул
       ителгән федераль закон (214 - ФЗ) торлаҡ реформаһы өсөн төп
       тотҡарлаусы булып тора, ул яңы төҙөлөштәрҙә тәҡдимдәр күләменең һиҙелерлек ҡыҫҡарыуына алып килде. Был шунда уҡ хаҡтарҙа ла сағылыш тапты. "Азимут" күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте билдәләүенсә, быйылғы йылдың биш айында, 2005 йылдың май айы менән сағыштырғанда, ҡалала яңы төҙөлгән йорттарға хаҡ 51,75 процентҡа, йәғни бер квадрат ме тр өсөн уртаса ун мең һумға артҡан. Әгәр ҙә инде бөгөнгө хаҡтарҙы 2004 йылдың ошо уҡ осорондағы хаҡтар менән сағыштырғанда, яңы төҙөлгән йорттарҙың хаҡы 83,5 процентҡа
       артҡан. Беренсел баҙарҙа хаҡтарҙың фатирҙағы бүлмәләр һанына бәйле булыуы кәмей, бер һәм ике бүлмәле фатирҙарҙың у ртаса хаҡы тигеҙләнде тип әйтергә була.
       Өфөлә иң ҡыйбатлы фатирҙар ҡаланың көньяҡ өлөшөндә ( үҙәк , Октябрь проспекты, Йәшел сауҡалыҡ) урынлашҡан. Мәҫәлән, үҙәктә бер квадрат метры 50 - 60 мең һум тәшкил иткән фатирҙар барлыҡҡа килде лә инде.
       "Азимуттың" сағыштырыу таблицаһы бер йыл эсендә ( 2005 йылдың май айынан 2006 йылдың майына тиклем) Октябрь проспекты һәм Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә ( ярашлы рәүештә, 58, 62 һәм 58 процент) бер квадрат метрға хаҡтың һиҙелерлек артыуын күрһәтә, ҡаланың үҙәгендә бер аҙ түбәнерәк - 57, 1 процент( бында процент күрһәткесе фатирҙарҙың хаҡы ҡыйбат булыуы сәбәпле түбәнерәк). Димдә лә ҡыйбатланыу һиҙелә ( 52,02 процент). Инорс, Сипайлово, Черниковка һәм Затон биҫтәләрендә был күрһәткес 50 проценттан саҡ ҡына кәмерәк.
       Бынан яңы төҙөлөштәрҙе ирекле средстволарҙы инвестициялау
       маҡсатында файҙаланырға мөмкин булыуы асыҡлана.
       Төҙөлөштөң башланғыс этабында аҡса индергән һатып алыусы, һ ис һүҙһеҙ, отасаҡ ( мәҫәлән, 2005 йылдың майында йорт төҙөлөшөн инвестициялаусы өлөшсө киләһе йыл аҙағына фатирын һатып, капиталын ике тапҡыр тип әйтерлек арттыра ала ).
       Ипотека кредиты системаһы ла популярлыҡ яулай, өҫтәүенә
       ипотекалы торлаҡ кредиты агентлығының кредиттар буйынса ставканы 11,5 процентҡа тиклем кәметеүе ( беренсе взносты
       фатир хаҡының 50 проценты күләмендә индерә алыусылар өсөн)
       фатирҙар һатыу күләменең артыуында сағылыш тапмаясаҡ. Шуға күрә йыл аҙағына тиклем күсемһеҙ милектең беренсел баҙарында хаҡтар артыуы үҙ динамикаһын һаҡлаясаҡ тип әйтергә
       була.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал