6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Алтын торнаны" Өфөлә тапшырасаҡтар
06.07.06


       Лазер нурҙары тамашаһы, "Хаммер" автомобилдәре презентацияһы, бушлай алкоголһеҙ эсемлектәр диңгеҙе, ҡаланың
       иң яҡшы ресторандарында әҙерләнгән аш - һыу дегустацияһы... Тиҙҙән былар барыһы ла өфөлөләр өсөн ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк. 15 июлдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, туғыҙынсы федераль "Алтын торна" М илли премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.
       Был премияның туҡландырыу индустрияһында Рәсәй Федерацияһының иң юғары йәмәғәт наградаһы булыуын билдәләйек. Ул иң яҡшы рестораторҙарға, туҡландырыу комбинаты етәкселәренә, дәүләт администраторҙарына, ресторан аналитиктарына әйтелгән тармаҡ үҫешенә индергән ҙур шәхси өлөштәре өсөн тапшырыла. Премия ни бары алты йыл э лек булдырылыуына ҡарамаҫтан, бөгөн кулинария донъяһы оҫталары өсөн иң абруйлы награда булып тора.
       Был сараны Өфөлә үткәреү тураһындағы ҡарар осраҡлы ғына
       ҡабул ителмәгән. Башҡортостандың баш ҡалаһында Мәскәүҙең
       билдәле туҡландырыу предприятиеларына ла конкурент булырлыҡ тиҫтәләгән ресторандар эшләй. Әйткәндәй, үткән йылда ал Өфөнөң күп кенә ресторандары премия лауреаты исеменә лайыҡ булды.
       Быйыл "Алтын торна" Милли премияһына дәғүә итеүгә Өфөнөң 75 рестораны араһынан 20 - нән ашыуы һайланып алынды. Һайлап алыуҙың етди булыуын билдәләргә кәрәк. Июнь айында
       дүрт эксперт, үҙҙәрен танытмайынса, Өфөнөң был сарала ҡатнашырға теләк белдергән ресторандарында булып, төрлө ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡарай, шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереү кимәлен дә баһалай. Эксперттарҙың күңеленә кем хуш килеүе премия тапшырыу тантанаһында мәғлүм буласаҡ.
       Ойоштороусылар сара иҫтә ҡалырлыҡ буласаҡ тип вәғәҙә итә.
       ТВ йондоҙҙары килеүе (улар наградлау тантанаһын алып бараса ҡ), Пятигорск ҡалаһының КВН командаһы, "Чай вдвоем", Дмитрий
       Маликов, билдәле джаз төркөмдәре, опера йырсылары килеүе көтөлә. Приздар һәм лотереялар уйнатыу, театр фойеһында ресторан ҡорамалдары, мебель, элитлы һауыт - һаба күргәҙмәһе
       йәйелдереү, модалы кейем күрһәтеү планлаштырыла. Байрам аҙағында фейерверк буласаҡ.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал