6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сунуплява ауылы эргәһендәге ҡаһарманлыҡ
07.07.06


       Бер ваҡыт скульптор Зилфәт Басировҡа буласаҡ геройҙарҙың
       образы тураһындағы идеялар нисек барлыҡҡа килә, тигән һорау
       бирәләр.
       - Төрлөсә, - тип яуаплай Зилфәт Рәүф улы. - Минең тәүге эштәремдең береһе - Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлинға һәйкәл булды. Был кеше тураһында мин нимә беләм Район гәзитендә уның бәләкәй генә фотоһы һаҡланған.
       Ата - әсәләре элеккесә Учалы районының Сәфәр ауылында
       йәшәүе хаҡында белдем һәм унда барып ҡарттар менән осраштым. Аҡрынлап минең күҙ алдымда тура һүҙле, ғәҙел, Ватанына сикһеҙ тоғро кеше образы барлыҡҡа килде.
       Геройҙың тыуған яғында һәйкәл асыу тантанаһына уның ауылдаштары йыйылды, улар араһында ололар ҙа етерлек ине. Ҡарттарҙың береһе әйтә: "Юҡ, был таштан эшләнгән кеше Хәкимйәнгә оҡшамаған". Икенсеһе уға яуаплай: "Уның йөҙөн хәҙер хәтергә төшөрөп буламы ни Мин Хәкимйәнде һуңғы тапҡыр 25 йыл элек, ул фронтҡа киткәндә күрҙем. Әммә беҙҙең алдағы кеше Хәкимйән кеүек үк ҡаһарманлыҡҡа һәләтле".
       Художестволы образдың үҙ үҙенсәлектәре бар, һәм уларҙың и ң мөһиме - кешенең холҡон дөрөҫ итеп сағылдырыу. Геройҙың ҡарт әсәһе скульптор тамамлаған бюстҡа күҙ һалыу менән:
       - Улым ҡайтты... - тип белдерә.
       Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Рәхимйән улы Әхмәтғәлинға һәйкәл 1967 йылдың 7 июлендә Учалы районы Сәфәр ауылының урт а мәктәбе алдында асыла.
       Хәкимйән Әхмәтғәлин бында 1924 йылдың 15 июлендә донъяға
       килә, мәктәптә белем ала, колхозда тракторсы булып эшләй. Армияға 1942 йылда саҡырыла. Ошо уҡ йылдың ғинуар айында
       Башҡортостанда 219 - сы атышсылар дивизияһы төҙөлә башлай. Апрелдең тәүге көндәрендә эшелондар фронтҡа йүнәлә. Тәүге бәрелештәр Воронеж фронтында, Курск дуғаһында, Белгород янында була. Бөгөнгө көндә унда 219 - сы дивизия һалдаттары ҡаһарманлығын данлаусы һәйкәл ҡуйылған һәм: "Иптәш, хәтереңдә һаҡла, Белгород өлкәһе Ивнянск районында "Толстое"
       тип аталған урынды һаҡлаусыларҙың һәр береһенә дошман 2150 килограмм үлемесле металл яуҙырҙы. Бында ер янды, металл ирене. Әммә һалдаттар сигенмәне - улар артында Ватан ине. Ҡаһармандар алдында башыңды эй! Хәтереңдә һаҡла, замандаш, һ әм йәш быуындарға тапшыр!" - тип яҙылған.
       219 - сы Ҡыҙыл байраҡлы Идрицк атышсылар дивизияһы һуғыштар менән алға ынтыла. Взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант Әхмәтғәлин да улар араһында була. Латвияны аза т иткәндә, разведчиктар төркөмө менән бергә ул да үлемһеҙ
       батырлыҡ күрһәтә. Латвияның Сунуплява ауылы эргәһендәге бейеклектә ун разведчик йәндәрен аямайынса гитлеровсыларға
       ҡаршы тора һәм башҡа частарҙың уңышлы һөжүмен тәьмин итә. У лар 1944 йылдың 19 июлендә һәләк була. Һалдаттарҙың
       барыһына ла, туғыҙына - үлгәндән һуң, Советтар Союзы геройы
       исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал