6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Нурҙа" - әҙәпһеҙ һеңле хөкөм һөрә
05.07.06


       Бөгөнгө көндә Өфөнөң дәүләт "Нур" татар театрында эшләүсе
       Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты
       сығарылыусылары миҙгелде ябыр алдынан тағы бер тапҡыр күңел асып алырға ҡарар итте һәм тамашасыларға йәш башҡорт д раматургы Артур Иҙелбаев пьесаһы буйынса музыкаль спектакль ҡуйҙы.
       Билдәле Өфө режиссеры Илдар Ғиләжев автор идеяһын бөгөн б ик популяр булған мюзиклға яҡын жанрҙа кәүҙәләндерә. Был йәһәттән уға композитор Урал Иҙелбаев, рәссам - Дмитрий
       Хильченко һәм Ҡазандан килгән хореограф Сәлимә Әминева ярҙам иткән.
       Яңы спектаклдә бер туған апай һәм һеңленең ғүмер йылғаһының ике ярында ҡалыуы һүрәтләнә. Етем ҡыҙҙарға алыҫ
       туғандарынан ҡалған мираҫ ғауға өсөн сәбәп ролен үтәй. Кесе туған Ильмира мөлкәткә хужа булыу теләге менән яна һәм апаһы
       Зөлфиәне алдау маҡсатында иҫ киткес бай фантазияға эйә булыуын күрһәтә. Һәм пьеса авторы яҙғанға өҫтәп, тамашасыларға көтөлмәгән сюрприздар, ә геройҙар өсөн - төрлө
       һынауҙар әҙерләй. Һәм төпкөлдәге ауыл "шайтан ояһына" әйлән ә. Хәйер, унда электр үткәргәндән һуң ауылдың ярайһы уҡ мату р
       икәнлеге асыҡлана. Яҡтылыҡ килеүҙән тыш быға тағы ла ауылда
       йәшәүсе ҡатын - ҡыҙҙарҙың күңелле йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре лә ярҙам итә. Улар араһында Резида Зарипова һәм БР
       атҡаҙанған артисткаһы Фина Вәлиева айырылып торҙо. Гөлсәсәк
       Ғәйфетдинова менән Ләйсән Ибраһимова ла уларҙан бер ҙә ҡалышманы.
       Инде "ҡанат сығарған" артистарға килгәндә, Илдар Ғиләжевҡа улар менән эшләгәндә ярайһы уҡ тир түгергә тура килә. Йәш артистарҙың мин - минлелеген күпте күргән режиссер тәүге репетиция ваҡытында уҡ юҡҡа сығара. Әммә йондоҙ туҙанын
       барыһынан да ҡағып бөтөрөү мөмкин түгел, ти ул. Әммә, дөйөм
       алғанда, йәш артистар яҡшы эш күрһәтте. Айгөл Ғабдуллина, Айрат Фәтихов, Рөстәм Сәлихов, Альберт Шәрәфетдинов... Спектаклдә Андрей Блинов ролен уйнаған Альберт
       Шәрәфетдинов тураһында режиссер былай тине:
       - Егет тырышты һәм миңә үҙенең намыҫлылығы һәм эшләргә теләге булыуы менән оҡшаны.
       Айгөл Ғабдуллина тамашасыны сағыу төҫ - ҡиәфәтенән тыш образды бирә белеүе менән дә әсир итте.
       Ғөмүмән, һәр актерға үҙен күрһәтеү мөмкинселеге бирелде, ти режиссер. Артур Иҙелбаев ҡаты сиктәр ҡуймай, импровизация
       өсөн мөмкинселектәр етерлек булды.
       Иң мөһиме - режиссер һәм уның командаһы пьесаның төп фекерен - изгелек һәм мөхәббәт һәр ваҡыт яуызлыҡтан көслөрәк  ­ тамашасыға еткерә алды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал