6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Хәүефһеҙлек төймәһе" борсолоуҙарҙан арындырыр
06.07.06


       Ял алып йыраҡ юлға сығыр алдынан ҡайтыуығыҙҙы ҡайғыртығыҙ.
       Фатирығыҙ һеҙҙе имен - аман ҡаршы алһын өсөн иң ышаныслы ыс ул - сигнализация ҡуйыу. Шуға күрә Башҡортостандың
       Эске эштәр министрлығы эргәһендәге ведомствонан тыш һаҡ идаралығына (УВО) ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итеүҙәр
       артыуы нәҡ йәй көндәренә тура килеүе бер ҙә аптыратмай, тип билдәләне журналистар менән һөйләшеү ваҡытында идаралыҡ начальнигы Александр Гаврилов. Ошо көндәрҙә үткән матбуғат конференцияһында ул РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса "Охрана" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы директоры Николай Семашко менән бергә үҙ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы.
       Һуңғы бер - ике йылда Башҡортостан Эске эштәр министрлығы
       эргәһендәге Ведомствонан тыш һаҡ идаралығы ҙур үҙгәрештәр кисергән. 2004 йылда хеҙмәт бюджет тәьмин ителешенә күсерелә, ә 2005 йылдың авгусында уның хәрбиләштерелгән һаҡ подразделениелары нигеҙендә РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса "Охрана" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы булдырыла.
       - Идаралыҡтың аттестация үткән персоналының бурысы - объекттарҙы һаҡ аҫтына алыу һәм хәүеф сигналдары буйынса
       оператив сара күреү. РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса "Охрана" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы хеҙмәткәрҙәре һаҡланған объекттарҙың техник тәьмин
       ителешен үҙ өҫтөнә ала, - тип аңлата Гаврилов.
       "Фатир һорауына" кире ҡайтып, бөгөнгө көндә граждандарҙың
       56 мең фатиры һәм башҡа шәхси мөлкәтен һаҡлау урындары, 15 меңдән ашыу объекттар ( банкылар, музейҙар, ҡорал, наркотик,
       ювелир әйберҙәр һаҡланыусы биналар) УВО һағы аҫтында булыуын билдәләйек.
       - Фатирҙар буйынса ғына ла йылдағы үҫеш ике мең тирәһе тәшкил итә, - ти идаралыҡ начальнигы.
       Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең һорау менән файҙаланыуы о сраҡлы түгел: һуңғы бер нисә йылда уның хеҙмәткәрҙәре һаҡланған объекттарҙа бер урлау осрағын да булдырмауға иреште. Хаҡы ла үҙенә ҡаратырлыҡ: мәҫәлән, фатирҙар өсөн "хәүеф төймәһен" бер ай хеҙмәтләндереү 150 һум тора.
       - Беҙ заказсы менән килешеү нигеҙендә эшләйбеҙ, аҡса тулыһынса бюджет иҫәбенә күсә, - тип билдәләне Гаврилов.
       Идаралыҡтың ойоштороу - аналитика бүлегенән алынған
       мәғлүмәт буйынса, үткән ярты йыл эсендә бюджетҡа 288 мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән, килем буйынса план 101, 8 процентҡа үтәлгән.
       Идаралыҡ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһында у ның начальнигы террорсылыҡҡа ҡаршы тороуҙы атаны. Беслан фажиғәһен иҫтә тотоп, УВО хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа учреждениеларҙы
       һаҡлау кимәлен тикшереп тора, уларҙа тиҙ арала милиция саҡыртыу төймәләре ҡуйыу сараһын күрә.
       - Уҡыусыларҙың ата - әсәләренән "хәүефһеҙлек төймәһе"
       ҡуйыуға аҡса йыйыуы бик үк дөрөҫ эш түгел тип һанайым, - ти
       Гарилов. - Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы дәүләт үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Бҙе Мәғариф министрлығына был турала тәҡдим индерҙек тә инде.
       Тәүлек һайын республиканың ҡала һәм ауыл урамдарында ведомствонан тыш һаҡтың 166 төркөмө патруллек итә, был 800 милиционер тирәһе. Хәүеф сигналы буйынса улар һәр минутта юлға сығырға әҙер. Әйткәндәй, норматив буйынса, сигнал
       бирелгән ваҡыттан алып идаралыҡ нарядының ваҡиға булған
       урынға килеп етеүенә тиклем өс минуттан да күберәк ваҡыт үтергә тейеш түгел. Бының өсөн экипаждар территориялар буйынса бүленә һәм "кем яҡыныраҡ, шул бара" принцибы буйынса эшләй.
       - Ә беҙҙең техника фантастика сигендә тиһәм, бер ҙә артты рыу булмаҫ, - ти Гаврилов. - Ҡасандыр беҙ космос спутниктары менән эшләрбеҙ тип башыбыҙға ла килтермәй инек, бөгөн беҙҙә уларҙың һаны - 29 - ға етте.
       Хеҙмәтте техник тәьмин итеү менән РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса "Охрана" федераль дәүләт унитар
       предприятиеһы филиалының 26 структура бүлеге хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.
       - Бюджет финанслауына күскәндән һуң средство етешмәүе арҡаһында ведомствонан тыш һаҡ шәхси һаҡ предприятиеларына к онкурент була алмай ине. УВО барлыҡҡа килгәндән һуң был проблема хәл ителде, - ти Николай Семашко.
       Башҡортостандың үҙ ирке меәнн Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуы алдынан ведомствонан тыш һаҡ идаралығы башҡа хеҙмәттәр менән бергә объекттарҙы паспортлаштырыу менән шөғөлләнә.
       - Был юбилейға арналған барлыҡ тантаналарҙа ла ғәҙәттән т ыш хәлдәр булмаһын өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, - тине Александр Гаврилов.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал