6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һуңғы пленар ултырыш сифатлы булды
06.07.06


       Закондарҙың береһе лә ҡабул ителеүҙән ситтә ҡалманы. БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярты юлда туҡтап ҡалырға йыйынмай ине. Ул ғына ла түгел, парламентарийҙар көҙөн республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын
       ентекле тикшереү өсөн ерлек тә әҙерләне. Яҙғы сессияның һуғ ы пленар ултырышы сифатлы һәм йылдам үтте, тип әйтерәг була.
       Сараның иң ҡыуаныслы мәле булып төп һәм һуңғы уҡыуҙарҙа республиканың күптән көтөлгән "Патронат тәрбиәләү тураһында"
       законын ҡабул итеү торҙо, әлбиттә. Республика парламенты социаль етемдәр йортон "төҙөп бөттө" тип әйтергә була. Балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙың өйрәнелгән формаларына дүр тенсеһе - патронат - өҫтәлде. Һәм нәҡ патронат ғаилә институты яңы ата - әсәгә лә, баланың үҙе өсөн дә иң хәүефһе ҙе һәм шәфҡәтлеһе булып тороуы асыҡлана. Патронат, шулай ите п, яуаплы ата - әсә һәм опекунлыҡ бурыстарын алыу һорауын тулыһынса хәл итер алдынан "ғаиләне һынап ҡарау" мөмкинлеген
       бирә. Патронат ғаилә үҙенә күптән юл һала: Өфөнөң туғыҙынсы
       балалар йортонда эксперимент биш йыл дауам итә - 95 тәрбиәләнеүсе 71 патронат ғаиләлә көн күрә. Республиканың "Патронат ғаилә тураһында" яңы законы бөгөн балалар йортонда
       тәрбиәләнеүсе 3200 балаға татыу ғаиләлә йәшәү мөмкинселеген
       бирә.
       Депутаттар Белорет, Ишембай, Дүртөйлө ҡалаһы һәм райондарының суд участкаларында мировой судья вазифаһына өс кандидатура раҫланы. Көн тәртибе буйынса ҡарағанда, өсөнс ө уҡыуҙа парламентарийҙар һигеҙ закон проекты ҡабул итергә әҙерләнә ине, улар араһында "Башҡортостан Республикаһында
       ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында" кеүек тулы норматив акттар айырылып тора. Әммә закон сығарыу ҡомары депутаттарҙы ашыҡтыра төштө, һәм улар, дөйөм алғанда, икенсе
       уҡыуға индерелгән тағы һигеҙ законды ҡабул итергә ризалашты . Уларҙың күпселегендә профилле комитеттар бер төҙәтмә лә ҡабул итмәне. Башҡалары, әйтәйек, "Ойошмалар милкенә һалым т ураһында", "Дәүләт милкенә идара итеү тураһында" йәки "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү
       тураһында" кеүектәре, хужалыҡ эшмәкәрлегендә һәм, ғөмүмән, тормошта шул тиклем ҙур һорау менән файҙаланыуы сәбәпле,
       парламент тарафынан еңел хупланды.
       Парламентарийҙарҙың беренсе тикшереүенә тәҡдим ителгән закон проекттары араһында тиҙ арала "тормошҡа путевка" алыусылары ла булды. Беренсе сиратта "2006 йылға БР бюджеты тураһында" законына төҙәтмәләрҙе әйтергә кәрәк, улар бер ниндәй ҙә һорау тыуҙырманы, хәйер, педантлы докладсы - БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәровтың телмәренән һуң һорауҙар йыш булмай. Уның я ңылыҡтары ла ҡыуаныслы ине: бюджет 13 процентҡа арта, өҫтәүенә 6,48 миллиард һумға артҡан килемдәр менән бер рәттән сығымдар ҙа 7,04 миллиард һумға киңәйтелә.
       Ә бына икенсе закон проекты бөтөнләй һуңлай яҙҙы. Ауыл хужалығы министры Григорий Горобец "Урындағы үҙидара органдарына бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүгә
       әҙерлек буйынса вәкәләт бүлеү тураһында" проектын тәҡдим итте. Һис һүҙһеҙ, муниципаль берәмек хакимиәттәре дәүләт кампанияһында ҡатнашыусыларҙың барыһын да бина һәм
       транспорт менән тәьмин итеү мөмкинселегенә, граждандарҙы иҫәп алыуға йәлеп итеү хоҡуғына эйә булырға тейеш. Бер генә иҫкәрмә бар, ул да булһа - иҫәп алыу 1 июлдә башланды, ә зак он иһә бер нисә аҙнанан һуң ғына үҙ көсөнә инәсәк.
       Икенсе уҡыуға йүнәлтелгән берҙән - бер закон проекты бул ып республиканың "Санитар - эпидемиологик именлек тураһында " үҙаллы законы торҙо. Ниһайәт, социаль - иҡтисади проблемалар
       хаҡында хәстәрлек күреп, Дәүләт Йыйылышы депутаттары октябрь - ноябрь айҙарына республикала ике өҫтөнлөклө милли
       проект - "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" һәм "Сәләмәтлек" һәм тағы берәү - "БР инновацион эшмәкәрлек тураһында" проекты буйынса парламент т ыңлауҙары тәғәйенләне.
       Яҙғы сессия барышына йомғаҡ яһап, республика парламенты
       спикеры Константин Толкачев был ваҡыт эсендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары 70 - тән ашыу закон ҡабул итте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, уларҙың өстән ике өлөшөнә Башҡортостан
       Президенты үҙ ҡултамғаһын ҡуйған да инде.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары,
       федераль министрлыҡ һәм ведомстволарҙың территориаль орган етәкселәре, республиканың суд һәм тәртип һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал